Главные вкладки

Автомобиль – Car

Һикһән дүртенсе дәрес

Lesson Eighty Four

 

 Автомобиль – Car

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн автомобиль тураһында һөйләшә башлайбыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглиз телендә Автомобиль – Automobile / Car.

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Автомобилдә йөрөргә – to go by car

Йөк машинаһы – Cargo сar

Минивэн – Minivan

Джип  – Jeep

Йөрөргә – to drive

Юл хәрәкәте – Road traffic

Яғыулыҡҡа хаҡ – Price of gasoline

Транспорт тығыны – Traffic jam

Хәрәкәт – Movement

Электромобиль – Electric car

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Автомобилдәрҙең бер нисә төрө бар: бәләкәй, ҙур, йөк машиналары, минивэндар, джиптар. Уларҙы бөтәһен дә ҡулланыу даирәһе киң – There are many types of cars: small, large, cargo сars, minivans, jeeps. All of them are multifunctional.

Автомобилдең беренсе һәм иң мөһим тәғәйенләнеше – эшкә барыу һәм әйләнеп ҡайтыу. Автомобилдең икенсе тәғәйенләнеше – оҙон араларға сәйәхәт итеү, мәҫәлән, икенсе ҡалалар йәки илдәргә – First and the most important role of the car is driving to work and back. Second role of the car is to travel to long distances, for instance, to other cities or countries.

Кемдер әйтер автомобилдәр һауаны бысратыу һәм тығындар кеүек байтаҡ проблемалар килтерә. Әммә, улар кешеләргә күберәк хәрәкәт итеү иреклеге һәм уңайлыҡ бирҙе – One should say that cars have brought a lot of problems, such as air pollution and traffic jams. However, they gave people more freedom of movement and comfort.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә автомобиль төҙөлөшөнә бәйле һүҙҙәр өйрәнербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Кемдер әйтер автомобилдәр һауаны бысратыу һәм тығындар кеүек байтаҡ проблемалар килтерә. Әммә, улар кешеләргә күберәк хәрәкәт итеү иреклеге һәм уңайлыҡ бирҙе. 2. Автомобилдәрҙең бер нисә төрө бар: бәләкәй, ҙур, йөк машиналары, минивэндар, джиптар. Уларҙы бөтәһен дә ҡулланыу даирәһе киң. 3. Автомобилдең беренсе һәм иң мөһим тәғәйенләнеше – эшкә барыу һәм әйләнеп ҡайтыу. Автомобилдең икенсе тәғәйенләнеше – оҙон араларға сәйәхәт итеү, мәҫәлән, икенсе ҡалалар йәки илдәргә барыу.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Cars are an essential part of many people’s lives nowadays. Since their appearance many things have changed. Travelling from one place to another became easier and faster. Besides when we go by car, comfort during the trip is guaranteed. There are many types of cars: small, large, cargo сars, minivans, jeeps. All of them are multifunctional. First and the most important role of the car is driving to work and back. Many people in big cities live in the suburbs but work in the downtown. That’s why every morning and evening people use personal cars. When the road traffic is heavy they can use public transport. Second role of the car is to travel to long distances, for instance, to other cities or countries. There are, of course, other ways of travelling: by bus, by train, by plane. However, only cars let us feel comfortable and free on the way. Many people choose cars because of the beautiful view from the window. The only disadvantage of distant travels by car is the price of gasoline. In many countries it’s usually high. Another good reason for having a car is going to large supermarkets. When the family is big and there are several pets, it’s simply vital to buy a lot of food. Many families go shopping for food at weekends and cars are very useful on such days. I should say that cars have brought a lot of problems, such as air pollution and traffic jams. However, they gave people more freedom of movement and comfort. When I grow up, I want to have a car of my own. I hope by that time cars will be electric and less harmful for the environment.

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.