Главные вкладки

Автомобиль төҙөлөшө – Car Anatomy

Һикһән бишенсе дәрес

Lesson Eighty Five

 

Автомобиль төҙөлөшө – Car Anatomy

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн автомобиль төҙөлөшө тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Автомобилдең ҡайһы бер өлөштәре һәм деталдәрен инглизсә әйтергә өйрәнәйек.

Ҡаплауыс (капот) – Bonnet /ҡайырмалы ҡаплауыс/

Багажник – Boot

Кабина – Cab

Ишек – Door

Ҡабырға көҙгөһө – Wing mirror

Артҡы яҡты ҡарау көҙгөһө – Rear-view mirror

Алғы быяла – Windscreen

Быяланы таҙартыу ҡулайламаһы (дворник) – Windscreen wiper

Шин – Tyre

Фара – Headlight

Тәгәрмәс – Wheel

Бампер – Bumper

Номер билдәһе – License plate

Двигатель – Engine

Хәүефһеҙлек ҡайышы – Seatbelt

Хәүефҙелек мендәре – Air bag

Ултырғыс – Seat

Приборҙар панелы – Dashboard

Руль – Steering wheel

Тапшырғыстарҙы күсереү рычагы – Gear shift

Ҡул тормозы – Handbrake

Газ педале – Accelerator

Тормоз педале – Brake

Эләктергес педале – Clutch

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Бөгөн ғалимдар экологик яҡтан таҙараҡ двигателдәр табырға тырыша. Яҡын киләсәктә автомобилдәрҙе планетабыҙ өсөн хәүефһеҙерәк ҡулланыуыбыҙға ышанабыҙ – Nowadays researches try to find more ecologically friendly engines for cars. We hope in the nearest future we will be able to use cars safely for our planet. 

Дворниктар шыла торған ҡулайлама, ул өлөшләтә резинканан эшләнгән һәм машинаның алғы, артҡы быялаларын таҙарта – Windscreen wiper is movable device, made partly of rubber that wipes the windscreen and rear window of a car.

Руль автомобиль менән идара итеү һәм мотор системаһын тоташтырған хәрәкәт итеү ҡулайламаһы – Steering wheel is a device used to handle a car in conjunction with steering and gear systems.

 

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Руль автомобиль менән идара итеү һәм мотор системаһын тоташтырып хәрәкәт итеү ҡулайламаһы. 2. Дворниктар шыла торған ҡулайлама, ул өлөшләтә резинканан эшләнгән һәм машинаның алғы, артҡы быялаларын таҙарта. 3. Бөгөн ғалимдар экологик яҡтан таҙараҡ двигателдәр табырға тырыша. Яҡын киләсәктә автомобилдәрҙе планетабыҙ өсөн хәүефһеҙерәк ҡулланыуыбыҙға ышанабыҙ.  

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Nowadays it is impossible to imagine our life without cars. They are convenient, fast and affordable. But these advantages have led to the problem of overbalance of cars in the modern world. Scientists believe that car emissions are the cause of air pollution and the greenhouse effect. More and more cities organize car free areas and stimulate their citizens to use public transport or more ecologically friendly ways of moving around the city. Researches try to find more ecologically friendly engines for cars. We hope in the nearest future we will be able to use cars safely for our planet. 

Комментарий ҡалдырырға

ТУРА ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 0..-2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.