Главные вкладки

8 Март бөгөн, барыһы ла шат бөгөн!

- 08.03.18 -

Бөгөн - яҙҙың, марттың, ғөмүмән кешелектең иң матур һәм сағыу байрамы – 8 март. Был датаны беҙ гүзәл заттарға: әсәйҙәребеҙ, һөйөклө ҡатындарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙгә хөрмәт күрһәтеү, яратыуыбыҙҙы белдереү көнө тип ҡабул итәбеҙ. 8 март ҡасандыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиңлек өсөн көрәш символы булһа, хәҙер был матур байрам - уларға хөрмәт һәм һөйөүебеҙҙе белдереү көнө. Быйыл был датаға - 110 йыл. 1908 йылдың 8 мартында Нью-Йоркта ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡ даулап митингыға сыға. Һуңынан ошо көрәш коммунистик рухлы Клара Цеткин тырышлығы менән Европала тарала, 1911 йылдан феминистик лозунгылар менән күп дәүләттәрҙә билдәләнә башлай. Рәсәй империяһы ҡатындары ла 1913 йылда митингыға сыға. Революциянан һуң иһә, барыһы ла ирек һәм тиңлек алғас, 8 март көрәш датаһынан байрам көнөнә әүерелә. Феминистик тамыры үҙгәрә, ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтен белдереү көнөнә әйләнә. 1966 йылдан 8 март байрамы ял көнө тип тә иғлан ителә.


ҡаралған: 115

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
кис 12..14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.