Главные вкладки

Агитация 19 февралдә башлана

- 13.02.18 -

Президентлыҡҡа кандидаттар һәм сәйәси партиялар Башҡортостанда өгөт өсөн ваҡыт бүлеште. Дәүләт ҡарамағындағы мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ эфир ваҡыты, йә урын буйынса йәрәбә бөгөн Республика үҙәк һайлау комиссияһында үтте. Унда кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре ҡатнашты. Агитация 19 февралдә башлана, 16 мартҡа тиклем бара. Республика биләмәләрендә бушлай өгөт “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24” каналдары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй радиоһы”, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр-ФМ”, “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиоларында була. Рәсәй президенты вазифаһына 8 кандидат дәғүәләшә. Улар - Сергей Бабурин, Павел Грудинин, Владимир Жириновский, Владимир Путин, Ксения Собчак, Максим Сурайкин, Борис Титов һәм Григорий Явлинский. Һайлау бюллетенында улар ошо тәртиптә - алфавит буйынса урынлаштырыла. Һайлау 18 мартта була.


ҡаралған: 29

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -15..-17°C
төндә -19..-21°C
иртән -21..-23°C
көндөҙ -11..-13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.