Главные вкладки

Agriculture – Ауыл хужалығы

Йөҙ ҙә егерме өсөнсө дәрес

Lesson One Hundred Twenty Three

 

Agriculture – Ауыл хужалығы

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн ауыл хужалығы тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Ауыл хужалығы – Agriculture

Үҫтерергә – to cultivate

Ауыл хужалығы культуралары – Farm crops

Бөртөклөләр – Cereals

Малсылыҡ – Animal breeding / Cattle farming

Ҡошсолоҡ – Poultry farming

Ауыл хужалығы ойошмаһы – Agricultural enterprise

Ферма – Private farm

Ауыл хужалығы техникаһы – Agricultural machinery

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Беҙҙең илдә төрлө бөртөклө культуралар (арыш, һоло, бойҙай, арпа, кукуруз), йәшелсәләр (картуф, сөгөлдөр, кишер, помидор, һуған, ҡыяр, кебеҫтә), емештәр (алма, груша, слива, персик) һәм күп төрлө еләктәр үҫтерелә – Our country cultivates different kinds of cereals (rye, oats, wheat, barley, maize), vegetables (potatoes, beets, carrots, tomatoes, onions, cucumbers, cabbage), fruits (apples, pears, plums, peaches) and very many kinds of berries.

Малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ беҙгә төрлө ит ризыҡтары (һыйыр, һарыҡ, сусҡа, күркә ите), йомортҡа һәм һөт бирә – Cattle farming and poultry farming give us various kinds of meat (beef, lamb, pork, turkey), eggs and milk.

Рәсәйҙең хәҙерге ауыл хужалығында байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләр бар. Иң ҙур проблемаларҙың береһе – ул ауыл хужалығы техникаһы етешмәүгә ҡайтып ҡала – The modern agriculture in Russia has many critical problems. The deficit of agricultural machinery belongs to the most difficult problems.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Рәсәйҙең хәҙерге ауыл хужалығында байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләр бар. Иң ҙур проблемаларҙың береһе – ул ауыл хужалығы техникаһы етешмәүгә ҡайтып ҡала. 2. Беҙҙең илдә төрлө бөртөклө культуралар (арыш, һоло, бойҙай, арпа, кукуруз), йәшелсәләр (картуф, сөгөлдөр, кишер, помидор, һуған, ҡыяр, кебеҫтә), емештәр (алма, груша, слива, персик) һәм күп төрлө еләктәр үҫтерелә. 3. Малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ беҙгә төрлө ит ризыҡтары (һыйыр, һарыҡ, сусҡа, күркә ите), йомортҡа һәм һөт бирә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

The agriculture has been and remains a very important sector of Russian economy. Many our agriculture products are well known in other countries. Russia can cultivate practically all known farm crops due to various climatic parameters on its large territory. Our country cultivates different kinds of cereals (rye, oats, wheat, barley, maize), vegetables (potatoes, beets, carrots, tomatoes, onions, cucumbers, cabbage), fruits (apples, pears, plums, peaches) and very many kinds of berries.

Animal breeding is a very important field of our agriculture. Cattle farming and poultry farming give us various kinds of meat (beef, lamb, pork, turkey), eggs and milk.

There are many big agricultural enterprises and many small private farms in Russia. The number of these private farms tends to increase.

The modern agriculture in Russia has many critical problems. The deficit of agricultural machinery belongs to the most difficult problems. The condition of agricultural machinery in Russia is very poor and the high cost makes the rate of its replacement week and slow. But the citizens of Russia believe that the Russian agriculture will solve all existing problems in the future.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -16..-18°C
кис -18..-20°C
төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.