Главные вкладки

Алыҫтарға илтә юлдар

- 13.02.18 -

Башҡортостанда юл төҙөлөшө өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары менән таныштырҙылар. Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә ошо тема ҡаралды. Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса проект-тикшереү эштәре бара. Ул быйыл яҙға әҙер булырға тейеш. Объект 34 миллиард һумға баһалана, шуның 10 миллиардын концессионер йәғни шәхси партнер бирергә тейеш. Бынан тыш, БРИКС Яңы үҫеш банкы аҡса бүлә, федераль ҡаҙнанан да финанс ярҙам була. Республикала Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск юлы ла стратегик мөһим проекттарҙан һанала. Трасса 170 километрға һуҙыла. Стәрлетамаҡтан Ҡағыға тиклем юл түләүһеҙ була, артабан аҡса алына. Һәр километр өсөн 10 һумдан 25 һумғаса түләргә кәрәк. Инвестор менән килешеү 15 йылға иҫәпләнә, проект 12 миллиард ярым һумға баһалана. 


ҡаралған: 111

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 6..8°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 10..12°C
кис 6..8°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.