Главные вкладки

Ашҡынып килә ҡан-ҡәрҙәштәр

- 16.04.18 -

Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә. Өфөлә 22 апрелдән 24-нә тиклем күрше республикала йәшәгән милләттәштеребеҙҙең мәҙәниәт көндәре уҙғарыла. Уның барышында бай эстәлекле программа ҡаралған. Ҡунаҡтарға музейҙар, мәҙәниәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм ҡаланың билдәле урындары буйлап экскурсия көтә. Башҡортостан Милли музейында ил төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар көнкүреше темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола, ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталары концерты үтә. Республикала күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр көндәрен үткәреү матур йолаға әүерелде. Быға тиклем Өфөлә Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үткәрелде.


ҡаралған: 142

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.