Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Яңы йылдың беренсе айы ла аҙағына яҡынлаша. Халыҡ телендә һыуығай тип йөрөтөлгән ғинуар ысынлап та ҡайһы берҙәребеҙ өсөн сатлама һыуыҡтары менән иҫтә ҡалыр. Буранай – февраль нисек булыр, уныһы әле билдәһеҙ. Киләсәккә фараздар яһамай, үткәндәрҙе барлайыҡ. Беҙҙең хәбәрселәр менән уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларҙы иҫкә төшөрөп баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Диверсификация башлана. Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә сәфәре барышында оборона-сәнәғәт тармағын үҙгәртеп ҡорорға ҡушты. 
  • Депутаттар ҡор йыйҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтте. Парламентарийҙар яҙғы сессияла 50-гә яҡын закон проектын ҡарарға ниәтләй.
  • Киләсәк беҙҙә башлана. Өфөгә Волга буйы федераль округы төбәктәренән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрҙары килде. “Киләсәк” форумында социаль өлкәне камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.
  • Сессиянан сессияға тиклем. Рәсәй студенттары “һөнәри” байрамын билдәләне. Башҡортостанда 200 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡотлауҙар ҡабул итте. 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 16..18°C
төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.