Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Ниһайәт, ҡытайҙар ҙа яңы йылды ҡаршыланы, көнсығыш календары буйынса, ысын мәғәнәһендә, Эт йылы башланды. Беҙҙә февраль айы ҡарға һараныраҡ булһа ла, ижтимағи-сәйәси өлкәлә ваҡиғалар етерлек. Республикала министрлыҡ-ведомстволар йылға йомғаҡ яһай, төрлө форумдар үтеп тора. Беҙ ҙә уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашты. Унда бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
  • Иҡтисад үҫеше – сәнәғәттә. Тармаҡҡа күберәк инвестициялар йәлеп итергә һәм экспортты арттырырға. Стәрлетамаҡта сәнәғәтте үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелде.
  • Һаман һыҙлай Афған яраһы – ҡайҙан ғына дауа табаһы…Башҡортостанда һуғышта һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға быйыл 29 йыл тулды.
  • Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал. “Башҡортостан тауары” билдәһен танытыуҙа яңы алымдар өйрәнелә.
  • Мөхәббәт кемдәрҙе теҙләндермәй. Изге Валентин көнөн байрам итергәме, әллә юҡмы? Мөхәббәткә үҙебеҙсә дан йырлайбыҙ.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.