Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Һалҡын, ҡарлы-ямғырлы көндәрҙән һуң, ниһайәт, тәбиғәт йылы һәм сыуаҡ мәлдәре менән ҡыуандырҙы. Октябрҙә лә “әбейҙәр сыуағы” алтын көҙгә һоҡланып кешеләргә бүләк яһаны. Уҙып барған аҙна матур көндәре менән генә түгел, башҡа иҫтәлекле ваҡиғалары аша ла тарихҡа инеп ҡала. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп:

  • Башҡортостан – изге ерем, илгә ҡеүәт биреп тора! Бөйөк Рәсәй күкрәгендә йөрәк булып тибеп тора! Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләне. Быйыл дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 27 йыл тулды.
  • Халыҡ аҡсаһы – халыҡ иғтибарында. Башҡортостанда бюджет проекты йәмәғәт ҡарамағына сығарылды. Граждандар төп финанс документҡа тәҡдимдәрен индерҙе.
  • Бешмәгә бешкәндәр. Туймазыла малдарҙың ҡурҡыныс сиренә ҡаршы көрәш алып барыла. Районда карантин дауам итә, ә бешмә башҡа төбәктәрҙә лә табыла.  
  • Йондоҙло дуэт. Театр легендалары, халыҡ артистары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров күркәм юбилейҙарын билдәләй.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.