Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Көҙҙөң һуңғы тулы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Алдағыһында календарь буйынса ҡышҡа аяҡ баҫабыҙ, гәрсә әлегә көндәр көҙгөсә булһа ла. Ҡар яумай тороуы, бер яҡтан яҡшы, таҙартырға кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, урамдарҙа саң булмаҫ ине. Хәйер, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, беҙ уға ҡыҫыла алмайбыҙ. Фәлсәфәне ситкә ҡуйып, йәшәйешебеҙгә байҡау яһайыҡ. Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булған ваҡиғаларға күҙ һалғанда, ошолайыраҡ улар:

- Әсәкәйем, минең берҙән-берем. Бөгөн - әсә көнө.

- Туҡһанды тултырып, йәки бер быуатҡа 10 аҙым. Башҡортостан радиоһы оло юбилейын билдәләне.

- Смарт – телефонға ғына ҡайтып ҡалмай. Өфөлә мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу темаһы тикшерелде.

- Ҡара болот бер саҡ таралыр. Рәсәй күген радиация болото ҡаплаймы? Белгестәр аңлатма бирә.

- Ҡала урамдарын махсус программа менән матурлайбыҙ. Быйылға "Ҡала мөхите" үтәлеше йомғаҡланды.

Ошо һәм башҡа хәбәрҙәр - беҙҙең "Даирә"лә.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.