Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Туҡтауһыҙ ямғыр арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы. Ярай, ҡар яумай, уныһына шөкөр, тибеҙ. Ә аграрийҙар норманан тыш яуым-төшөм сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан итергә әҙерләнә. Быйылғы йәйҙең тәүге айын ошолай теүәлләйбеҙ.

Мосолмандар өсөн изге мәл – Рамаҙан айы тамамланды, бөгөн ислам донъяһы Ураҙа байрамын билдәләй.

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан аралары ла яҡыная. Туғандашлыҡ ептәрен нығытырға ваҡыт етте.

Уҙып барған аҙна ошондайыраҡ ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Ә беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Бишкәк менән ашыбыҙ бешерлек. Башҡортостанға дәүләт сәфәре менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев килде. Тиҙҙән Өфөнән Ысыҡ-күлгә самолеттар оса башлаясаҡ.
  • Һөт иле – Башҡортостан. Республикала “500 ферма” программаһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Аграр проект барышында һөтсөлөктө үҫтереүгә өлгәшеп булдымы?
  • Салауаттың йәшен һорағыҙ, йәки милли батырыбыҙ кемгә ҡамасаулай? Үҙәк матбуғат сараларында Салауат Юлаевты дошман итеп күрһәтмәкселәр. Милли батырыбыҙҙы нахаҡҡа ғәйепләүҙәре өсөн кем яуап бирәсәк?  
  • Ғаиләлә башланып, мәктәптә дауам ителһә... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында милли мәғариф темаһына ултырыш үтте. Мәктәптәрҙә башҡорт теле артабан да уҡытыласаҡмы?
  • Ҡайҙа ял итергә барырға: үҙебеҙҙә ҡалырғамы, әллә сит илдәргә сығырғамы? Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бер ҡараш.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -20..-22°C
төндә -22..-24°C
иртән -21..-23°C
көндөҙ -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.