Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Календарҙа июлдең 16-сы көнө. Йәйҙең яртыһы ла үттеп китте, ә йәйҙе күргән юҡ әле тип зарланыусылар ҙа барҙыр, моғайын. Шулай ҙа синоптиктар алдағы көндәрҙә сағыштырмаса йылы көндәр вәғәҙәләй. Ә аграрийҙар ямғыр арҡаһында күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Башҡортостан умартасылары иң яҡшыһын асыҡланы, Евразия белгестәре эшсе кадрҙар һәм һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса әңгәмәләште. Уҙып барған аҙналағы ҡайһы бер ваҡиғалар бына ошонан ғибәрәт булды. Ә беҙҙең ижади төркөм ошолар һәм башҡаларға айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау...Быйылғы һауа торошо ауыл эшсәндәре өсөн етди һынауға әүерелмәксе. Башҡортостанға икмәкһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы бармы?
  • Балы татлы булһа ла, хеҙмәте әсе. Республиканың иң яҡшы умартасыһы асыҡланды. Өфөлә ҡорт ҡараусылар араһында бәйге үтте.
  • Һөнәрле кеше хур булмаҫ. Өфөлә Евразия гуманитар форумында урта һөнәри белем биреү мәсьәләһе ҡаралды. Эшселәр абруйын нисек күтәрергә?
  • Һөнәрҙе лә һайлай белергә кәрәк. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы бара. Буласаҡ абитуриенттар ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә?
  • Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә. Рәсәйҙә хыянатсы ирҙәрҙе иркенән мәхрүм итергә ниәтләйҙәр. Дәүләт ғаиләгә ҡыҫылырға тейешме?

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 21..23°C
төндә 16..18°C
иртән 15..17°C
көндөҙ 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.