Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Быйылғы яҙҙың һуңғы тулы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Бер нисә көндән йылы һәм ҡояшлы йәй етә. Май аҙағы төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды: сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән хушлашты, аграрийҙар сәсеү эштәрен теүәлләй, абруйлы форум-йыйындар ҙа май аҙағына тура килә. Мосолмандар өсөн изге мәл – Рамаҙан айына ла уҙып барған аҙнала аяҡ баҫтыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар етәрлек булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Башҡортостан байлыҡтары – “ҡара алтын” һәм “зәңгәр яғыулыҡ” икенсе һулыш кисерә. Өфөлә Рәсәй нефть-газ-химия форумы уҙҙы. Сеймалды эшкәртеүҙә яңы алымдар һәм юғары технологиялар. 
  • Тәүәкәллек уңыш килтерә. Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. Бизнесты үҫтереү юлдары республика етәкселеге иғтибарында. Эшҡыуарлыҡ – киләсәк нигеҙе була аламы?
  • Яманлыҡтың төбө - наҙанлыҡ. Ни өсөн йәш егет һәм ҡыҙҙар экстремистик һәм террористик ағымдарға ҡушыла?
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Рамаҙан айында Башҡортостан йәштәре мәрхәмәтлек акцияһын дауам итә.
  • Башҡортостан футболы үҫеш юлында. “Өфө” командаһы миҙгелде уңышлы тамамланы. 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.