Главные вкладки

Аҙнаға йомғаҡ

Йәйҙең тәүге айының тәүге декадаһы тамам. Тик көндәр генә йәйгесә түгел. Хатта һаман да картуф ултыртмаусылар бар. Тегендә-бында ҡар, боҙ-борсаҡ яуып китә. Социаль сәхифәләрҙә йәшел төҫтәге ҡыш тураһында мәрәкәләр тулған. Хәйер, ундай ғына июндәрҙе күргән бар. Синоптиктар, ана, июлдә эҫе, ҡоро буласаҡ тип фаразлай. Синоптик тигәндән, был аҙнала Республика хөкүмәте менән Рәсәй Гидрометерология һәм тирә яҡ-мөхитте мониторингылау хеҙмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ, әлбиттә, беҙгә сыуаҡ көндәр килтермәҫ, әммә һауа торошон теүәлерәк белеп барасаҡбыҙ, тип уйлайыҡ. Аҙналағы башҡа ваҡиғаларға килгәндә: •Тәбиғәтте һаҡлау йылындағы сараларҙың бер өлөшө - Экология форумы үтте. •Африкалылар һәм һиндтар Салауат батыр тәпәй баҫҡан ерҙәрҙе күрҙе. Төнъяҡ-Көнсығыш төбәктәрҙә фольклор байрамы- “Берҙәмлек” үтте. •Һабантуй-2017. Сәсеүҙе теүәлләп, мал аҙығы әҙерләү алдынан райондар байрам йыя. Ауыл хужалығындағы яңылыҡтар менән беҙҙең хәбәрселәр танышты •Ҡаланың матурлығымы, ел-дауылдарҙа хәүефте киҫәтеүме? Өфөлә реклама баннерҙарына һунар башланды. 400 алтаҡта һүтеләсәк. •Социаль йәмғиәттең социаль хеҙмәткәрҙәре. Ҡурсалауға мохтаждар менән эшләүселәр һөнәри байрамдарын билдәләне.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 8..10°C
кис 7..9°C
төндә 4..6°C
иртән 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.