Главные вкладки

Башҡалабыҙҙа “Өфө урамдары” конкурсы дауам итә

- 11.01.19 -

Унда ҡатнашыусылар яңы урамдарға исемдәр тәҡдим итә ала.

“Урам атамаһы үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Уның ике һүҙҙән артмауы шарт”, - тип белдерә ҡала советы вәкилдәре. Өфө халҡы билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерергә тәҡдим итә.

Композитор, йырсы Флера Шәрипова:

- Ҡояшлы тигән исем оҡшай. Шәхестәрҙән Фәриҙә Ҡудашеваның исемен бирер инем. 

Филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков: 

-  Халыҡ менән кәңәшләшеп исем һайлауҙары оҡшай. Сәсәндәрҙең исемен мәңгеләштерергә кәрәк. 

Хәбәрсе Гөлнур Ҡыуатова:

- Халыҡ мәнфәғәте өсөн күп көс түккән шәхестәрҙең исемен биреүҙе хуплайым.Яңы урамдарҙың береһенә Муса Гәрәев исемен ҡушыр инем. 

Конкурсҡа килгән варианттар араһында Тропик, Романтиктар, Үҫеш, Александр Македонский тигән атамалар бар.  Ижади ярыш 7 мартҡа тиклем дауам итә.

 


ҡаралған: 68

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -3..-5°C
иртән -4..-6°C
көндөҙ -4..-6°C
кис -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.