Главные вкладки

Башҡортостан аграрийҙы картуф менән йәшелсә ултыртыуҙы тамамлай

- 19.06.17 -

Ямғырлы көндәр аграрийҙар эшен тотҡарлай. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 33 районда картуф ултыртыу, 28 районда йәшелсә сәсеү тамамланған. 11 райондың хужалыҡтары бәрәңгене артығы менән ултыртҡан. Лидерҙар рәтендә Балтас, Яңауыл һәм Салауат уңғандары. Йәшелсәгә килгәндә, бында Кушнаренко, Йылайыр һәм Яңауыл йүнселдәренә етеүсе юҡ. Дөйөм алғанда “икенсе икмәк” 2 мең ярым гектарҙа ултыртылған – пландан 88 процент, йәшелсә 1 мең 300 гектарҙа сәселгән – планға ҡарата 96 процент. Балтаста, мәҫәлән, бәрәңгене быйыл 7 гектарҙа сәскәндәр. Был башҡа күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 350 процент. Һуңғы йылдарҙа фермер хужалыҡтары картуфҡа ҙур иғтибар бүлә. 

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары 1 миллион 700 мең тонна картуф һәм йәшелсә уңышы йыйып алырға иҫәп тота.


ҡаралған: 59

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 7..9°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.