Главные вкладки

Башҡортостан Әхәт Мортазин менән хушлаша

- 14.03.18 -

Башҡортостан мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле диктор, радио һәм телевидение алып барыусыһы,  Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазин 60-сы йәшендә арабыҙҙан китте. Әхәт Мортазин 1959 йылда Учалы районында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем радио һәм телевидениела эшләй. Уның сағыу, бәрхәт тауышы яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа яңғырап торҙо, төрлө сараларҙан тура трансляциялар, концерттар алып барҙы. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә көндөҙгө 10-дан 12 сәғәткә тиклем Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры бинаһында уҙғарыла. Әхәт Мортазин Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләнәсәк.


ҡаралған: 457

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.