Главные вкладки

Башҡортостанда бәләкәй шешәләрҙә алкоголь һатыу тыйыла

- 12.10.17 -

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләп килгән координация кәңәшмәһе ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Унда контрафакт һәм суррогат алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре ҡаралды. Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 250 миллилитрҙан бәләкәйерәк шешәләрҙә спиртлы эсемлек йәғни “фанфуриктар” һатыуҙы тыйыу буйынса закон проектын әҙерләргә саҡырҙы. Быйыл республикала 75 мең литрҙан ашыу ялған алкоголь әйләнештән алынған. Өфө, Салауат, Благовещен ҡалаларында йәшерен цехтар ябылған. 8 айҙа 865 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланған, 111-е үлгән. Суррогат алкоголдән ағыуланыусылар араһында 14 йәшлек 19 үҫмер булған. Рөстәм Хәмитов ялған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Бында йәмәғәт ойошмалары, хоҡуҡ һаҡсылары һәм власть ограндарына бергә эшләү кәрәкәлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.     


ҡаралған: 23

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 7..9°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.