Главные вкладки

Башы барҙың ашы бар

Айбулат Хөсәйенов

      Рәсүл Сәғитов:

      – Бөгөнгө студентҡа иртәгә нисек һуң эш табырға? Һүҙ килешлеге өсөн әйтелмәне әле, тап шулай – табырға, сөнки эҙләргә кәрәк – заман күренеше был. Һәйбәтенә урынлашыу ҙа мөһим шарт һәм шулай тигәндә тәүге көндән үк яҡшы түләү, йылы социаль яҡлау, хеҙмәти иркенлек, башҡа уңайлыҡтар ғына күҙҙә тотолмай, ә, беренсенән, оҡшаған, күңелеңә ятҡан эш тә хәжәт, икенсенән, уҡыу йортонда өйрәнгәнең дә файҙаһыҙ ятмаһын, ил мәнфәғәтендә ҡулланылһын.  Юғиһә ҡайҙалыр сауҙала, фастфуд-ресторанда эшләүгә лә йәмғиәттә, эйе,  билдәле дәрәжәлә ихтыяж бар, ләкин, ҙурҙан алғанда, быны хаҡҡа сығарыу ҡатмарлы – сараһыҙҙың көнөнән, әлбиттә. Йәғни диплом алыу ғына уңышлы хеҙмәт биографияһына тулы нигеҙ була алмай – ошо раҫлауға иҫбатлау элек тә талап ителмәне, бөгөн айырыуса – конкуренция юғары. Тәжрибә мотлаҡ белгескә, шәхси сифаттар ҙа йоғонто яһай, теҙә китһәң – күп.

      Конкуренция тигәндән. Вуздар баһаланғанда, шуға ҡарап киләсәккә дәүләт ярҙамы күләме билдәләнгәндә, ана шул ярыш күрһәткестәре лә ифрат мөһим һәм бында уҡып сыҡҡандарҙың эшкә урынлаша алыу дәрәжәһе үҙәктә булырға тейешлек, әйҙәгеҙ, килешәйек, бик һәм бик ғәҙел, сөнки, минән китте – вәссәләм, тиергә йәнһеҙ тауар етештерелмәй бит. Бында, билдәле әйтемдәгесә, эйәһенә етеү ҙә әҙ әле, һәр белгестең, ҡабатлайыҡ, дәүләтте алға тартыуы ныҡ кәрәк. Һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың вуздарҙа ошо яуаплылыҡ ятырға тейешлеген белдергәне бар – студент беренсе курста уҡ үҙенең үҙ илендә кәрәклеген аныҡ тойһон.

      Диплом алыусының яуаплылығын был һис кәметмәй, әлбиттә, уҡыу йортона инерҙән алда сығырын уйларға тейеш ул, хатта бурыслы ла – көнүҙәк, үтемле һөнәр һайлаһын. Ә нисек билдәләргә һуң быны, юғиһә уҙа барһа, ун йылдан бөгөн кешене әҙме-күпме аҫыраған тотош йүнәлештәрҙең юҡҡа сығыры асыҡ белдерелә ләһә?.. Яуап былай: беренсенән, ҡыҙыҡһыныу, үҙеңде яңыра барған, алда тағы ла йылдамыраҡ үҙгәрер тормошҡа әҙерләү, йәғни, шәхси ынтылыш кәрәк, икенсенән, дәүләттең ваҡытында мәғлүмәт еткереүе, төрлө саралар үткәреүе, өйрәтеүе, ошолай хәрәкәтсәнлеккә күндереүе мотлаҡ.

      Ә һандар былай – юғары уҡыу йорттарынан һуң илдә уртаса дүрттән өс өлөш кенә эш таба. Ошо көндәрҙә генә бының хөкүмәт рәйесе тарафынан дәүләт проблемаһы тип аталғаны билдәле.

      Дәүләт юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса үҙенең бурысын, йөкләмәһен үтәргә тырыша ла һәм быға бер миҫал – Өфөлә йыл да ошо ваҡытта уҙа килгән вуз-ара кадрҙар форумы. Дүртенсеһе иртәгә, 1 мартта, ойошторола. Кадрҙар ғына түгел, эш биреүселәр ҙә ҡатнаша, әлбиттә.

      Ошо сара беҙҙең бөгөнгө әңгәмәгә – мәғлүмәти нигеҙ ҙә. Әңгәмәсебеҙ – Башҡорт дәүләт университетының эшкә урынлашырға ярҙам итеү төбәк үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 9..11°C
төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.