Главные вкладки

Бер төрлө ике ҡар бөртөгө буламы?

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. 

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә.

Һыу туңып  ҡаты хәлгә күскәс, молекулар командаға буйһонған һалдаттар шикелле билдәле бер тәртиптә сафтарға теҙелә. Уны кристалл рәшәткәһе тип йөрөтәләр. Һыу кристалы рәшәткәһе алты мөйөшлө.

Буласаҡ ҡар бөртөгөнөң ниндәй булыуы һауа шарттарына бәйле. Һауа шарттары бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, шуға ла ҡар бөртөгө йә киңлеккә, йә оҙонлоҡҡа үҫә, йә уның нурҙары үҫеп сыға. Шуның өсөн һәр ваҡыт үҙенә бер төрлө, ҡабатланмаҫ биҙәк барлыҡҡа килә.

Боҙ кристалы алты мөйөшлө булғанға күрә бөтә ҡар бөртөктәре лә алты мөйөшлө, алты нурлы.

Иң тәүҙә бөтә ҡар бөртөктәре бер-береһенә оҡшаған була. Сөнки улар бөтәһе лә бер төрлө боҙ кристалынан тора. Ләкин үҫкән һайын улар төрлө-төрлө ҡиәфәт ала башлай. Сөнки һәр бер ҡар бөртөгө төрлө температураға, һауа баҫымына эләгә һәм ергә килеп төшкәндә улар араһында оҡшаштары ҡалмай. Һәр бер ҡар бөртөгө матурлығы буйынса берәү генә була.

Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, Гөлсирә Шафиҡова апай яҙған "Ҡыш бабай ни өсөн ҡырыҫ холоҡло?" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -19..-21°C
кис -19..-21°C
төндә -21..-23°C
иртән -22..-24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.