Главные вкладки

Благовар районы Болошло ауыл биләмәһе

   Һарайлы – Благовар районы  Болошло ауыл биләмәһенә ҡараған иң билдәле, ҙур тарихлы ауыл. Был яҡтарҙың ҡасан яу  менән шанлы, ҡасан  хеҙмәт, мәғрифәт менән данлы үткәндәрен яҡтыртыуға Һарайлы мәктәбе музейында иғтибар ҙур. Рәйес Ҡорбанғолов атлы зыялы зат тыуған яҡ тарихын төбөнә төшөп, ентекле өйрәнгән, әлә ни саҡлы “аҡ тапты” асыҡлаған, йәнтөйәгенең  сал тарихын  архив документтары нигеҙендә асып һалған.    Төптәнерәк  баҡһаҡ, төбәк – 16-сы быуатта  мең ырыуы башҡорттарын Рус дәүләтенә ҡушылыу байрағы аҫтына туплаған Ҡәнзәфәр бейҙең аҫаба биләмәләре ере.  Уҙамандың дүрт улы: Ҡужабаҡты, Дистан, Байбаҡты һәм Ҡаҙаш  бейҙәр тарафынан ошо тирәләрҙә байтаҡ ауылға төп һуғылған.  Һарайлы ауылында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә Ҡәнзәфәр бей исемен йөрөтә. 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.