Главные вкладки

Бөгөн халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө

- 07.12.18 -

Был датаны берләшкән милләттәр ойошмаһы 21 йыл элек ҡабул итте. Уның төп асылы - тыныс маҡсаттарҙа осҡан самолеттарҙың, мәҫәлән, пассажирҙар лайнерҙарының именлеген тәьмин итеү, халыҡ-ара һауа юлдары селтәрен киңәйтеү, һауа транспортында хәүефһеҙлеккә өлгәшеү. Халыҡ-ара талаптарға ярашлы, һәр дәүләт үҙ күгендә осҡан башҡа дәүләт граждандар самолетын ҡаршылап, оҙатып ҡалырға тейеш. Рәсәйҙә тәүге һауа юлы 1923 йылда барлыҡҡа килә. 420 километр алыҫлыҡтағы Мәскәү-Түбәнге Новгород осоштары башлана. Башҡортостанда ла ошо йылда һауа флоты йәмғиәте асыла. Бер йылдан тәүге аэродром төҙөлә. 1933 йылдан авиацияны пассажирҙар, почта ташыу, ауыл хужалығында ҡуллана башлайҙар. Быйыл “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 3 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.


ҡаралған: 19

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.