Главные вкладки

Боролош айҡанлы ҡоролош

Нияз Сәлимов, Азат Ярмуллин
"Башҡортостан автономияһының булдырылыуы Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һала".

      Рәсүл Сәғитов:

      - 20 мартта, етди көн - дүшәмбелә, ҙур, мөһим, ҡатмарлы, эйе, шулай уҡ етди ҙә, әлбиттә, мәсьәлә буйынса һөйләшмәксебеҙ. Башҡортостан автономияһы ул - бынан теүәл 98 йыл элек тормошҡа ашҡан оло сәйәси ваҡиға тиекме, сарамы, эшме - нисек атаһаҡ та ҙур мәртәбә, тәрән йөкмәтке күҙҙә тотола - бөтәһе бергә булһын әйҙә.  Ололоҡ тиелгәндә ниндәйҙер майҙан сығышы мәғәнәһе, ғәм алдындағы дөйөм һүҙ, тарихҡа ихтирам ғына ла аңлашылмаһын, ысыны ла шул - тарих төпкөлөндә ҡала барһа ла һис саңланмаған, ә сафлана ғына барған ваҡиғаларҙы беләбеҙ бит, был да - тап ана шундай. Йәғни 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәтенең Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыуын ошолай ғайәт мөһим тарихи акт тип атау хаҡ. 

      Тулы тексы "Известия" гәзитендә 23 мартта баҫылып сыға. Совет осоронда Башҡортостандың тыуған көнө тип ошо көндөң йөрөтөлөүе сәбәбе - тап шунан, ул заманда мәктәптә уҡыған замандаштарыбыҙҙың иҫенә төшкәндер. 

      Студияла Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов менән тарихсы, Башҡортостан дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллинды сәләмләйбеҙ.    

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 15..17°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.