Главные вкладки

Бурысыңды ваҡытында түлә

- 13.03.18 -

Башҡортостанда бурыслыларҙың 1 миллиард һумға мөлкәте һатылған. Ошо турала Республика буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Ведомство хеҙмәткәрҙәре 672 миллион һумға, Дәүләт милке менән идара итеү агентлығы һайлап алған махсус ойошмалар 155 миллион һумға мөлкәтте үҙләштергән, ә бурыслылар үҙҙәре 92 миллион һумлыҡ әйбер һата алған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика приставтары илдә – икенсе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урында. Халыҡҡа ҡулға алынған мөлкәтте түбән хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге тыуа. Суд приставтары рәсми сайтында һатыу тураһында мәғлүмәт даими бирелеп бара. Күптән түгел, бурыслыларҙың автомобилдәре һатыуға сығарылды.


ҡаралған: 113

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 26..28°C
төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.