Главные вкладки

Country house – Ауыл йорто

Йөҙ ҙә егерме икенсе дәрес

Lesson One Hundred Twenty Two

 

Country house – Ауыл йорто

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Быға тиклем баҡсасылыҡ менән таныштыҡ. Бөгөн ауыл йорто йәғни дача тураһында һөйләшәйек. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Ауыл йорто / дача – Country house / Summer cottage

Ике ҡатлы кирбес бина – Two-storied brick building

Урман эргәһендә урынлашҡан – to be situated next to the forest

Ағас кәртә менән уратылған – to be surrounded with a wooden fence

Емеш һәм йәшелсәләр үҫтерергә – to grow fruit and vegetables

Баҡсала эшләргә – to work in the garden

Сәскәләр һәм үҫемлектәргә һыу һибергә – to water flowers and plants

Уңыш йыйырға – to harvest

Шашлык ҡурырға – to make barbeque

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Беҙҙең ауыл йорто күл һәм урман янында урынлашҡан. Көҙөн атайым менән әсәйем йыш ҡына урманда бәшмәк һәм еләк йыя – Our country house is situated next to the lake and the forest. In autumn my parents often pick mushrooms and berries in this forest.

Беҙҙең йортобоҙ төҙөлөшө тураһында әйткәндә, шуны билдәләргә кәрәк, ул күп тәҙрәләр һәм алғы ишеге булған ике ҡатлы кирбес бина. Бында өҫтә өс йоҡо бүлмәһе һәм ванна. Аҫта кухня, ашхана һәм ҡунаҡ бүлмәһе – Speaking about the structure of our house, I should mention that it’s a two-storied brick building with many windows and the front door. There are three bedrooms and a bathroom upstairs. There is a kitchen, a dining-room and a living-room downstairs.

Минең атайым менән әсәйем бында емеш һәм йәшелсә үҫтерә. Йыл һайын беҙ үҙебеҙҙең картуф, кебеҫтә, алма һәм груша уңышын йыйып алабыҙ. Кемдеңдер тыуған көнө була ҡалһа, атайым шашлыҡ ҡура һәм дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙҙе саҡырабыҙ – My parents grow fruit and vegetables there. Each year, we have our own harvest of potatoes, cabbages, apples and pears. When it’s someone’s birthday, my father makes barbeque and we invite our friends and neighbors over.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә ауыл хужалығы темаһы менән танышырбыҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Беҙҙең йортобоҙ төҙөлөшө тураһында әйткәндә, шуны билдәләргә кәрәк, ул күп тәҙрәләр һәм алғы ишеге булған ике ҡатлы кирбес бина. Бында өҫтә өс йоҡо бүлмәһе һәм ванна. Аҫта кухня, ашхана һәм ҡунаҡ бүлмәһе. 2. Минең атайым менән әсәйем бында емеш һәм йәшелсә үҫтерә. Йыл һайын беҙ үҙебеҙҙең картуф, кебеҫтә, алма һәм груша уңышын йыйып алабыҙ. Кемдеңдер тыуған көнө була ҡалһа, атайым шашлыҡ ҡура һәм дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙҙе саҡырабыҙ. 3. Беҙҙең ауыл йорто күл һәм урман янында урынлашҡан. Көҙөн атайым менән әсәйем йыш ҡына урманда бәшмәк һәм еләк йыя.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

My Country House

We have a lovely country house in Podmoskovye. It’s the territory that surrounds Moscow. We usually spend weekends at this place. If we go by car, it takes us about two hours to get there. We all love the surrounding nature at that area. It’s simply wonderful. Our country house is situated next to the lake and the forest. In autumn my parents often pick mushrooms and berries in this forest. I prefer the summer weather. When it’s warm enough, I go swimming in the lake with my friends, who are also there for the weekend. Speaking about the structure of our house, I should mention that it’s a two-storied brick building with many windows and the front door. There are three bedrooms and a bathroom upstairs. There is a kitchen, a dining-room and a living-room downstairs. You can see vast expanses of land behind the house. My parents grow fruit and vegetables there. Each year, we have our own harvest of potatoes, cabbages, apples and pears. When it’s someone’s birthday, my father makes barbeque and we invite our friends and neighbors over. What I especially like about our country house and the area, where it is situated, is the peaceful atmosphere. There is neither city noise nor traffic jam. It’s one of the calmest and most beautiful places in Moscow region.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
көндөҙ 11..13°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.