Главные вкладки

Донор булырға теләүселәрҙең регистры төҙөләсәк

- 06.12.18 -

Ағзаларҙы донорлыҡҡа алыу һәм күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәсәк медицина учреждениелары исемлеге йәмәғәтселек ҡарамағына сығарылды. Реестрҙа баш ҡаланың ете дауаханаһы бар. Закон проекты кешенең иҫән сағында уҡ донор булыу теләген билдәләүҙе күҙ уңында тота. Риза булыусыларҙың регистры төҙөлә. Уларҙың документтарында махсус билдә ҡуйыу ҡаралған. Ошо рәүешле илдә донор ағзаһына мохтажлыҡты күпкә кәметеү күҙаллана. Рәсәйҙә трансплантология үҫешмәгән. Вафат булғандар иҫәбенә башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу операцияһы киң ҡулланылмай. Йәмғиәттә лә кеше органдарын күсереп ултыртыуға төрлө ҡараштар бар. Яҙыусы Лира Яҡшыбаева кеше ағзаларын күсереп ултыртыуға ҡаршы булыуы тураһында белдерҙе. Әле Рәсәйҙә пациенттың яҡын туғандары ғына иҫән сағында донор булыу хоҡуғына эйә. Әгәр ҡанун ғәмәлгә инһә, һәр кем был йәһәттән үҙ теләген белдерә ала. Донор булырға ризалығын биреүселәрҙең исемлеге төҙөләсәк. Был теләк кешенең документтарында ла күрһәтелер тип күҙаллана.


ҡаралған: 54

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.