Главные вкладки

Фельдшерҙар ауырыу буйынса "больничный" бирә ала

- 06.12.18 -

Республика етәксеһе Радий Хәбиров фельдшерҙарға ауырыу буйынса ҡағыҙҙар биреүҙе рөхсәт итергә ҡушты. Был турала ул Хөкүмәттә үткән "Сәләмтәлек сәғәте"ндә белдерҙе. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр "больничный" артынан район йәки участка дауаханаларына йөрөргә мәжбүр. Фельдшер-акушер пункттарында иһә ауырыу буйынса ҡағыҙҙар бирергә ярамай. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аҙна дауамында был мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылы фельдшеры Венера Исмәғилова бындай башланғысҡа ыңғай ҡарашта. Уның әйтеүенсә, ауырыу буйынса ҡағыҙҙарҙы урында уҡ биреп булмағас, сирле кешеләр белешмә артынан оҙаҡ йөрөргә мәжбүр.

   

 


ҡаралған: 115

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.