Главные вкладки

Футболсы булыр балам...

- 11.07.18 -

Башҡортостан кешеләре балаларына футболсылар исемдәрен йышыраҡ бирә башлаған. Һуңғы көндәрҙә Артем, Сергей һәм Александр тигән исем ҡушыу осраҡтары артты, тип хәбәр итәләр Республика юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан. Быны футбол буйынса донъя беренселеге үтеүе менән дә аңлата эксперттар. Артем Дзюба, Сергей Игнашевич, Александр Головин һәм Александр Самедов милли команда составында яҡшы уйын күрһәтте. Башҡортостанда үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирәләр, әммә сит ил футболсыларын үҙ итеүселәр ҙә бар, мәҫәлән, күрше Татарстанда бер ғаилә Аргентина командаһы лидеры Лионель Месси хөрмәтенә сабыйына Лионель тигән исем ҡушҡан. Футбол буйынса донъя беренселеге аҙағына яҡынлаша, чемпион был йәкшәмбе билдәле була.


ҡаралған: 101

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.