Главные вкладки

Һалҡын менән Һыуыҡ

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң дә, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар. Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк.

Аяҡ өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. Һыуға гәрсис тә ҡушып ебәрһәң, аяҡтарҙы ҡыҙҙып ебәрә.

Һыуыҡта кеше үҙендәге йылыны һаҡларға тейеш. Ә йылыны нисек һаҡлайҙар, беләһегеҙме, бәләкәстәр?

Беренсенән, һауа торошона, температураһына ҡарап, ярашлы итеп кейенергә кәрәк.

Ҡышҡы кейем йәбешеп тормайса, саҡ ҡына бушыраҡ булһа, йылыраҡ була. Аяҡ кейеме лә әҙерәк кенә ҙурыраҡ булырға тейеш. Сөнки кейем араһындағы һауа йылыны һаҡлай.

Өшөгәндә эҫе генә итеп лимонлы сәй эсәләр. Сөнки йылы аҙыҡ кешене эстән йылыта. Һәм, әлбиттә, һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн хәрәкәт итергә кәрәк.

Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, “Һыуыҡ менән Һалҡын” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Заһир  Зәйнетдин ағай уҡый.

                            

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 26..28°C
төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.