Главные вкладки

Халыҡтың аҡылы – уның ижадында

Гөлнур Хөсәйенова, Мирас Иҙелбаев

      Рәсүл Сәғитов:

      – Фольклор – нимә ул? Инглиздән килә, ике өлөштән тора, тәүгеһе һәр кемгә аныҡ билдәле  – халыҡ. Икеһе бергә – «халыҡ аҡылы». «Белеме» тиһәк тә була. Ошо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе фән фольклористика тип атала.

      Әҙәбиәтте, яҙма нәфис ижадҡа ғына ҡалдырып, тарайтмай, ғөмүмән һүҙ сәнғәте булараҡ алһаҡ, фольклор – әҙәбиәттең айырым бер бүлеге, ә фольклористика әҙәбиәт ғилеме өлөшө килеп сыға. Бөгөнгө тапшырыу үҙәгенә ҡуйылыр мәсьәләнең, йәмғиәт иғтибарының уға кәрәктән бер килке һайлығы арҡаһындамы, матдилыҡтың рухилыҡтан һирәк тимәҫлек өҫтөн баһаланыуынанмы , кәм күренгән мөһимлеген күтәреү өсөн әйтелде былар. Ә ысынында ул – тотош донъя лабаһа! Халыҡтың тормошо, тарихы. Кешенең тойғолары, хистәре, фекерҙәре, һығымталары, һөйөнөсө, көйөнөсө. Хайран затлы һандыҡ.

      Фольклорҙа һәр кем тап үҙенекен, нәҡ уға тәғәйенде, ул аңлағанды ғына табалыр ки. Халыҡ ижады халыҡтың үҙен, донъялағы нисә-нисәмә милләт араһынан үҙенең генә кемлеген төшөндөрә бит, тәрәнгә ҡарау, тимәк, алыҫҡа – киләсәккә лә бағыу мөмкинлеген бирә был. Ә тәрбиә һуң, ә әхләҡ һуң!? Быларҙы әлеге ижад күмәртәләп тарата, ботлап һеңдерә.

      Тел тураһында айырым әйтергә кәрәк. Шулай тигәндә, эпостарыбыҙ киңлегенә үк иркенләмәй, ҡыҫҡараҡ, көнитмешкә яҡыныраҡ жанр – мәҡәл, әйтемдәребеҙҙе генә миҫал итеү ҙә етә, белеп, урынлы ҡулланғанда, уларҙың телмәрҙе ни тиклем балҡытып ебәргәнен өҫтәмә белдереп торайыҡмы икән!? Ә күпмеләренең Тыуған илде һөйөүгә өндәгәнен, бөтә булған изге төшөнсәләрҙе әләм итеп күтәргәнен беләбеҙ, тимәк, бөгөн өҫкәрәк сығарылырға ниндәйҙер дәрәжәлә, танмайыҡ, мохтаж ватандарлыҡ тойғоһо ла бит халыҡ ижадында ныҡлы тамырлана – ил һаҡлау, батырҙар тураһындағы әҫәрҙәрҙең үҙҙәрен генә түгел, жанрҙарын теҙеү өсөн дә ваҡыт күп кәрәк. Бына шундай мәртәбәле өлкә ул фолькор – халыҡ ижады вә халыҡ аҡылы.

      Мөһимлекте иҫбатлап, төрлө саралар ҙа уҙа тора. Ошо көндәрҙә 2020 йылда Башҡортостанда шаулар Бөтә донъя фолькориадаһы саралары раҫланғаны мәғлүм. Рәсәйҙең үҙендә дүрт йылға бер конгрестар ойошторола килә һәм сираттағыһы быйыл, марттың тәүге аҙнаһында, Тулала эшләне. Унда Башҡортостандан ҙур делегация – ете кеше ҡатнашты һәм әлеге күплек республиканың фольклор йәһәтенән дә тәрән тарихлы ла, мул емешле лә булғанын раҫлай, әлбиттә.

      Студияла делегацияның ике ағзаһы – филология фәндәре докторҙары Мирас Иҙелбаев менән Гөлнур Хөсәйенованы сәләмләйбеҙ.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
кис 27..29°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.