Главные вкладки

Һәләтле балалар өсөн мөмкинлектәр киңәйә

- 11.07.18 -

Республикала һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһы әҙерләнгән. Ошо турала Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. Уны Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Әлеге ваҡытта концепция Финанс министрлығында ҡарала. Документҡа ярашлы, йәш таланттарға ярҙам итеү, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү өсөн система ойошторола, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары араһында бәйләнеш барлыҡҡа килергә тейеш. Бынан тыш, республикала һәләтле балалар үҫеше һәм ситтән таланттарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Кәңәшмәлә шулай уҡ һәләтле балалар менән эшләү өсөн айырым белем биреү үҙәктәре ойоштороу мәсьәләһе күтәрелде. Рөстәм Хәмитов ошондай ойошмаларҙың береһен Ҡырымда Башҡортостан ҡарамағындағы балалар шифаханаһында асырға тәҡдим итте.


ҡаралған: 31

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
кис 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.