Главные вкладки

Хөкүмәт социаль мәсьәләләрҙе тикшерҙе

- 13.03.18 -

Бөгөн Республика хөкүмәте президиумы ултырышы үтте. Унда мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереүгә субсидиялар тәртибе ҡаралды. Документ муниципалитеттарҙа мәҙәни объекттарҙы капиталь төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларҙы яңыртыу кеүек сығымдар исемлеген киңәйтеп, субсидияларҙы тотоноу мөмкинлеген арттыра. Ултырышта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында ваҡытлыса тәрбиәләү шарттарын ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде. Мәҫәлән, 4 йәшкә тиклемге балалар профилле учреждениела түгел, ә махсус сабый йортонда йәшәй. Бүлмәләге балалар һаны алтауҙан артмаҫҡа тейеш, уларҙы бер үк тәрбиәселәр ҡарауы мөһим шарт булып тора. Балаларҙы бер бүлмәнән икенсеһенә күсереү ҙә тыйыла. Республикала 3 махсус сабый йорто эшләй. Уларҙа 4 йәшкә тиклемге 275 сабый бар.


ҡаралған: 140

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 9..11°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 15..17°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.