Главные вкладки

Хужалыҡҡамы, нужалыҡҡамы?

Данис Фазылйәнов

       Рәсүл Сәғитов:

      – Ауыл хужалығы ерҙәре булыр бөгөнгө һөйләшеү үҙәгендә. Беренсенән, мәсьәлә һәр ваҡыт мөһим булғанға – ерҙе даими тәрбиәләп тоторға, файҙаһын күрергә кәрәк, ә күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, ҡаралмаған, ҡый үләне баҫҡан әллә күпме биләмәләр ятҡанына шаһитбыҙ. Икенсенән, хосусилаштырылған ауыл хужалығы ерҙәренең, районына ҡарап, ярайһы мул табыш биргәне билдәле, хужалар пайҙарын фермерға ҡуртымға тапшыра ла, көҙ ул уңыш менән бүлешә – һата алмаһаң, ҡош-ҡортоңа ем, былтырғы ише мул йылдарҙа айырыуса һәйбәт. Шулай, ләкин килемһеҙ урындар ҙа бар – йә тау-ташлы, йә алыҫта, йә тупрағы хөрт. Йәнә килеп, үҙенә тейешле гектарҙарҙан баш тартыусылар ҙа юҡ түгел, сөнки уңыш алырҙарына шикләнәләр, ә һалым түләргә тура киләсәк. Мәсьәләне күтәреүгә өсөнсө нигеҙ – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың үткән аҙналағы ултырышында ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү өлкәһенең тикшерелеүе. Уны радио аша ил алдында ла күтәрергә йөрьәт иттек, сөнки һорауҙар һаман да бар әле. Яуаптар ҙа мотлаҡ булыр.

      Һүҙҙе Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Данис Фазылйәнов ҡатнашлығында дауам итәбеҙ.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 9..11°C
төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.