Главные вкладки

Хыялый шыршы

Ни өсөн ағастар ҡышҡылыҡҡа  япраҡтарын ҡоя, тик шыршы ғына йәшел көйө ҡала? - тип һорай минән балалар.  Ағастар углекислый газды йотоп, кислород бүлеп сығара. Ишеткәнегеҙ барҙыр, бәләкәс дуҫтарым?  Был фотосинтез тип атала. Ләкин фотосинтез өсөн ҡояш нурҙары һәм һыу етәрлек булырға тейеш.  Ағастар  һыуҙы япраҡтары аша быуға әйләндерә. Ә ҡышын һыу туңа, ергә һеңмәй өҫтә ята, ҡояш та аҙ йылыта, көндәр ҡыҫҡара. Шуға ла улар япраҡтарын ҡоя һәм йылы яҙҙы көтә. Әгәр ҙә ағастар ҡышҡыһын япраҡта ултырһа, уларға  ҡар йәбешеп, ағастарҙың көсө етмәй ботаҡтары һыныр ине.

Шыршыға ла ҡар йәбешә. Тәбиғәт  ылыҫлы ағастарҙы иҫ киткес үҙенсәлектәр менән яралтҡан. Уларҙың энәләренең майҙаны бәләкәй генә, шуға дымды быуға әйләндермәй тиерлек. Етмәһә,  энәләр йоҡа ғына балауыҙ менән ҡапланған. Был да дымды тотҡарлай. Шуға ла энәләр эсендәге һыу уларға яҙға тиклем етә.

Шыршының ботаҡтары аҫҡа ҡарап үҫкән, шуның өсөн ҡар ҡаплаһа ла, ботаҡтары һынмай.

Беҙ бөгөн Булат Рафиҡовтың  “Хыялый шыршы” тигән әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте  Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡый.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 9..11°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 15..17°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.