Главные вкладки

Ҡалалар һәм илдәр – Cities and countries 

Йөҙ ҙә ун беренсе дәрес

Lesson One Hundred Eleven

 

Ҡалалар һәм илдәр Cities and countries 

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Алдағы көндәрҙә ҡалалар һәм илдәр буйлап сәйәхәт итәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Австралияға сәфәр ҡылабыҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Австралия Берлеге – Commonwealth of Australia

Утрау ҡитға – Island continent

Юғары үҫешкән индустриаль-аграр дәүләт – Highly developed industrial-agrarian country

Сүллек – Desert  |ˈdezət|

Файҙалы ҡаҙылмалар – Mineral resources

Һарыҡ йөнө – Sheep wool

Эвкалипт – Eucalyptus |ˌjuːkəˈlɪptəs|

Көнгөрә – Kangaroo

Коала айыуы – Koala-bear |kəʊˈɑːlə| 

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Австралияның яртыһын тиерлек сүллек йәки ярым сүллектәр биләй. Оҙаҡ ваҡыт дауамында ул иҡтисади үҫеш яғынан файҙаһыҙ тип уйланылған. Әммә ул күмер, тимер мәғдәне, боксит, уран, ҡурған һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға бай – Almost one half of Australian territory is occupied by deserts and semideserts. For quite a long period of time it was thought to be useless for economic development. But it is rich in coal, iron ore, bauxites, |ˈbɔːksʌɪt| uranium, lead and many other mineral resources.

Бөгөн нефть, химия, тау тоҡомдарын эшкәртеү, радиоэлектроника һәм аҙыҡ-түлек етештереү – иң мөһим тармаҡтар. Ил ауыл хужалығы тауарҙары һәм сеймал экспортлай – Now the most important industries are oil, chemical, ore mining, radioelectronics, and food industry. The country exports agricultural products and raw materials.

Тәбиғәткә килгәндә, Австралияла йышыраҡ үҫкән ағастар араһында эвкалипт һәм дәүләт эмблемаһы булған австралия сәрүәре йәки мимоза осрай. Көнгөрә һәм коала айыуы кеүек үҙенсәлекле хайуандар сығышы менән Австралиянан – As for the nature, the commonest trees of Australia are the eucalyptus and the Australian acacia or mimosa |mɪˈməʊzə|, the national emblem of the country. Such unusual animals as a kangaroo or a koala-bear originate from Australia.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә Канадаға сәйәхәт итербеҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Австралияның яртыһын тиерлек сүллек йәки ярым сүллектәр биләй. Оҙаҡ ваҡыт дауамында ул иҡтисади үҫеш яғынан файҙаһыҙ тип уйланылған. Әммә ул күмер, тимер мәғдәне, боксит, уран, ҡурған һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға бай. 2. Бөгөн нефть, химия, тау тоҡомдарын эшкәртеү, радиоэлектроника, һәм аҙыҡ-түлек етештереү – иң мөһим тармаҡтар. Ил ауыл хужалығы тауарҙары һәм сеймал экспортлай. 3. Тәбиғәткә килгәндә, Австралияла йышыраҡ үҫкән ағастар араһында эвкалипт һәм дәүләт эмблемаһы булған австралия сәрүәре йәки мимоза. Көнгөрә һәм коала айыуы кеүек үҙенсәлекле хайуандар сығышы менән Австралиянан.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Australia

Australia, or the Commonwealth of Australia, as it is officially called, is situated on the island continent. It also occupies the Island of Tasmania and some minor islands round the coast of the continent. It is a highly developed industrial-agrarian country. Its area is about 8 million km2. It is the only state in the world that occupies the territory of a whole continent.

The capital of Australia is Canberra, which became the capital only in 1927.

From 1787 to 1867 Australia was a place where criminals were sent from Britain. That is why the official language of Australia is English. Almost one half of Australian territory is occupied by deserts and semideserts. For quite a long period of time it was thought to be useless for economic development. But it is rich in coal, iron ore, bauxites, uranium, lead and many other mineral resources. For almost a century the production and export of sheep wool was the basis of the economy of the country. Now the most important industries are oil, chemical, ore mining, radioelectronics, and food industry. The country exports agricultural products and raw materials.

As for the nature, the commonest trees of Australia are the eucalyptus and the Australian acacia or mimosa, the national emblem of the country. Such unusual animals as a kangaroo or a koala-bear originate from Australia.

Australia is one of the most unusual and exotic countries of the world. A significant feature of modern Australian society is the representation of a lot of cultures drawn from many lands by its people.

Historically part of the British Empire and now a member of a Commonwealth of Nations, it is a relatively prosperous and independent nation.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -19..-21°C
кис -19..-21°C
төндә -21..-23°C
иртән -22..-24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.