Главные вкладки

Ҡалалар һәм илдәр – Cities and countries 

Йөҙ ҙә ун икенсе дәрес

Lesson One Hundred Twelve

 

Ҡалалар һәм илдәр Cities and countries 

(дауамы)

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Ҡалалар һәм илдәр буйлап сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Канадаға сәфәр ҡылабыҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнәйек.

Федератив дәүләт – Federative state

Күперҙәр ҡалаһы – City of bridges

Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр – Fur-bearing animals

Диңгеҙ судноһы – Sea vessel

Ҡар таҙартыу машинаһы – Snow-removal machine

Урман хужалығы – Timber

Бойҙай – Wheat

Арпа – Barley

Етен – Flax

Балыҡсылыҡ – Fishing

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Канаданың баш ҡалаһы – Оттава, ул Оттава йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала матур парктары менән билдәле. Уны шулай уҡ күперҙәр ҡалаһы тип беләләр – The capital of Canada is Ottawa, which is situated on the bank of the Ottawa River. It is famous for its beautiful parks. It is also known as the city of bridges.

Канадала автомобиль, самолет, локомотив, диңгеҙ судноһы, ҡар таҙартыу машиналары һәм ауыл хужалығы техникаһы етештерелә. Иң үҫешкән сәнәғәт йүнәлештәре араһында – урман хужалығы, тау тоҡомдарын сығарыу, химия, ит һәм һөт, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары – Canadian industries produce cars, airliners, locomotives, sea vessels, snow-removal machines and agricultural equipment. The most developed industries are timber, mining, chemical, meat and milk, food industries.

Канадың дәүләт телдәре – инглиз һәм француз. Халыҡтың яҡынса 60 проценты – инглиз, 27 проценты француз телендә һөйләшә. Ҡалғандары башҡа телдәрҙә – эскимос, хинди, немец, украин һәм итальянса арашала – Official languages of Canada are English and French. Nearly 60 percent of the population speaks English and 27 percent speaks French. The rest speaks other languages, such as Eskimo, Indian, German, Ukrainian and Italian.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә Ирландияға сәйәхәт итербеҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Канадың дәүләт телдәре – инглиз һәм француз. Халыҡтың яҡынса 60 проценты – инглиз, 27 проценты француз телендә һөйләшә. Ҡалғандары башҡа телдәрҙә – эскимос, хинди, немец, уркаин һәм итальянса арашала. 2. Канаданың баш ҡалаһы – Отттава, ул Оттава йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала матур парктары менән билдәле. Уны шулай уҡ күперҙәр ҡалаһы тип беләләр. 3. Канадала автомобиль, самолет, локомотив, диңгеҙ судноһы, ҡар таҙартыу машиналары һәм ауыл хужалығы техникаһы етештерелә. Иң үҫешкән сәнәғәт йүнәлештәре араһында – урман хужалығы, тау тоҡомдарын сығарыу, химия, ит һәм һөт, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Canada

Canada is an independent federative state. It is one of the most developed countries. Canada consists of ten provinces and two territories.

It is situated on the North American continent. In size Canada is the second in the world after Russia. Its area is almost 10 million km2.

The capital of Canada is Ottawa, which is situated on the bank of the Ottawa River. It is famous for its beautiful parks. It is also known as the city of bridges.

Canada is very rich in forest, minerals and fur-bearing animals. It holds the first place in the world in the amount of forests. It is rich in the following natural resources: non-ferrous metals, uranium, oil, natural gas, coal.

Canadian industries produce cars, airliners, locomotives, sea vessels, snow-removal machines, and agricultural equipment. The most developed industries are timber, mining, chemical, meat and milk and food industries. Canada grows wheat, barley, flax, potatoes, vegetables and fruit. Fishing is also one of the prosperous industries.

Official languages of Canada are English and French. Nearly 60 percent of the population speaks English and 27 percent speaks French. The rest speaks other languages, such as Eskimo, Indian, German, Ukrainian and Italian..

Canada is a founding member of the United Nations. It has been active in a number of major UN agencies.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -10..-12°C
кис -10..-12°C
төндә -11..-13°C
иртән -11..-13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.