Главные вкладки

Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит

   2017 йылда иген уңышы буйынса рекорд ҡуйҙыҡ. Был иһә эске баҙарға баҫым яһай. Тәҡдим итеүселәр күп, шуға ла ашлыҡҡа хаҡ төшә. Һөҙөмтәлә, етештереүсе зыян күрә. Хәл итеү юлы – экспорт. 

- Бойҙай һәм башҡа ауыл хужалығы культураларының уңышы артыу менән экспортты ла киңәйтеү бурысы барлыҡҡа килә. Рәсәй бойҙайҙы сит илдәргә һатыу буйынса донъяла беренсе урынға сығыу маҡсатын ҡуйғайны. Быға ирештекме?

- Экспортты киңәйтеү өсөн инфраструктураны үҫтереү мөһим. 2017 йылдың октябрь айында илдең ҡайһы бер төбәктәрендә игенде тимер юлдарҙан ташыу өсөн тарифтар 10 процентҡа түбәнәйҙе. Файҙаһы булдымы?

-  “Инфраструктураға бәйле сикләүҙәр булмаһа, Рәсәй йыл һайын 60-70 миллион тонна игенде экспортҡа сығарыр ине”, - тип билдәләй “СовЭкон” аналитика үҙәге етәксеһе Андрей Сизов. Порттар системаһы иҫкергәнме, транспорт селтәре тейешле кимәлдә эшләмәйме?

 

- Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Рәсәйҙә он етештереү һуңғы ун йылда иң түбәне булыуы ихтимал, тип хәбәр итә. Бойҙай һәм бойҙай-арыш оно сығарыу 6 процентҡа кәмегән. Был яҡшымы, насармы? Һәм хаҡтарҙа ниндәй сағылыш табасаҡ?

- Ҡытай – донъяның иген баҙарында төп импортерҙарҙың береһе. Был сегменттағы хаҡтарға уның йоғонтоһо ни тиклем көслө буласаҡ? 

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов һәм иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев яуап бирҙе. 

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.