Беҙҙең проекттар

23.10.2017

Һаҡаҫҡыла ниҙәр бар?

Яҡтыкүлдең санитарҙары кемдәр?

Ҡыйлыҡтар менән нимә эшләргә?

Беҙ тәбиғәттә ҡунаҡ  ҡына, тип иҫәпләй Гөлнур Яҡупова.

18.09.2017

Ер эшкәрткәндә тупраҡҡа, ялан-ҡырҙарға зыян килмәһен, баҫыуҙар киләсәктә лә мул һәм экологик яҡтан таҙа  уңыш менән ҡыуандырһын тиһәң,  заманса техника, яңы технологиялар ҡулланыу тейеш. 

28.08.2017

     - Мораҙым тарлауығында  йәш экологтар   тәбиғәт серҙәрен өйрәнә.

     - Еҙем  буйҙары  тәбиғәтен  тәләфләүҙән  нисек ҡотҡарырға?

     - Экология  өлкәһендә  тикшереү һәм контроль кәмеүе нимәгә бәйле?

     -"Урал батыр"  менән  "Юлдаш" радиоһы - рухташтар һәм хеҙмәттәштәр. 

31.07.2017

   Башҡортостан экологтары, был йүнәлештә эшләгән фән әһелдәре һирәк осраған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлектәрҙе һаҡлау, өйрәнеү, мониторинг үткәреү буйынса берҙәм методика ҡуллана. Беҙҙең республикала уйлап табылған  һәм ғәмәлдә үҙен аҡлаған әлеге ысул  хәҙер бөтөн Рәсәйҙең ҡурсаулыҡтар системаһында  ла  киңерәк танылыу  табыуы һөйөнөслө. 

03.07.2017

   Башҡортостан тереклеге һуңғы 30 йылда 40-лап ҡошҡа байыған.

   Һауа шарттары, климат үҙгәреүенең  ҡурсаулыҡтар торошона йоғонтоһо бармы? 

   Һирәк осраған үҫемлектәрҙе нисек һаҡларға?

   Нимә ул экологик мәҙәниәт?

29.05.2017

  Тыуған төйәге  гүзәллеген кәүҙәләндергән, уға һөйөүен сағылдырған  Һаҡмарын композитор Хөсәйен Әхмәтов хәҙер таныр инеме  икән? Унан күпкә йәшерәк быуын, беҙҙең замандаштарыбыҙ ҙа һуңғы 20-30 йыл эсендә йылғаның кесерәйеүен, тирә-йүне бысранып, тәбиғәте ярлыланып ҡалыуын күҙәтә. “Таҙа Һаҡмар” экологик сараһының  шуға ла дәррәү  уҙғарылыуы – йылға тураһында хәстәрлек күреүҙең  бөгөн үк көнүҙәк сараһы.

24.04.2017

  Йәшел стандарттар үҙәге тикшеренеүҙәре асыҡлауынса, Башҡортостан  Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынға сыҡҡан. Рейтинг тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыуға дәүләт программаларын финанслау, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һаны  һәм Экология йылында үткәрелгән саралар иҫәбенә ҡарап билдәләнгән.

20.03.2017

    5 йылдан  һуң  солоҡ ҡорто ер йөҙөнән юҡҡа сығыуы бар. Ни эшләргә? Уны нисек ҡотҡарырға?

    Нимә була ул  Бал йорто? Уны  бал ҡорттары төҙөймө йә умартасымы? 

    Планетаны үҙгәртеү еңелерәкме, әллә үҙеңдеме?  

27.02.2017

  Йәшәгән мөхитебеҙ, тирә-йүнебеҙ, тормош сығанағы булған ер-тупрағыбыҙ һәм тәбиғәт  беҙҙән  аҡыллы, һаҡсыл  мөнәсәбәт  талап итә. Әммә ул мөнәсәбәт әле, үкенескә күрә,  тар һуҡмаҡ  ише генә. Исемле йылға арналған тапшырыуҙың “Экологик һуҡмаҡ” тип аталыуы ла шуға ишаралай. Ул һуҡмаҡ оло, иркен юлға алып сыҡһын өсөн, аныҡ эштәрҙән торған  кескәй аҙымдар менән булһа ла, алға барыу мөһим.  

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..-2°C
көндөҙ 3..5°C
кис -1..1°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.