Беҙҙең проекттар

21.02.2019

Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Киләсәкте ышандырып тапшырырлыҡ йәштәр бармы бөгөнгө йәмғиәттә? Ошо һорауға ныҡлы һәм тулы яуап алдыҡ. Өфөлә “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” исеме аҫтында күләмле форум үтте. Унда бер меңдән ашыу йәш кеше - уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар, спортсылар, эшҡыуарҙар, уйлап табыусылар, сәйәсмәндәр, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты. Бөгөнгө ҡунаҡтарым да ошо залда булыусылар. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы б...

20.02.2019

      Рәсүл Сәғитов:

      — Студия һис шикһеҙ ҙур ижтимағи-сәйәси сара — президент Путиндың  Федераль Йыйылышҡа быйылғы, бөгөнгө   мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышыу өсөн асыҡ.

      Мөрәжәғәтнамәләрҙең совет осоронда булмағанын беләбеҙ, Рәсәй тарихында был быйыл егерме бишенсе, тап Путин тарафынан ун бишенсе  тапҡыр башҡарылды. Ижтимағи-сәйәси тормошҡа ул тиҙ, еңел инеп китте, һәм был президенттың хоҡуғы ғына түгел, бурысы ла...

19.02.2019

Инвестицияны иҡтисади үҫеш нигеҙе тибеҙ. Рәсәй кимәлендә, халыҡ-ара аренала Давос, Гайдар, Санкт-Петербург, Сочи форумдары үтеп тора. Төрлө дәүләттәрҙән иҡтисад белгестәре, эре бизнес вәкилдәре осраша, фекер алыша, ошонда уҡ төрлө килешеүҙәр ҙә төҙөлә. Йәғни,инвестфорумдар ошо йәһәттән әһәмиәтле. Ошо көндәрҙә Сочи инвестиция форумы үтте. Унда беҙҙең республика делегацияһы ла ҡатнашты. Нисегерәк үтте ул беҙҙең республика өсөн? Ситтән инвесторҙы...

18.02.2019

Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Генераль ассамблеяһы 2019 йылды Аҫаба халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте. Был турала ҡарар былтыр булды. Рәсәйҙә көҙҙән үк йылды уҙғарыу буйынса Ойоштороу комитеты ла төҙөлдө. Халыҡ-ара ойошма иғлан иткән документ буйынса отчет ҡына буласаҡмы, әллә аҫаба халыҡтар мәнфәғәттәрендә ниҙәр ҙә булһа ғәмәлгә ашырылырмы? Ошолар тураһында һөйләшәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә...

14.02.2019

Сибайҙа электән килгән проблема - халыҡты һаҫыҡ һәм һаулыҡ өсөн зарарлы еҫтән ҡотҡарыу  хәл ителә бара. 20 мартҡа каръерҙың аҫҡы өлөшөн һыу менән тултырасаҡтар. Тимәк, көкөрт диоксиды сығыу юлы быуылырға тейеш. Сәләмәтлеккә етди иғтибар бирелә - балалар шифаханаларға ялға ебәрелә, ҡалала Өфө табиптары граждандарҙы ҡабул итә, ҡала өҫтөндәге еҫте махсус лабораториялар даими тикшереп, мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереп тора. Бөгөнгә ошондай эштәр.

...
12.02.2019

      Рәсүл Сәғитов:

     — Ҡалын әҙәби журналдарға бөгөнгө йоҡа заманда нишләргә? Үткәндәре уларҙың бай, бөгөнгөһө бар, ә киләсәге һуң? Тап боронғоса — ҡағыҙҙа баҫыу шартһыҙ мөһимме? Был тик әҙәби баҫмаларға ғына ла ҡағылмай, әйткәндәй.

      Һуңғы һорау эсендә яуап та ята, сөнки ҡағыҙ ҡыйбатлығына, типография, таратыу хаҡтарына йомшаҡ ҡаршы тороуҙың ошо ысулы белгес булмаған кешегә лә һәйбәт билдәле һәм илдә, ә донъяла байтаҡта...

11.02.2019

Яҡты донъяға килгән һәр кем лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә, үҫергә, шәхес булараҡ формалашырға хоҡуҡлы. Конституцияға ла шулай яҙылған. Ҡыҙғанысҡа, ҡайһы бер осраҡта шундай талап-хоҡуҡтар үтәлмәй ҡала. Йәмғиәттең битарафлығымы, конституция үтәлеше өсөн яуап биреүселәрҙең эшләп еткермәүеме... Сер түгел, физик яҡтан камил булмағандарға һәр төрлө кәртәләр тыуа тора. Тура мәғәнәһендәге кәртәләр ҙә бар. Юғары ҡатҡа күтәрелеү өсөн лифт булмауы, биналарға...

07.02.2019

      Рәсүл Сәғитов:

      – Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың 85 йәше айҡанлы донъя күргән интервьюларының береһенән быны үҙенең ғәҙәти көн тип атағаны, йылмая биреп, тиҙерәк үтеп киткәнен теләгәне билдәле. Ләкин йәмғиәттә уның шәхесенә бәйле мәғлүмәткә, фекерҙәргә  ихтыяж ифрат ҙур һәм бөгөнгө «Асыҡ студия»ла беҙ уның ҡыҙыу хеҙмәт дәүере, оло эштәре тураһында һөйләшергә түңәрәк ҡор йыйҙыҡ – студияла ак...

06.02.2019

Башҡортостан халҡы инде айҙан ашыу сүп-сарҙы яңы тәртип буйынса ташлай. Реформа 1-се ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Ауылдарҙа ҡыйлыҡтар ябылды, махсус машиналар һәр ауылдан йөрөп йыйып алырға, тәғәйен полигонға алып барып утилләштерергә тейеш. Нисек башланды, бара был реформа? Ошолар тураһында һөйләшәбеҙ. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәре Лилиә Нуретдинова, Өфөнөң Махсуслаштырылған автохужалыҡ йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Рин...

Гөлназ Шафиҡова
05.02.2019

 

      Рәсүл Сәғитов:  

      – Финанс грамотаһы нимә ул? Оҙон, ҡатмарлы рәсми билдәләмәһе бар, ҡыҫҡартып әйткәндә – кешенең ошо яҡлап белеме, тәжрибәһе, өйрәнмеше. Йомғаҡты тағы ла тағата төшкәндә – төп финанс төшөнсәләрен аңлау, шәхси табышың менән бәрәкәтле идара ҡылыу, юғиһә ауыр табылғандың еңел юҡ булыуы төптө хаҡ түгел. Былай тигәндә бәғзе замандашыбыҙҙың һәйбәт эш хаҡы алып та, матди йәһәттән лайыҡлы донъя көтә алмағаны...

04.02.2019

Бөгөн – халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәш көнө. 2005 йылдан билдәләнә ул. Байрам итеү өсөн түгел, халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә иғтибарын арттырһын өсөн, сирҙе алдан асыҡлап, дауалау өсөн. Республикала 30 меңдән ашыу кеше әле ошондай диагноз йөрөтә. Сирҙән ҡотолоу өсөн алдан тикшерелеү, диагностика мотлаҡ. “Асыҡ студия”ла Республика клиник онкология диспансеры табибы, пульмонолог Замир Абдуллин менән яман шеште асыҡлау, иҫкәртеү, киҫәтеү, дауалау...

01.02.2019

Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡышҡы педагогик конференция үтте. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе электән һәм бер беҙҙә генә түгел, барлыҡ ил буйынса яңы уҡыу йылы алдынан, августа үтә. Башҡортостанда иһә август менән сикләнмәй, ҡыш уртаһында йәнә лә мәғариф форумы ойошторолдо. "Асыҡ студия"ла Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сафиуллина һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика интернат-гимназияһы директоры Ләйсән Фазлетдин...

31.01.2019

Сифатһыҙ эсемлек менән сауҙаны нисек тыйырға? Сибай ҡасан төтөндән ҡотолор? Ағас йыҡҡан Иҙрис олатай. Ошо һәм башҡа темалар буйынса Дәүләт Думаһы депутат Зариф Байғусҡаров менән әңгәмә.

29.01.2019

Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмутов менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора. 

 

ИМ. Бөгөн кредит, коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстар күп. Суд приказы тигән төшөнсә бар. Уны күреп ҡаушап ҡалырға ярамай. Микрофинанс ойошмалары һандарын арттырып яҙа, ялған документтар менән эш итә ала, суд аша яңынан иҫбатларға кәрәк, кәмерәк түләр өсөн. 99...

28.01.2019

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы" өҫтөндә эшләй. Унда һәр кем ҡатнаша ала - халыҡтан теләк-тәҡдимдәр ҡабул ителә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры урынбаҫары, ғалим Тимур Мөхтәров иһә "Башҡорт телен үҫтереү стратегияһы" өҫтөндә эш башлаған. Ике проектты ла быйыл йәй Оло Ҡоролтайға өлгөртөү планлаштырыла. Данир Ғәйнуллин менән Тимур Мөхтәров - ошолар тураһы...

25.01.2019

Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы үткән йылға йомғаҡ яһаны, 2019-ға ниәттәр билдәләне. Ойошманың етәксеһе, халыҡ контроле йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина-бөгөнгө "Асыҡ студия" ҡунағы.

24.01.2019

Республикала 2018 йыл дауамында төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр, авария, янғындарҙа, һыуҙа 860-тан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Тәбиғәт ғәрәсәте, техноген характерҙағы аварияларҙан бер кем дә һаҡланмаған, әммә ут менән һаҡ эш итеү, һыу буйында ҡағиҙәләрҙе үтәү - һәр кемдең үҙ яуаплылығында. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән - ошолар һәм башҡалар тураһында.

23.01.2019

Башҡортостанда һыйыр малдарының - 77, ваҡ малдарҙың - 50, сусҡаларҙың - 80, йылҡыларҙың 40 проценты тамғаланған. Был эштәрҙе апрелгә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған. Малдарҙы биркалау хужаларына һалым һалыу өсөн түгел, тип аңлата ветеринарҙар. Төп маҡсат - һәр малдың биологик паспортын әҙерләү. Ошо осраҡа ғына сирҙәргә кәртә ҡуйыла, баҙарға сифатлы, сирҙәрҙән таҙа ризыҡ сығарыласаҡ. "Асыҡ студия" эксперттары, Республика ветеринария идаралығы е...

22.01.2019

...Йәки 9 йомортҡа 10 йомортҡа хаҡы менән һатылғанда, 100 һум пособие артыҡ булмаясаҡ.

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгесе Венера Ҡотлоғолдина тыңлаусылар һорауҙарына яуап бирә. 

21.01.2019

      Рәсүл Сәғитов:

      – Бер яҡлап – эйе, эҙләнә, табыла: хәл – республиканың иң юғары етәкселеге кимәлендә даими күҙәткелә, белгестәр тикшерә, үлсәй, һығымталар яһай, тәҡдимдәр индерә, ҡалала табиптар күпләп эшләй – берәүҙәр ҡайтыуға икенселәр бара, педиатрҙарҙың өй беренсә йөрөйәсәге хәбәр ителде, битлектәр таратыла, урындағы үҙидара, депутаттарға яуаплылыҡтың ни дәрәжәлә ҡаты икәнлеге бик ҡырҡыу белдерелде, ҡаҙылма байлығы заманы...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.