Беҙҙең проекттар

23.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Ер мәсьәләһен күтәрербеҙ бөгөн. Һәм бының өсөн нигеҙ, һәр ваҡыттағыса, күп. Беренсенән, ул республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, иркен, үҙе бер йәм, шуның менән бергә файҙаланыу, бәрәкәтле тотоноу, ә тимәк, тәрбиәле тотоу теләнгәндән кәм. Ниңә һуң шулай? Ҡәҙере юҡмы? Иген икмәле төбәктәрҙә ҡәҙере бар, ҙур – ҡуртымға биреп тә әҙме-күпме килем алына. Ауыл хужалығы өсөн уңайһыҙ йә бөтөнләй яраҡһыҙ урындарҙа инде әле булһа пайҙарын алмаусылар байтаҡ. Сөнки кәрәкмәй, тигән һығымта ныҡ – һалым яҡлап кеҫәгә генә көс. Ләкин барыбер ҙә, сабынлыҡ булһа ла эйәле булырға тейеш тәһә.

      Һәм тап хужа табылһын өсөн дә 2016 йылдың йәйе башында әле Рәсәй президенты Владимир Путиндың Алыҫ Көнсығышта бушлай ер биреү тураһындағы указы сыҡҡаны билдәле. Столыпин проект...

22.03.2018

Башҡортостанда йәш ғалимдарға бер миллион һумлыҡ 30 грант бүленә. 

Был тәҡдим Республика Хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Кәңәшмә Республика Башлығы Рөстәм Хөмитов рәйеслегендә үтте. Унда юғары квалификациялы фән белгестәре әҙерләү йүнәлешендә Башҡортостан Башлығы гранттарын бүлеү тәртибе тураһында фекер алышынды. Беҙҙең республика йәш ғалимдарҙы дәртләндереү сараһына тәүгеләрҙән булып тотондо. Был эш төбәктең 2030-сы йылға тиклем раҫланған үҫеш стратегияһы нигеҙендә алып барыла.

Бер миллион һумлыҡ гранҡа кемдәр дәғүә итә ала? Ниндәй асыштар өсөн? Был хаҡта беҙ Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов менән әңгәмә ҡорабыҙ.  

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

21.03.2018

Бөгөн Халыҡ-ара урман көнө. Ошо айҡанлы студияға урмансыларҙы саҡырҙыҡ.

Ҡунаҡтарыбыҙ:

Өфө урман хужалығы техникумының уҡытыу-тәжриәбә хужалығы мөдире Фәриҙә Садыҡова, Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаментының урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин, республика урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов һәм министр ярҙамсыһы Айрат Искәндәров. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

 

 

 

20.03.2018

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов менән эшһеҙҙәргә эш биреү, ихтыяж тыуҙырған һөнәрҙәр, физик мөмкинлеге сиклеләрҙе эш менән тьәмин итеү мәсьәләләре хаҡында әңгәмә. 

Фәнил Ҡоҙаҡаев
19.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Һайлау тураһында булыр бөгөн һүҙ. ”Әлбиттә” тип тә өҫтәйек, сөнки ҙур, мөһим сәйәси сара ғына түгел, тотош бер процес та булды был һәм тауға күтәрелеү уның итәгенән башланған кеүек, түбәһенә менгәс, аръяғында нимәләр ятҡанын да күреү дөрөҫ. Йәғни һайлау кампанияһын тулы күрһәтеп барған беҙҙең радиола йомғаҡ тапшырыуы ла кәрәк һәм быны беҙ бөгөн дә эксперт ярҙамында башҡарырбыҙ.

      Йомғаҡтың бер өлөшө тапшырыуҙың аҙағында түгел, башында ла булһын. Беренсенән, көтөлгән тормошҡа ашты – Владимир Путин башҡаларҙы арҡан-арҡан ара ҡалдырып уҙҙы һәм быны тик ыңғай баһалау дөрөҫ, тигән уй ныҡ. Сөнки асыҡлыҡ бирҙе, баяғы тауға тура ынтылырғамы, урап уҙырғамы, уңдан урарғамы, һулданмы һәм башҡаларҙан ғибарәт икеләнеү юҡҡа сыҡты. Икенсенән, һүҙ сыҡҡанда әйтелгәндең –...

Гөлнур Хөсәйенова, Мирас Иҙелбаев
15.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Фольклор – нимә ул? Инглиздән килә, ике өлөштән тора, тәүгеһе һәр кемгә аныҡ билдәле  – халыҡ. Икеһе бергә – «халыҡ аҡылы». «Белеме» тиһәк тә була. Ошо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе фән фольклористика тип атала.

      Әҙәбиәтте, яҙма нәфис ижадҡа ғына ҡалдырып, тарайтмай, ғөмүмән һүҙ сәнғәте булараҡ алһаҡ, фольклор – әҙәбиәттең айырым бер бүлеге, ә фольклористика әҙәбиәт ғилеме өлөшө килеп сыға. Бөгөнгө тапшырыу үҙәгенә ҡуйылыр мәсьәләнең, йәмғиәт иғтибарының уға кәрәктән бер килке һайлығы арҡаһындамы, матдилыҡтың рухилыҡтан һирәк тимәҫлек өҫтөн баһаланыуынанмы , кәм күренгән мөһимлеген күтәреү өсөн әйтелде былар. Ә ысынында ул – тотош донъя лабаһа! Халыҡтың тормошо, тарихы. Кешенең тойғолары, хистәре, фекерҙәре, һығымталары, һөйөнөсө, көйөнөсө. Хайран зат...

14.03.2018

  Прокуратура Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһенә техника менән үтеүҙе бөтөнләй тыйҙы, шул иҫәптән ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөүҙе лә. Хәҙер тауға йәйәүләп кенә артылырға мөмкин.

Ирәмәлдә туризмды үҫтерәбеҙме, әллә уны ҡурсаулыҡ итәбеҙме? Ошо турала фекер алышырбыҙ.

Программаның эксперттары:

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы яуаплы сәркәтибе Римма Ғәлиева, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова. Телефон аша беҙҙең студия менән тура бәйләнештә Учалы районынан Ғаян Мөхәмәтшин. Ул төбәктә туризм үҫешенә күп көс һалған замандаштарыбыҙҙың береһе. 

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

13.03.2018

Нулдән күтәрелгән эшҡыуар Илшат Айытҡужин менән әңгәмә. 

Рәмилә Сибәғәтова, Луиза Ғиниәтуллина, Байрас Буранғолов
12.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Архив тармағына бәйле мәсьәләләрҙе һалайыҡ бөгөн уртаға. Сөнки ул да ифрат мөһим. Тәү мәғәнәһе – «хакимлыҡ», әйткәндәй. Немец теле аша латиндан ингән, ә уға, ғәҙәттәгесә, гректан күскән. Йәғни, төп асылы, ә, ныҡлап баҡҡанда – йөкмәткеһе буйынса ла, башкөлләй ижтимағи-сәйәси өлкәгә ҡарай. Дөйөм алғанда, һүҙҙе ҡыҫҡа тотҡанда – документтарҙы артабан файҙаланыу маҡсатында уларҙы ҡабул итеү, системаға һалыу һәм һаҡлау ойошмаһы. Төрҙәре бик күп: ойошмалар архивтары, тарихи архивтар, төбәк архивтары һәм башҡалар. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт архивы барлығын беләбеҙ. Шәхси архивтар ҙа эшләй.

      Мәсьәлә тапшырыуға йәнә шуларға таянып та сығарыла. Беренсенән, 10 мартта Архивтар көнө билдәләнде. Сағыштырмаса яңы һөнәри байрам был, 2003 йылда ғына барлыҡҡа килгән, шулай ҙ...

Фәриҙә Бәхтейәрова, Рәшиҙә Солтанова, Фәүзиә Латипова
07.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 8 март алдындабыҙ һәм ошо турала һөйләшәйек тә. Заманында йыш телдәге, бөгөн, тапшырыу аҙағында, эфирға ла ҡуйылыр йырҙағыса, изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе ҡуйыла ил алдына. Күркәм зат һәм дәүләт хакимлығы араһын да ҡарау, беҙҙеңсә, дөрөҫ булыр, сөнки демократик дәүләтбеҙ, һәр кемдең хоҡуғы тиң булырға тейешлекккә ынтылабыҙ. Йәнә лә: улар идаралыҡта күберәк ил үҫешкәнерәк, тип баһаланыла бит. Быға 20-се быуатта бөтә мәмләкәттәрҙә лә тиерлек закондарҙың үҙгәреүе, гүзәл затҡа һайланыу талаплы вазифаларға ла юл асылғаны килтерҙе. Донъя эшҡыуарлығының өстән бер өлөшө самаһы – ҡатын-ҡыҙ ҡулында йәки улар етәкселегендә икән. Ә инде гүзәл заттың һан яғынан да ишлерәк булыуы, гүйә тәбиғәттең үҙенең донъяны шулай тағы ла йәмләргә теләүе, мәҫәлән,...

06.03.2018

Республика халҡының 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Улар өсөн көнүҙәк проблема эш урыны табыу. Нисек булдырырға? Агропарктар был мәсьәләне хәл итеүгә ниндәй өлөш индерә ала? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Ҡунаҡтарыбыҙ:

Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәре союзы президенты Валерий Николаев, ошо уҡ ойошманың идара рәйесе Фәрит Рәхмәтуллин һәм “Ҡырмыҫҡалы-Агро” йәмғиәтенең генераль директоры Илгиз Йосопов.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

05.03.2018

Башҡортостандың Мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Шәһиева менән мәктәптәрҙәге туҡланыу хаҡында әңгәмә. 

Эльвира Байназарова, Рәйсә Күзбәкова, Гөлнара Дилмәева, Руслан Биккинин
02.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Төп һүҙ алдынан граждандар йәмғиәтенең нимәлеген ҡабаттан ҡарайыҡ, сөнки уның менән тапшырыуға сығарылыр мәсьәлә араһында бәйлелек шикһеҙ ҙә, сикһеҙ ҙә көслө. Рәсми телдә был – ”Азат граждандарҙың һәм коммерциялы булмаған йүнәлештә үҙ ирке менән формалашҡан, дәүләт хакимлығы менән эшҡыуарлыҡтың тура ҡыҫылыуынан, башҡа тышҡы факторҙарҙан ҡурсаулы ойошмаларҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе өлкәһе”. Йәмғиәттең сәйәси системаға талаптары һәм уға ярҙамы иләге, тип тә нарыҡлана. Артабан китһәк, граждандар йәмғиәте – кеше хоҡуҡтары яҡланыуы гаранттарының береһе.

      Граждандар йәмғиәтен үҫтереү хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙең ифрат мөһим нигеҙе һәм уның тиң хоҡуҡлы ише лә бит ул. Рәсәй президенты Владимир Путиндың илдә граждандар йәмғиәтен тағы ла көсәйтергә кәрәклекте йыш белдергәнен беләбеҙ – уның...

Айбулат Хөсәйенов
28.02.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Бөгөнгө студентҡа иртәгә нисек һуң эш табырға? Һүҙ килешлеге өсөн әйтелмәне әле, тап шулай – табырға, сөнки эҙләргә кәрәк – заман күренеше был. Һәйбәтенә урынлашыу ҙа мөһим шарт һәм шулай тигәндә тәүге көндән үк яҡшы түләү, йылы социаль яҡлау, хеҙмәти иркенлек, башҡа уңайлыҡтар ғына күҙҙә тотолмай, ә, беренсенән, оҡшаған, күңелеңә ятҡан эш тә хәжәт, икенсенән, уҡыу йортонда өйрәнгәнең дә файҙаһыҙ ятмаһын, ил мәнфәғәтендә ҡулланылһын.  Юғиһә ҡайҙалыр сауҙала, фастфуд-ресторанда эшләүгә лә йәмғиәттә, эйе,  билдәле дәрәжәлә ихтыяж бар, ләкин, ҙурҙан алғанда, быны хаҡҡа сығарыу ҡатмарлы – сараһыҙҙың көнөнән, әлбиттә. Йәғни диплом алыу ғына уңышлы хеҙмәт биографияһына тулы нигеҙ була алмай – ошо раҫлауға иҫбатлау элек тә талап ителмәне, бөгөн айырыуса – конкуренция юғ...

27.02.2018

Йәйге ялға әҙерлек, йыл әйләнәһенә сәйәхәттәр, Төркиәгә хаҡтар хаҡында эшҡыуар Рәсимә Ниғмәтуллина менән әңгәмә. 

26.02.2018

  Тапшырыуҙың темаһын “Беҙҙең ғаиләләр” тип билдәләнек.

Студия ҡунаҡтары: философия фәндәре докторы, профессор Урал Вилданов һәм иҡтисад фәндәре кандидаты, публицист Илдар Ғәбитов. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

21.02.2018

   Башҡортостанға 69 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителәсәк. Был Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумында төҙөлгән килешеүҙәрҙең дөйөм күләме.

     Республикаға килгән һәм килергә уйлаған инвесторҙар, яңы сәнәғәт объекттары төҙөү тураһында булыр бөгөнгө әңгәмә.Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин.

 

 

 

 

Нурислам Ҡалмантаев, Рөстәм Баянов
19.02.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 23 февраль алдындабыҙ һәм, Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлашҡан һайын, уға бәйле саралар ҙа, йылдағыса, ишәйә. Күпселеге – рәсми, оҙаҡ ваҡыт ҡабатлана килә, әммә бынан да фәҡәт ыңғайлыҡ күреү кәрәк, сөнки, күңелдә гел йөрөһә лә, тышҡа әллә ни сығарылып бармағандар – яуҙар ветерандарына, тыныс тормошта ла хәрби бурыс үтәгәндәргә рәхмәт һүҙҙәре, дан йырҙары майҙандарҙа белдерелә бит. Белдерелһен дә – илһөйәрлек, дәүләттең, халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланып, бөгөнгөһөн хәстәрләү, һөҙөмтәлә киләсәккә лә ныҡлы еп һуҙыу, шул иҫәптән ошолай ҙа һеңдерелә.

      Ҡушымта булараҡ, ә бәғзе осраҡтарҙа – айырым алып та, бының заманса, креатив, үҙебеҙсә әйткәндә – ижади ысулдары ла ҡулланылһа – бигерәк һәйбәт. Ошоға миҫал – 22 февралдә Өфөлә, Еңеү паркында, уҙыр Хәтер көнө...

16.02.2018

Олоғайған яҡындарыбыҙҙы хәстәрләү төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Шулай ҙа ҡараусыһыҙ ҡалған инәйҙәргә һәм олатайҙарға нимә эшләргә: ҡарттар йортона барырғамы, әллә ғаиләгәме? Бөгөн "Асыҡ студия"ла ошо турала фекер алышабыҙ. Тапшырыуҙа республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре Айгөл Ғилметдинова, Гөлшат Хөснөтдинова, психолог Әлмирә Исхакова һәм Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Илһам Әбделғужин ҡатнаша. Авторы - Зөһрә Арсаева. 

 

Илдар Яҡупов, Рәйес Аҡбаев, Рифҡәт Ғирфанов
15.02.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 15 февраль бөгөн һәм ул илдең яңы тарихында, ижтимағи-сәйәси йәһәттән, тәү нәүбәттә Афғанстан яуына бәйле. 1989 йылдың тап ошо көнөндә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы был илдән сыҡҡаны айҡанлы интернационалист яугирҙар көнө тип билдәләнеп килде, ә  2011 йылдан – Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе хәтерләү көнө.

      Ошо турала әңгәмәне башларҙан алда, мәсьәлә яҡшыраҡ аңлашылһын, бигерәк тә йәш быуындың күҙ алдында асығыраҡ баҫһын өсөн, инеш һүҙ әйтәйек.

      Һуғыш ун йыл – 1979-ҙан 1989-ға тиклем арауыҡ эсендә барҙы, тип ҡаралып йөрөлә, ләкин башы, башҡа күп хәрби низағтарҙыҡы кеүек үк, хәйер, хәрби генә лә түгел, әлбиттә – алғараҡҡа һуҙыла – 1973 йыл, монархияның ҡолатылыуы, атала. Яңы тәртип көсөндә биш йыл ғына булып өл...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 5..7°C
кис 3..5°C
төндә -1..1°C
иртән 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.