Беҙҙең проекттар

29.12.2017

   Башҡортостан тулайым төбәк продукты буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы ун төбәк,  инвестицияларҙы арттырыу буйынса иң яҡшы 15 төбәк араһында булырға тейеш. Ғүмер оҙонлоғо буйынса 20 субъект араһына инеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай бурыс ҡуйҙы. 2030 йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегия Хөкүмәттә хупланды.  

Унда ҡаралған төп мәсьәләләр тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин менән әңгәмәләшәбеҙ. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

28.12.2017

"Асыҡ студия"ла байрам марафоны.

Зөһрә Арсаева:

- Шоу дауам итә! Йыл менән йыл алмашыныр сихри мәл яҡынлаша. Һәр кем мең мәшәҡәткә күмелгән. Шулай ҙа күңелле эштәрҙе ситкә ҡуйып, яңы йыл марафонына ҡушылығыҙ әле, яратҡан тыңлаусыларыбыҙ. Һеҙҙең өсөн иң гүзәл йырҙарҙы һайланыҡ, бүләктәр әҙерләнек, ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Беҙ бергә! 

Ҡунаҡтарыбыҙ: 

Яңы йыл марафонында Башҡортостандың сатира һәм юмор батшаһы Марсель Сәлимов, биҙәүестәр оҫтаһы Рәлиә Аратова, этнодизайнерҙар Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҡатнаша. 

  Ат юрғалар, эйәһе дан алыр. Эт өргән ерҙә ауыл бар. Был халыҡ мәҡәлдәре. “Юлдаш”ты тыңлағыҙ, атҡа ла менерһегеҙ, этегеҙ ҙә булыр.  Яңы йыл менән! 

 

27.12.2017

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Республика комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Рәүеф улы Дияров менән әңгәмә.

26.12.2017

   Күптән түгел Рәсәй президенты Владимир Путин мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет үткәрҙе. Мәҙәниәт бик үҙенсәлекле өлкә һәм ул закондар менән көйләнә. Илебеҙҙең билдәле артистары, музыканттары, режиссерҙары һәм ижади һөнәр вәкилдәре менән һөйләшеүҙә сағыу мәлдәр байтаҡ булды. Улар тураһында бөгөнгө тапшырыуҙа фекер алышырбыҙ. 

Ҡунаҡтарыбыҙ: тарих фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж. 

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

25.12.2017

Башҡортостан суд приставтары начальнигы Илнур Мәхмутов менән әңгәмә. Йыл йомғаҡтары. 

21.12.2017

Криптовалюта ҡайҙандыр хасил булды ла, ҙур табыш килтерә башланы. Әйҙәгеҙ, асыҡлап ҡарайыҡ. Нимә ул? Технологияларҙы ҡулланып нисек аҡса эшләп була?

Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов һәм журналист, криптоинвестор Вадим Хәбиров менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.  

19.12.2017

Аборт: тыйырғамы, рөхсәт итергәме?                               

Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында ошо турала фекер алышырбыҙ.

Ҡунаҡтарыбыҙ:

яҙыусы Лира Яҡшыбаева, автор-башҡарыусы, журналист Гөлфиә Шәүәлиева һәм әүҙем йәмәғәтсе Гөлгөнә Абдуллина-Рыҫҡолова. 

Тема буйынса ошонда фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ: https://vk.com/uldash_fm?w=wall-4647320_59484

 

 

 

18.12.2017

  Беҙҙә мәктәптә уҡыу бушлай. Әммә белем усағы өсөн ата-әсәләргә байтаҡ аҡса сарыф итергә тура килә. Нимәгә? Ни өсөн? Күпме?

Бөгөнгө әңгәмәнең темаһын “Мәктәп аҡса талап итһә” тип билдәләнек. 

Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлназ Искәнйәрова. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.

 

 

 

15.12.2017

Күсемһеҙ милек баҙары макроиҡтисадтағы хәлгә бәйле, тип иҫәпләнә килде. Әммә күп кенә белгестәр һуңғы осорҙа был баҙар айырым йәшәй, үҙ ҡанундары нигеҙендә үҫешә, тип билдәләй. Яңы ысынбарлыҡҡа күсә барабыҙ. Асылда төҙөлөш бизнесында яңы модель хасил булды, ти Рәсәйҙең аналитика үҙәге эксперттары. Көрсөк башланғас та күсемһеҙ милек туҙҙырылған умарта күсе кеүек геүләп алды. Хәҙер ул тынысланды һәм төҙөй башланы. 

Яңы йыл алдынан фатир йәки йорт алыу отошломо? Ҡуртым баҙарында хәлдәр нисек? Риелтор Гөлгөнә Ғайсина менән ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирербеҙ. 

14.12.2017

    Мәскәүҙә Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы тамамланды.  

Ил башлығының журналистар менән ошондай форматта аралашыуы традицияға әйләнде. 2001 йылда конференцияла 502 һөнәрҙәшебеҙ ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны – 1640.

Һәр журналист үҙ төбәгендәге проблемаларҙы хәбәр итә алды.

Бөгөнгө “Асыҡ студия”ла матбуғат конференцияһында әйтелгәндәр тураһында фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ: фәлсәфә фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Рәмзиә Кәримова

 

 

 

...
13.12.2017

Бөгөн беҙҙең иғтибар үҙәгендә юлсылар – водителдәр һәм йәйәүлеләр.

Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының өлкән автоинспекторы Линар Зиннуров менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Хөрмәтле тыңлаусылар, һеҙ ҙә “Ҡайышыңды эләктер”  Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн автомобилдә ултырып һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп селфи төшөргә кәрәк. Фоторәсемде пристегнись Россия хэштегы менән социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. 

#ПристегнисьРоссия

...
12.12.2017

Бөгөн иғтибар үҙәгендә малдар һәм уларҙың һаулығы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм беҙҙең именлек.

Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан республикаһы ветеринария идаралығының ветеринар күҙәтеү бүлеге етәксеһе Линар Йыһаншин. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

11.12.2017

2018 - Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы буласаҡ. Был турала ил Президенты Владимир Путин иғлан итте.

Башҡортостан ирекмәндәре ниндәй эштәр менән шөғөлләнә? Кем ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла ала? Ошо турала фекер алышырбыҙ.

Студия ҡунаҡтары:

Республиканың волонтерҙар хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларға эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов, ирекмәндәр – Сәмсура Гордеева, Гүзәл Муллабаева һәм Таһир Латипов.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

08.12.2017

Тапшырыуҙың темаһын “Бөгөнгө йәмғиәттә атайҙар” тип билдәләнек.

Беҙҙең студияла ҡунаҡта өс  атай: философия фәндәре докторы, профессор Урал Вилданов, ғалим, уҡытыусы һәм етәксе Зәки Әлибаев, танылған музыкант Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

06.12.2017

2018 йылға газета-журналдарға яҙылыу дауам итә. Халыҡҡа ташҡа баҫылған һүҙ кәрәкме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Ҡунаҡтарыбыҙ:

Киске Өфө газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

05.12.2017

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә яңы рәйес. Гөлнур Ҡолһарина менән әңгәмә. 

04.12.2017

Илебеҙҙә Әсәлек капиталы программаһы 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Уны ҡулланыу мөмкинлектәре арта. Дәүләт йәш ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә.

Был саралар тыуымды арттырырға булышлыҡ итерме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ - ике бала әсәһе, Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт именлеген һаҡлау үҙәге белгесе Әлмирә Исхаҡова һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

01.12.2017

Спидҡа ҡаршы бөтә донъя көрәш көнөндә белгес менән әңгәмә. 

30.11.2017

 Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Документта республиканың алдағы йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде.

Унда күтәрелгән мәсьәләләр буйынса бөгөнгө тапшырыуҙа фекер алышырбыҙ. 

Студия ҡунаҡтары -

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин, иҡтисад белгесе, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы консультация үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ринат Мамаев.

28.11.2017

Социаль туризм, пособиелар, жкх түләүҙәрендә ташламалар, башҡа бик күп һорауҙарға яуаптар
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең бүлек начальнигы Венера Ҡотлоғилдина менән әңгәмәлә.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.