Беҙҙең проекттар

05.02.2018

   2017 йылда иген уңышы буйынса рекорд ҡуйҙыҡ. Был иһә эске баҙарға баҫым яһай. Тәҡдим итеүселәр күп, шуға ла ашлыҡҡа хаҡ төшә. Һөҙөмтәлә, етештереүсе зыян күрә. Хәл итеү юлы – экспорт. 

- Бойҙай һәм башҡа ауыл хужалығы культураларының уңышы артыу менән экспортты ла киңәйтеү бурысы барлыҡҡа килә. Рәсәй бойҙайҙы сит илдәргә һатыу буйынса донъяла беренсе урынға сығыу маҡсатын ҡуйғайны. Быға ирештекме?

- Экспортты киңәйтеү өсөн инфраструктураны үҫтереү мөһим. 2017 йылдың октябрь айында илдең ҡайһы бер төбәктәрендә игенде тимер юлдарҙан ташыу өсөн тарифтар 10 процентҡа түбәнәйҙе. Файҙаһы булдымы?

-  “Инфраструктураға бәйле сикләүҙәр булмаһа, Рәсәй йыл һайын 60-70 миллион тонна игенде экспортҡа сығарыр ине”, - тип билдәләй “СовЭкон” аналитика...

02.02.2018

Үлемгә килтергән сәбәптәр араһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары беренсе урында тора. Икенсе баҫҡыста – рак. Яман шештән дә вафат булыусылар һәм зәғиф ҡалыусылар күп.  Уртаса алғанда, йыл һайын был сирҙән 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 3 миллиондан ашыу кеше рак диагнозы менән онкология диспансерҙарына иҫәпкә алынған.

  Зөһрә Арсаеваның һорауҙарына онкология белгестәре Замир Абдуллин һәм Даян Солтанғужин яуап бирә. 

 

Данис Фазылйәнов
01.02.2018

       Рәсүл Сәғитов:

      – Ауыл хужалығы ерҙәре булыр бөгөнгө һөйләшеү үҙәгендә. Беренсенән, мәсьәлә һәр ваҡыт мөһим булғанға – ерҙе даими тәрбиәләп тоторға, файҙаһын күрергә кәрәк, ә күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, ҡаралмаған, ҡый үләне баҫҡан әллә күпме биләмәләр ятҡанына шаһитбыҙ. Икенсенән, хосусилаштырылған ауыл хужалығы ерҙәренең, районына ҡарап, ярайһы мул табыш биргәне билдәле, хужалар пайҙарын фермерға ҡуртымға тапшыра ла, көҙ ул уңыш менән бүлешә – һата алмаһаң, ҡош-ҡортоңа ем, былтырғы ише мул йылдарҙа айырыуса һәйбәт. Шулай, ләкин килемһеҙ урындар ҙа бар – йә тау-ташлы, йә алыҫта, йә тупрағы хөрт. Йәнә килеп, үҙенә тейешле гектарҙарҙан баш тартыусылар ҙа юҡ түгел, сөнки уңыш алырҙарына шикләнәләр, ә һалым түләргә тура киләсәк. Мәсьәләне күтәреүгә өсөнсө нигеҙ – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың...

31.01.2018

Әгәр был закон проекты тормошҡа аша ҡалһа, 5 йыл гражданлыҡ никахында йәшәгәндән һуң, закон буйынса рәсми өйләнешергә тура киләсәк. Көсләп асҡан күҙҙең нуры булырмы? 

Башҡортостандың Юстиция комитеты белгесе Зөһрә Әбубәкирова, юрист Зөбәржәт Кунысбаева, психолог Луиза Солнцева, ҡатын-ҡыҙҙар кризис үҙәге белгесе Венера Ғафарова менән әңгәмә. 

30.01.2018

  Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер сабый бала ҡараусынан зыян күргән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 43 йәшлек Ирина Черноваға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡаты бәғерле шәхси тәрбиәселәр тураһында хәбәрҙәр йыш ҡына ишетелеп тора. Улар туҡмай, баланы мөйөшкә баҫтыра, тауыш күтәрә. Ни өсөн бала ҡарарға ялланған ҡатындар бәғерһеҙлек күрһәтә?

Ышаныслы тәрбиәселәрҙе нисек һәм ҡайҙан табырға? Бөгөн ошо хаҡта фекер алышырбыҙ.

Студия ҡунаҡтары: республиканың йәштәр өсөн социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик  үҙәгенең йәш ғаиләләр менән эшләү бүлеге мөдире Ғәлиә Сәлихова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, бала ҡараусы Зөлфиә Ғәбитова һәм халыҡты хоҡуҡи яҡлау комитетының Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы юрисы Рәсимә Абдразаҡо...

Вәкил Хажин, Мәрйәм Бураҡаева
29.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Тел тураһында булыр бөгөн һүҙ. Һуңғы осорҙа уға бәйле бер ҡыҙған, бер тымған бәхәстәр араһында бөгөнгө рәүештәге һөйләшеү таман урынлашыр, файҙалы булыр, тигән фекер ныҡлыҡтан был, сөнки артыҡ ҡыҙыулыҡ арыу булмаған һымаҡ, бөтөнләй һүрелеү ҙә һәйбәт түгел. Самаһыҙ дөрләүҙең аҙағы һалҡын көл икәнен дә онотмау хаҡ. Телдең терелеге мөһим икән, уны ана шул тере йән итеп күрергә лә кәрәк, ә был инде үҙенә ҡараштың, мөнәсәбәттең дә даими булырға тейешлеген талап итә – төрлө хәлдәрендә лә аңлау, ҡурсалау, киләсәген хәстәрләү хәжәт.

      Быға бәйле киң билдәле фекерҙәрҙе ҡабатлап тормай ғына, дәүләт хәстәрлегенә килгәндә, һуңғы ваҡытта ҙур документтар донъя күргәненә диҡҡәт ҡылыу дөрөҫ булыр. Мәҫәлән, республика башлығының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе һаҡла...

26.01.2018

Әҙәбиәт мәктәбе булдырылды. Ниндәй маҡсаттар ҡуя ул? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ. 

Ҡунаҡтарыбыҙ: яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев һәм уның урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

Румил Аҙнабаев
25.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Башҡортостанда бөгөн парламент көнө – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың айға бер үткәрелгән ултырышы уҙҙы. Һәм был, беҙҙеңсә,  – тапшырыуға алырға ҙур нигеҙ. Нигеҙ ҙур, сөнки ижтимағилыҡ та, сәйәсилек тә тәү нәүбәттә ошонда, закондар сығарыу урынында, бергә туплана бит. Уртаҡ майҙанда йыйылғас, етешһеҙлектәр асығыраҡ күренә, тимәк, хәл ҡылыуға ыңғайлатыу ҙа еңелерәк.     

      Бөгөнгө ултырыш быйыл тәүгеһе булыуы сәбәпле, парламент рәйесе башта яҙғы сессияла көтөлгән эшкә ҡыҫҡа байҡау яһаны. Ошо арауыҡта 50 закон проектын ҡарау, 2017 йылда беренсе һәм икенсе уҡыуға сығарылғандар буйынса эште тамамлау күҙҙә тотола. Тәғәйен акттарға килгәндә – административ хоҡуҡ боҙоуҙар, административ комиссиялар, дәүләт хеҙмәте һәм муниципаль хеҙмәт,

ер мөнәсәбәттәрен көй...

Илдус Ҡолһарин
23.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Декоратив-ғәмәли ижад тураһында бөгөн булыр һүҙ. Тамыры латиндан килә: ”деко” – биҙәү, артабан шулай тиербеҙ ҙә. Википедия: «Һынлы сәнғәттең утилитар нәфис функциялы художестволы әйберҙәр етештереүгә йүнәлтелгән киң бүлеге», – тип асыҡлай. Йәғни, нимәлер, беренсенән, күркәмләндереп яһала, икенсенән, шул күркәмлек көндәлек тормошта ҡулланып булмалы.

      Ошо өлкәне лә оло кимәлгә сығарҙыҡ, сөнки ниндәйҙер кәсептәрҙең бәҫе, нефть менән газға ҡарағанда, бәлки, түбән баһаланһа ла, рухи көсө ҙур. Шулай тигәндә тарихилыҡ, матди мәҙәниәт, этник тамырҙар, милли үҙенсәлектәр һәм башҡалар күҙҙә тотола. Ә милли тамырҙарҙың һәр эштә лә ныҡлыҡ биргәне асыҡ. Ул ғынамы – иҡтисади яҡтан әллә күпме алға һикерһә лә, рухи яғы наҡыҫ илдең бер яғы барыбер ҙә китектер, үҙенә хөр...

22.01.2018

Яңы чат асылды. Эшҡыуарҙар ниндәй проблемалар алдында тора? 

 

Салауат Арыҫланов, Салауат Хилалов
19.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Юлдар тураһында һөйләшәйек бөгөн. Ихтыяж ҙур булғанға: яҡшыһы ла был Рәсәйҙең – оҙондар, айҙар буйы барырға мөмкин, яманы ла был уның – бөтәһен дә таҡыр тимәҫһең һис. Таҡыр итергә теләк һаман көсәйһә лә, ҡаҙнанан сығым сағыштырмаса арыу бүленһә лә, эштәр даими башҡарыла килһә лә, камиллыҡҡа иртәрәк әле. Сәбәптәре күп атала: сифатһыҙ проектлау, йүнләп ҡарамау, төҙөлөш материалдарының хөртлөгө, әле әйтелгән дә инде география, мәҫәлән, 60 процент – мәңгелек туңлыҡта, системалы контролдең етешмәүе, артыҡ ауырлыҡ һәм башҡалар.

      Бөтәһе лә мөһим, һәр береһенең өлөшө мул, әммә бөгөн һуңғыһын айырып ҡарайыҡ. Сөнки хайран мөһим мәсьәлә, ошо өлкә эсендә генә ҡалмай, ижтимағи кимәлгә лә күтәрелә һәм эш бына нимәлә.

      Илдә юлдар тураһында һүҙ сыҡҡанда сифа...

Рөстәм Исхаҡов
17.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Һайлау тураһында һөйләшергә астыҡ бөгөн студияны. Шуның менән был ғайәт мөһим эшкә, уның бер өлөшөнә, асыҡлыҡ индереү – ниәт, сөнки юғары сифатҡа бында ла тәрән төшөнөү булғанда ғына өлгәшелә бит. Шулай тигәндә эштең, кәмендә, был юлы нисек башҡарылғанын аңлау хәжәт, ә, ҙурҙан алғанда, үҙ кандидатың мәсьәләһендә лә ҡәтғи ҡарарға килергә ваҡыттыр – 18 мартта, һайлау участкаһында, бюллетень яңылыҡ булмаһын. Бик етди кампания булғанға, бигерәк тә беҙҙең илдә етди булғанға, кәрәк ҡәтғилек – ҡайһы бер бүтән дәүләттәрҙән, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарынан, айырмалы, һайлау туранан-тура үткәрелә, быға хоҡуҡлы һәр кем тауышын шәхсән бирә. Америкалағы ише,  кандидатты түгел, ә уны һайлаусыны ғына һайламағасың, яуаплылығың да юғары икәнен таныйыҡ: паспортың күрһәтелеп, и...

15.01.2018

  Республика халҡының 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Улар өсөн көнүҙәк проблема – эш урыны табыу. Кооперативтар был мәсьәләне хәл итә аламы? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы консультация үҙәге директоры урынбаҫары Ринат Мамаев. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

 

12.01.2018

    13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы студияға һөнәрҙәштәребеҙҙе саҡырҙыҡ. Бына улар: 

“Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Зөһрә Йәһүҙина, “Башҡортостан” газетаһы журналисы Венер Исхаҡов һәм “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатов. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

11.01.2018

  Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү буйынса эштәр киңәйтелә. Уның кире һәм ыңғай яҡтарын бөгөнгө тапшырыуҙа асыҡларбыҙ. 

 Программала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы инспекторы Вадим Булатасов һәм “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһының йәмәғәт бәйләнештәре буйынса хеҙмәте етәксеһе Даян Теүәлбаев һәм автоэксперт Хәлим Әйүпов ҡатнаша. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.

 

 

 

10.01.2018

  Һәйкәлдәр емерелә, ҡәбер таштары онтала, бина диуарҙарына ҡос осҡос рәсемдәр төшөрөлә. Вандаллыҡ тип атала был. Ни өсөн ошондай осраҡтар һуңғы ваҡытта йыш теркәлә?

 

   Әңгәмәселәребеҙ: Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт именлеген һаҡлау үҙәге белгесе, психолог Әлмирә Исхаҡова, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының йәмәғәт именлеген һаҡлау идаралығының бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса инспекторы Гөлназ Закирова һәм Благовар районы Советы депутаты, шағир, журналист, философия фәндәре аспиранты Нурлан Ғәниев. 

 Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

Камил Юлаев
09.01.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Яңы йылда – яңыса, тине елле тауыш менән тәбиғәт һәм айҙан ашыу ҡыҫып йыйнағанын, 31-ндәге өймәләм табын ише, бер юлы ауҙарҙы.

      Ишара – кисә-бөгөн-иртәгәге яман буран һәм башҡа көтөлгән ҡаты һыуыҡтарға, әлбиттә, шуны сығарабыҙ бөгөн ил алдына. Тәү ҡарашҡа көнкүреши тип баһаланырлыҡ ошо мәсьәләне лә, сәйәси үк булмаһа ла, ижтимағи кимәлгә мендереүебеҙ бер бөгөн түгел һәм сәбәбе алдараҡҡы яҙмаларымдың береһендә нигеҙләнелгәйне лә инде – сөнки, был юлы ябайыраҡ бәйән ҡылғанда, фани донъяла ваҡлыҡтар юҡ, күпселектә ваҡлыҡтар ҙурлыҡтарҙы тотоп тора, киреһенсә тимәйексе. Етмәһә юлдар, урамдар, майҙандар, хатта кескәй генә сауҙахана һикәлтәһе лә, уның хужаһы ҡырҡа бүтән фекер ҙә булыуға ҡарамаҫтан – ижтимағи мәсьәлә, дөйөм ҡулланылышта булғанға шулай. Һ...

29.12.2017

   Башҡортостан тулайым төбәк продукты буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы ун төбәк,  инвестицияларҙы арттырыу буйынса иң яҡшы 15 төбәк араһында булырға тейеш. Ғүмер оҙонлоғо буйынса 20 субъект араһына инеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай бурыс ҡуйҙы. 2030 йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегия Хөкүмәттә хупланды.  

Унда ҡаралған төп мәсьәләләр тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин менән әңгәмәләшәбеҙ. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

28.12.2017

"Асыҡ студия"ла байрам марафоны.

Зөһрә Арсаева:

- Шоу дауам итә! Йыл менән йыл алмашыныр сихри мәл яҡынлаша. Һәр кем мең мәшәҡәткә күмелгән. Шулай ҙа күңелле эштәрҙе ситкә ҡуйып, яңы йыл марафонына ҡушылығыҙ әле, яратҡан тыңлаусыларыбыҙ. Һеҙҙең өсөн иң гүзәл йырҙарҙы һайланыҡ, бүләктәр әҙерләнек, ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Беҙ бергә! 

Ҡунаҡтарыбыҙ: 

Яңы йыл марафонында Башҡортостандың сатира һәм юмор батшаһы Марсель Сәлимов, биҙәүестәр оҫтаһы Рәлиә Аратова, этнодизайнерҙар Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҡатнаша. 

  Ат юрғалар, эйәһе дан алыр. Эт өргән ерҙә ауыл бар. Был халыҡ мәҡәлдәре. “Юлдаш”ты тыңлағыҙ, атҡа ла менерһегеҙ, этегеҙ ҙә булыр.  Яңы йыл менән! 

 

27.12.2017

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Республика комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Рәүеф улы Дияров менән әңгәмә.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 27..29°C
кис 26..28°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.