Беҙҙең проекттар

07.06.2017

Ҡалала реклама щиттарын күпләп алыу дауам итә. Кемгә файҙа, кемгә зыян? Эксперттар менән ошо хаҡта әңгәмә. 

Гүзәл Ситдыҡова, Зәки Әлибаев, Лариса Абдуллина
05.06.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      - Ошо көндәрҙә генә, 27 майҙа, Мәскәүҙә Евразия халыҡтары Ассамблеяһы барлыҡҡа килде һәм съезы ла уҙҙы. Ул ҡитғалағы бер нисә тиҫтә илдең коммерция булмаған берекмәләре вәкилдәре тарафынан ойошторолдо, маҡсаты – рәсми телдә белдерһәк, –берләшеү процестарына булышлыҡ итеү. Ассамблея, уның съезы ҡайһы яҡлап, дәрәжәлә мөһим һуң? Сәйәсәт был, иң тәүҙә – шуның менән. Ә сәйәсәттең оҙаҡ уйнаусан пластинка икәнен беләбеҙ, ул өҫтән ҡараусан, күҙҙе лә, һүҙҙе лә алыҫҡа ташлаусан. Евразия тиелеүе лә мөһим, юғиһә Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы бар, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы ла эшләп килә, ләкин был ғына әҙ, бөгөнгө яңы быуын Советтар Союзы заманындағы интеграцияны томан аръяғында ғына күрә, халыҡ-ара кимәлдә диалогтар бөгөн ифрат кәрәк.

      Съездың эшлекле программаһ...

02.06.2017

Эксперттар: Өфө ҡалаһының 1 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Өлфәт Арыҫланов,Стратегик тикшереүҙәр институты белгесе Ғәзиз Йосопов, психиатр Рәмилә Әбделғужина.

 

02.06.2017

Ғаилә, тәрбиә мөнәсәбәттәре, шулай уҡ демография мәсьәләләренә арналған бөгөнгө сығарылышты Илдар Ғәбитов менән Зөфәр Тимербулатов алып бара.

 

Рөстәм Исхаҡов
31.05.2017

Рәсүл Сәғитов:  

   - Бөгөнгө тапшырыуҙа дәүләт менән граждандар йәмғиәте мөнәсәбәттәрен уртаға һалырға ниәт ҡылдыҡ. Сөнки бының өсөн, беренсенән, һәр ваҡыт ихтыяж етерлек, икенсенән, тәғәйен мәғлүмәти нигеҙ бар - Өфөлә Граждандар форумы уҙҙы. Һәм унда нәҡ ошо мәсьәлә - дәүләт хакимлығы органдары менән граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара эшләүе, йоғонто яһауы ҡаралды ла бит.

      Дүртенсе тапҡыр тормошҡа ашты форум - тәүгеһе 2014 йылда үткәрелгәйне. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәи дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты, шулай уҡ республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо. Дума комитетының бында күсмә ултырышы уҙғаны ла хәбәр ителде.

      Форумда 4 тематик секция эшләне,...

30.05.2017

   Баш ҡалабыҙҙа еңел автомобиль һаны йыл һайын уртаса 30 меңгә арта бара. Был күрһәткес менән бер рәттән, проблемалар ҙа күбәйә. Һауаның зарарлы матдәләр менән бысраныуы, оҙон тығындар, машинаны ҡуйыр урындар булмау - төп мәсьәләләр.

   Парковка һәм паркингтар – транспорт инфраструктураһы обьекты. Шуға ла уларҙы проектлау һәм төҙөү - ҡаланың үҫеш тенденцияларынан сығып атҡарылырға тейеш.

   Парковкаларҙың етешмәүе - тәү сиратта, иҡтисади мәсьәлә. Уны хәл итеү комплекслы булырға тейеш. Ҡала властары юл һалыу һәм уларҙы тәртиптә тотоу менән бер рәттән, паркингтар төҙөлөшөн дә финансларға бурыслы. Бындай төҙөлөштәргә шәхси инвестицияларҙың һалыныуы икеле. Сөнки сығымдар күп, ә сарыф ителгән аҡсаларҙың аҡланыу ваҡыты оҙайлы. 

Өфөләге транспорт инфрастурктураһын яҡшыртыу өсөн ни...

29.05.2017

Кешеләр ни өсөн юғала? Ул һәр ваҡыт енәйәт менән бәйлеме? Адвокат Нәҙим Хәмитов, тәфтишсе Рәмил Ҡолсурин, психолог Зәйнәп Назарова, полиция хеҙмәткәре, туғандарын юғалтыусылар-эфир эксперттары.

Рөстәм Рәмов
25.05.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      - Айырым бер көн ул 25 май. Һуңғы ҡыңғырау көнө булғанға шулай. Шатлыҡлы ла, һағышлы ла. Юҡ, барыбер ҙә байрамдыр - күп кәртәләрҙе еңеп сығыуың, тағы ла күберәктәренә ҡарап оло юлға төшөүең тантанаһы. Юғары һүҙҙәр, шулай ҙа дөрөҫ һүҙҙәр. Мәңгелеккә иҫтә ҡалыр көн ул бөгөн.

      Беҙ ҙә тапшырыуҙы ошоға арнарға булдыҡ. Дөрөҫөрәге - ана шул оло юлға, киләсәккә, ҡыҫҡаһы, берҙәм дәүләт имтихандарына. Уларға ҡараш, беләбеҙ, төрлөсә. Ыңғай баһалаусылар бының ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡты, алыш-биреште ныҡ кәметкәнен, юғары уҡыу йорттарына инеүҙе ябайлаштырғанын атай, оҡшатмаусылар белем кимәлен тикшереү йәһәтенән камил түгел, ти.

      Нисек кенә булмаһын, улар хәҙер тормошобоҙға ныҡ инеп китте, ғәҙәтигә әйләнде, шулай ҙа йылда үҙгәрештәргә дусар була...

24.05.2017

Өфө ҡалаһы коммуналь хужалыҡ ойошмаһы етәксеһе Азамат Халиҡов менән әңгәмә. 

Фәнил Фәйзуллин
23.05.2017

Рәсүл Сәғитов:

      - Бөгөнгө тапшырыу ғәҙәти булмаҫ һәм ғәҙәти түгеллек тәү нәүбәттә - был юлы тәғәйен тема билдәләнмәүҙә. Быны беҙ махсус эшләйбеҙ, сөнки ул … хәйер, әйҙәгеҙ, әлеге сәбәпте тема итеп алайыҡ та - ҡыҫҡаһы, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор, академик, теҙә китһәк, бик күп башҡа ла дәрәжәле, өҫтәп беҙҙең радионың нисә-нисәмә йылғы тоғро дуҫы ла, Фәнил Сәйет улы Фәйзуллиндың 75 йәшлек юбилейына арнала.

      Был олуғ уҙамандың, бәлки шәхси тип ҡаралмалы ла ошо сираттағы баҫҡысын да беҙ, шулай, ҡайһы бер ҙур ижтимағи-сәйәси күренештәргә баһа биреү, үткәндәрҙе байҡау, киләсәкте айҡау маҡсатында файҙаланырға булдыҡ. Йәғни һорауҙар, ҡәҙимгенән айырмалы рәүештә, әлеге шәхсилеккә тартылыр, әммә яуаптар илде, уйлап, илде буйлап бирелер, моғайын. Бына ошондай ябай ҙ...

22.05.2017

Бөгөн Башҡортостанда Сәләмәтлек аҙналығы башланды. Беҙҙең программа ла һаулыҡ проблемаларына арнала.

Һеҙҙе әңгәмәсебеҙ менән таныштырабыҙ.

Беҙҙә ҡунаҡта - “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе Зилә Рөстәм ҡыҙы Аксёнова. 

- Үҙәктә 30-ҙан ашыу төр массаж эшләнә. Невролог, остеопат, ортопед ҡабул итә, ошо белгестәр менән кәңәшләшеп, дауалау ысулдарын билдәләргә була. 22 һәм 23 майҙа шылтыратып беҙгә яҙылған кешеләргә 50 процент ташлама бирәбеҙ. Бары тик бер генә көн - 26 майҙа бөтә төр массажға 50 процент ташлама алырға мөмкин. Һеҙҙе көтәбеҙ. 

Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, телефондар: 8 (347) 251-17-27, 8 (919) 603-37-57. 

 

...
18.05.2017

Халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулап ҡайтҡан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары менән әңгәмә 

17.05.2017

20 майҙа юрматылар йыйыны үтә. Ырыу ҡороноң үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеү өсөн студияға сараны ойоштороусыларҙың береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваны саҡырҙыҡ.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

 

 

 

16.05.2017

Эксперттар менән бәхәсле әңгәмә. 

Зөлфәр Ғәтиәтуллин
15.05.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      - "Архивтар кәрәкме?" тигән һорау ҡуйыла ҡалһа, яуап нисек булыр? Ниндәйҙер шарттар үтәлгәндә, әгәр-мәгәр, тип оҙон-оҙаҡҡа төшөүһеҙ, ҡыҫҡа, ҡәтғи фекерҙәрҙе генә иҫәпкә алғанда, ҙур күпселек ыңғай ҡарашын белдерер, әлбиттә, йәғни һорау урынһыҙ, сөнки яуабы асыҡ - бик кәрәк. Хәйер, ҡалған әҙ өлөш тә бының ниндәйҙер тормош хәле айҡанлы, мәҫәлән, алдында матди мәсьәләләр ҡалҡып, ҡағыҙ юллағанда, шундуҡ килешәлер. Эйе, архивтарҙа ризыҡ етештерелмәй, кейем тегелмәй, автомобиль йыйылмай, ситтән ҡарағанда, бәлки, саң араһындағы күңелһеҙ бер шөғөлдөр ҙә, әммә, беренсенән, тарих был, уның бөгөнгө, киләсәк өсөн ни тиклем ки мөһимлеге бәхәсһеҙ, икенсенән, архивтар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа килмәй, улар йыйыла, йылдар буйы, быуаттар дауамында туплана һәм быға хеҙмәт күп...

Азат Йыһаншин
11.05.2017

      Рәсүл Сәғитов:

     - Яҙғы баҫыу эштәренең ошо тармаҡта ғына түгел, ә ғөмүмән ил өсөн, илдәр өсөн ғайәт әһәмиәтле икәне шикһеҙҙер. Илдәр тип күплек ялғауын ҡушҡанда былтыр Рәсәйҙең игенде ырҙын-ырҙынлап йыйғанына, байтағын ситкә һатҡанына ишараланыҡ. Бөгөн шул иҫәптән ауыл хужалығында ла, заманындағыса, үҙәкләштереү, саманы онотоп һәр ваҡлыҡҡа тиклем өҫтән ҡыҫылыу, күрһәтмәләрҙән әҙ генә лә тайпылған осраҡтарҙа олоға олғаштырыуҙар юҡ, баҙар ихтыяжына яраҡлашыу бар. Ләкин был йәмғиәттең - һәр беребеҙҙең баҫыуҙарҙағы хәл менән ҡыҙыҡһыныуын кәметергә тейеш түгелдер бит, юғиһә ана шул иҡтисад иркенә күсеү ошо вайымһыҙлыҡҡа мәлендә ныҡ ҡына этәргәйне, сауҙаханаларҙағы ялтырға төрөлгән ризыҡҡа ғына хушһыныу, шуны данлау китте. Ә баҡтиһәң, уларын алыр өсөн дә дөйөм иҡ...

05.05.2017

Был байрам совет матбуғаты көнө, тип календарҙа күрһәтелә ине. Хәҙер инде был байрам Рәсәй матбуғатына алмаштырылды. Уны беҙ 13 ғинуарҙа билдәләйбеҙ.

    Микрофон алдында Илдар Ғәбитов Һәм Зөфәр Тимербулатов.

 

 

 

 

Илгиз Ҡәҙерғолов
04.05.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      - Ысынлап та шулаймы - барыһын да кадрҙар хәл итәме? 1935 йылда уҡ әле, Сталиндың сығышында, белдерелгән ошо раҫлама бөгөн дә көнүҙәкме? Ул ваҡыттағы сәйәсәт менән бөгөнгө араһына бер ниндәй ҙә билдә ҡуймай, таҙа килеш, алғанда - шулай, көнүҙәк, хаҡ, әлбиттә: роботтар эшләнә тора, уларының аҡылдары камиллаша, тормошобоҙға һаман тәрәнерәк инә барырҙар, эшһеҙлекте даими арттырырҙар, әммә, беренсенән, моғайын да һис ҡасан да кеше була алмаҫтар, булмаһындар ҙа, икенсенән, була ҡалһалар ҙа, был йәһәт кенә тормошҡа ашмаҫ әле. Ул осорҙа ла белем менән белеүҙең, йәғни һөнәри оҫталыҡтың, ниндәйҙер бурыстарҙы үтәгәндә ифрат мөһимлегенә баҫым яһалған, беҙҙең көндәрҙә лә улар - төп шарт. Ул саҡта ла, өҙөмтә - "аттар менән машиналар"ҙан да  бигерәк кеше потенциалы өҫтә...

03.05.2017

Һунар миҙгеле, үткәрелгән рейдтар һәм браконьерҙар тураһында БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин менән әңгәмә. 

02.05.2017

Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә янғын ҡотора. Мәҫәлән, Себер федераль округының бөтә биләмәләрен ут ялмап алған. Тәбиғи янғындар булыу сәбәпле 28 апрелдән ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Көндәр ҡоро тора, көслө ел иҫә. Шуға ла утты һүндереү ҡатмарлаша. Округта 7 меңгә яҡын ҡотҡарыусы эшләй.

    Башҡортостанда ла тәбиғәттә тәүге янғындар теркәлде. Республика урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе кәңәшсеһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина: 

30 апрелдә, 1,2 майҙа республикала 10 урында урман янғындары сыҡты.  

   Башҡортостандың Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы пилотһыҙ осоусы аппараттар һатып алған. Улар тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү маҡсатында ҡулланыла. Аппараттар урман янғындарын киҫәтеү, браконьерҙ...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -13..-15°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -9..-11°C
кис -10..-12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.