Беҙҙең проекттар

04.04.2018

....Ат көтөүсе лә, унда һыбай йөрөүсе лә шундай уҡ водитель. Юл ҡағиҙәләре буйынса талаптар бер. ...Һеҙҙе урамда бысраҡ һыу менән ҡойондороп киттеләрме? Номерын хәтерләгеҙ, шаһиттар табығыҙ һәм юл патруленә, гаиға мөрәжәғәт итегеҙ. Водитель язаһын аласаҡ. ...Яңы закондар. Эскәненә шик булған водителде ҡан алырға ебәреү һәм башҡа ҡағиҙәләр тураһында автобелгес Хәлим Әйүпов менән әңгәмәлә. 

Гүзәл Ситдыҡова
03.04.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Халыҡ-ара балалар китабы көнө булды кисә. Әкиәтсе Андерсендың, үҙе лә мөғжизәгә тартым шәхестең, тыуған көнөнә бәйле был. Тәүгә 1967 йылда билдәләнгән. Балалар әҙәбиәте сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән булып сыҡты, әйткәндәй – ун етенсе быуат урталарына тиклем кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә бер үкте уҡыған. Артабан инде исеме әле генә телгә алынған авторҙың әҫәрҙәре күбәйгән. Ә бөгөн инде бының донъяла, шул иҫ...

02.04.2018

Төҙөлөш һәм торлаҡ буйынса республика комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Дияров менән әңгәмә. Эфирҙа: Гүзәл Ситдиҡова.

 

 

Динар Дияров: Идарасы компаниялар бөгөн барыһы ла лицензияла эшләй. Тикшереү үткәргәндән һуң, етешһеҙлек, ҡағиҙә үтәмәүҙе табабыҙ икән, бойороҡ бирәбеҙ. Унда штрафтар ҙур, миллионлаған һум аҡса ҡайтарырға кәрәк осраҡтар ҙа бар. Шуны үтәмәһә, беҙҙең ике бойороҡтан һуң үҙе хеҙмәтләндергән йорттан ҡолаҡ ҡағ...

30.03.2018

"Йыл уҡытыусыһы", уҡытыусы абруйы һәм мәғариф системаһында етешһеҙлектәр хаҡында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов менән әңгәмә. 

Гөлдәр Моратова
29.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:  

      – Үткәндәр менән бөгөнгөнөң тығыҙ бәйләнеше, ошолар аша – киләсәккә юл тураһында һөйләшергә ҡарар ҡылдыҡ бөгөн. Инде нисәнсегә, эйе, шулай һәм быға нигеҙ ҙә ҙур – тормош фәлсәфәһе булғандың буяуы бер ҙә уңмағанын раҫлай килә – үткәнен ҡәҙерләгән үҙе лә ҡәҙерле. Һөйләшеүҙе, әйҙәгеҙ, ошолай атайыҡ та.

      Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова.

Гүзәлиә Ғәлимова
27.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Һалымдар һәм йыйымдар булыр бөгөн үҙәк мәсьәлә. Сөнки, беренсенән, ошо арала был хаҡта һүҙ ҡуйыра, икенсенән, ғөмүмән дә әллә ни тынғаны юҡ, өсөнсөнән, иҡтисадсы булмаған ватандашыбыҙ ошо өлкәлә лә тормошҡа аша торған үҙгәрештәрҙе төптән белә барырға тейеш, тигән уй ныҡ.

      Нимәгә кәрәк һуң һалымдар? Рәсми телдә әйтһәк, дәүләт тарафынан хакимлыҡ вәкәләттәрен бойомға ашырыуҙың иң боронғо ысулдарының...

26.03.2018

Бөгөн бөтә Рәсәй Кемерово ҡалаһында йәшәүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.  Сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусыларҙың һаны 64-кә етте. Үлгәндәр һәм юғалғандар араһында балалар күп. 10-дан ашыу кеше дауаханала, икәүһе ауыр хәлдә.  Ваҡиға урынына 600-ҙ ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, улар бинаның бөтә ҡаттарында ла тикшереү эштәре уҙғарған. Бина буйлап хәрәкәт итеү үтә лә ҡатмарлы, көслө төтөн ҡаплаған. Түбә емерелгән....

23.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Ер мәсьәләһен күтәрербеҙ бөгөн. Һәм бының өсөн нигеҙ, һәр ваҡыттағыса, күп. Беренсенән, ул республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, иркен, үҙе бер йәм, шуның менән бергә файҙаланыу, бәрәкәтле тотоноу, ә тимәк, тәрбиәле тотоу теләнгәндән кәм. Ниңә һуң шулай? Ҡәҙере юҡмы? Иген икмәле төбәктәрҙә ҡәҙере бар, ҙур – ҡуртымға биреп тә әҙме-күпме килем алына. Ауыл хужалығы өсөн уңайһыҙ йә бөтөнләй яраҡһыҙ урындарҙа и...

22.03.2018

Башҡортостанда йәш ғалимдарға бер миллион һумлыҡ 30 грант бүленә. 

Был тәҡдим Республика Хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Кәңәшмә Республика Башлығы Рөстәм Хөмитов рәйеслегендә үтте. Унда юғары квалификациялы фән белгестәре әҙерләү йүнәлешендә Башҡортостан Башлығы гранттарын бүлеү тәртибе тураһында фекер алышынды. Беҙҙең республика йәш ғалимдарҙы дәртләндереү сараһына тәүгеләрҙән булып тотондо. Был эш төбәктең 2030-сы йылға тиклем раҫланға...

21.03.2018

Бөгөн Халыҡ-ара урман көнө. Ошо айҡанлы студияға урмансыларҙы саҡырҙыҡ.

Ҡунаҡтарыбыҙ:

Өфө урман хужалығы техникумының уҡытыу-тәжриәбә хужалығы мөдире Фәриҙә Садыҡова, Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаментының урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин, республика урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов һәм министр ярҙамсыһы Айрат Искәндәров. Тапшырыу...

20.03.2018

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов менән эшһеҙҙәргә эш биреү, ихтыяж тыуҙырған һөнәрҙәр, физик мөмкинлеге сиклеләрҙе эш менән тьәмин итеү мәсьәләләре хаҡында әңгәмә. 

Фәнил Ҡоҙаҡаев
19.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Һайлау тураһында булыр бөгөн һүҙ. ”Әлбиттә” тип тә өҫтәйек, сөнки ҙур, мөһим сәйәси сара ғына түгел, тотош бер процес та булды был һәм тауға күтәрелеү уның итәгенән башланған кеүек, түбәһенә менгәс, аръяғында нимәләр ятҡанын да күреү дөрөҫ. Йәғни һайлау кампанияһын тулы күрһәтеп барған беҙҙең радиола йомғаҡ тапшырыуы ла кәрәк һәм быны беҙ бөгөн дә эксперт ярҙамында башҡарырбыҙ.

      Йомғаҡтың бер өлө...

Гөлнур Хөсәйенова, Мирас Иҙелбаев
15.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Фольклор – нимә ул? Инглиздән килә, ике өлөштән тора, тәүгеһе һәр кемгә аныҡ билдәле  – халыҡ. Икеһе бергә – «халыҡ аҡылы». «Белеме» тиһәк тә була. Ошо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе фән фольклористика тип атала.

      Әҙәбиәтте, яҙма нәфис ижадҡа ғына ҡалдырып, тарайтмай, ғөмүмән һүҙ сәнғәте булараҡ алһаҡ, фольклор – әҙәбиәттең айырым бер бүлеге, ә фольклористика әҙәбиәт ғилеме өлөшө килеп сыға. Бөгөнгө т...

14.03.2018

  Прокуратура Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһенә техника менән үтеүҙе бөтөнләй тыйҙы, шул иҫәптән ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөүҙе лә. Хәҙер тауға йәйәүләп кенә артылырға мөмкин.

Ирәмәлдә туризмды үҫтерәбеҙме, әллә уны ҡурсаулыҡ итәбеҙме? Ошо турала фекер алышырбыҙ.

Программаның эксперттары:

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы яуаплы сәркәтибе Римма Ғәлиева, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәс...

13.03.2018

Нулдән күтәрелгән эшҡыуар Илшат Айытҡужин менән әңгәмә. 

Рәмилә Сибәғәтова, Луиза Ғиниәтуллина, Байрас Буранғолов
12.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Архив тармағына бәйле мәсьәләләрҙе һалайыҡ бөгөн уртаға. Сөнки ул да ифрат мөһим. Тәү мәғәнәһе – «хакимлыҡ», әйткәндәй. Немец теле аша латиндан ингән, ә уға, ғәҙәттәгесә, гректан күскән. Йәғни, төп асылы, ә, ныҡлап баҡҡанда – йөкмәткеһе буйынса ла, башкөлләй ижтимағи-сәйәси өлкәгә ҡарай. Дөйөм алғанда, һүҙҙе ҡыҫҡа тотҡанда – документтарҙы артабан файҙаланыу маҡсатында уларҙы ҡабул итеү, системаға һалыу һәм һ...

Фәриҙә Бәхтейәрова, Рәшиҙә Солтанова, Фәүзиә Латипова
07.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 8 март алдындабыҙ һәм ошо турала һөйләшәйек тә. Заманында йыш телдәге, бөгөн, тапшырыу аҙағында, эфирға ла ҡуйылыр йырҙағыса, изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе ҡуйыла ил алдына. Күркәм зат һәм дәүләт хакимлығы араһын да ҡарау, беҙҙеңсә, дөрөҫ булыр, сөнки демократик дәүләтбеҙ, һәр кемдең хоҡуғы тиң булырға тейешлекккә ынтылабыҙ. Йәнә лә: улар идаралыҡта күберәк ил үҫешкәнерәк, тип баһаланы...

06.03.2018

Республика халҡының 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Улар өсөн көнүҙәк проблема эш урыны табыу. Нисек булдырырға? Агропарктар был мәсьәләне хәл итеүгә ниндәй өлөш индерә ала? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Ҡунаҡтарыбыҙ:

Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәре союзы президенты Валерий Николаев, ошо уҡ ойошманың идара рәйесе Фәрит Рәхмәтуллин һәм “Ҡырмыҫҡалы-Агро” йәмғиәтенең генераль директоры...

05.03.2018

Башҡортостандың Мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Шәһиева менән мәктәптәрҙәге туҡланыу хаҡында әңгәмә. 

Эльвира Байназарова, Рәйсә Күзбәкова, Гөлнара Дилмәева, Руслан Биккинин
02.03.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Төп һүҙ алдынан граждандар йәмғиәтенең нимәлеген ҡабаттан ҡарайыҡ, сөнки уның менән тапшырыуға сығарылыр мәсьәлә араһында бәйлелек шикһеҙ ҙә, сикһеҙ ҙә көслө. Рәсми телдә был – ”Азат граждандарҙың һәм коммерциялы булмаған йүнәлештә үҙ ирке менән формалашҡан, дәүләт хакимлығы менән эшҡыуарлыҡтың тура ҡыҫылыуынан, башҡа тышҡы факторҙарҙан ҡурсаулы ойошмаларҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе өлкәһе”. Йәмғиәттең сәйәси систе...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -9..-11°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
кис -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.