Беҙҙең проекттар

06.12.2017

2018 йылға газета-журналдарға яҙылыу дауам итә. Халыҡҡа ташҡа баҫылған һүҙ кәрәкме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Ҡунаҡтарыбыҙ:

Киске Өфө газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

05.12.2017

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә яңы рәйес. Гөлнур Ҡолһарина менән әңгәмә. 

04.12.2017

Илебеҙҙә Әсәлек капиталы программаһы 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Уны ҡулланыу мөмкинлектәре арта. Дәүләт йәш ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә.

Был саралар тыуымды арттырырға булышлыҡ итерме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ - ике бала әсәһе, Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт именлеген һаҡлау үҙәге белгесе Әлмирә Исхаҡова һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып...

01.12.2017

Спидҡа ҡаршы бөтә донъя көрәш көнөндә белгес менән әңгәмә. 

30.11.2017

 Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Документта республиканың алдағы йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде.

Унда күтәрелгән мәсьәләләр буйынса бөгөнгө тапшырыуҙа фекер алышырбыҙ. 

Студия ҡунаҡтары -

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары...

28.11.2017

Социаль туризм, пособиелар, жкх түләүҙәрендә ташламалар, башҡа бик күп һорауҙарға яуаптар
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең бүлек начальнигы Венера Ҡотлоғилдина менән әңгәмәлә.

27.11.2017

Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Рәсәй журналистар берлегенең XII съезы үтте. Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Форумда ойошманың яңы редакциялағы уставы ҡабул ителде.

25 йылдан ашыу союзды Всеволод Богданов етәкләне. Ул үҙ сығышында атҡарылған эштәргә байҡау яһаны, журналистарғың социаль статусын күтәреү, мәғлүмәт сараларына ышанысты арттырыу, ойошманы модернизациялау кәрәклеген билдәләне.

 

      Журна...

24.11.2017

26 ноябрҙә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә география буйынса диктант үтә. Масштаблы акция ил президенты Владмир Путиндың башланғысы менән ойошторола. 

Беҙҙә ҡунаҡта Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ғилми сәркәтибе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, география фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова.  Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

23.11.2017

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова менән хоҡуҡтар һәм закон тураһында. 

22.11.2017

Мәктәп автобусы. Барыһына ла етәме ул? Төҙөкмө ул? Ни өсөн әленән-әле уҡыусыларҙы транспорт менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр килеп сыға? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.  

Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлназ Искәнйәрова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

21.11.2017

Йәрәхәттәр. Һаҡланыу. Иҫкәртеү. Өфө ҡалаһының баш травматологы Әхтәм Фәйзуллин менән әңгәмә. 

20.11.2017

Иртәгә Бөтә Донъя телевидение көнө. Ошо уңайҙан студияға һөнәрҙәштәребеҙҙе саҡырҙыҡ. 

Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһы һәм “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева. 

 

17.11.2017

Хәүефле селфи. Түңәрәк өҫтәл. Закондар ғына бәләнән ҡурсалай алырмы? 

16.11.2017

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Наркотиктарҙы күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәре Мәҙинә Хөсәйенова менән әңгәмә. 

15.11.2017

Фониатр тауыш ярыларына бәйле ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм дауалау менән шөғөлләнгән белгес. Тәү ҡарашҡа, медицинаның был өлкәһе менән бик һирәктәр генә таныш кеүек. Әммә икенсе яҡтан, вокалистар, йырсылар ғына түгел, ә тауыш эш ҡоралы булған һәр кем фониатрға мөрәжәғәт итә. Улар араһында педагогтар, лекторҙар, дикторҙар, тәрбиәселәр һәм тәржемәселәр бар.    

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицин...

14.11.2017

- Республика автоинспекцияһы рейд башланы. Был юлы автомобиль номерҙарының таҙалығы тикшерелә.

- Йыш ҡына автомобилдәрҙең дәүләт номерҙары уҡылмай. Ҡайһы берәүҙәр махсус рәүештә номерҙағы һандарҙы йәки хәрефтәрҙе буяй йәки ҡаплай. Мәҫәлән, С хәрефен О-ға әйләндереп ҡуя. Был мәғлүмәт дөрөҫмө?

- Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов бер интервьюһында бер тәүлектә генә машинаның дәүләт номерын буяған йәки ҡаплаған 1400 водитель тотолд...

13.11.2017

"Уңайлы мөхит" программаһы бар, әммә урындарҙа уны башҡарып етмәйҙәр. Пандустар, саҡырыу төймәләре йыш ҡына исем өсөн эшләнә. Физик мөмкинлеге сикле кешеләргә мөнәсәббәт һәм дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән программаның үтәлмәүе хаҡында Гөлшат Ибраһимова менән. 

09.11.2017

Бөгөн бөтә донъя сифат көнө.

Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифатлы булыуы айырым етештереүсенең һәм дәүләттең конкурентлыҡ һәләтен билдәләй. Тәрәнерәк фекер йөрөтһәк, был ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу, етештереү һөҙөмтәлелеген артырыу, продукцияларҙың, хеҙмәтләндереү төрҙәренең һәм тирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеге, һәм ғөмүмән тормош сифаты. Сифат проблемаһы һәр ваҡыт көн үҙәгендә. Бөгөн беҙ ҙә ошо мәсьәләне күтәрәбеҙ.

Башҡортос...

08.11.2017

Берәҙәк эттәр күбәйҙе-Махсус автохужалыҡта патрондар бөттөмө? Махсус предприятие начальнигы урынбаҫары Ринат Биккинин менән әңгәмә. 

Әхтәр Боҫҡонов
07.11.2017

      Рәсүл Сәғитов:

       – 7 ноябрь бөгөн һәм, дата әйтелеү менән, күпселектең, һәр хәлдә элекке СССР-ҙа йәшәгәндәрҙең, күҙе алдында етмеш йыл буйы,  ашыуыраҡ та әле, махсус, маҡсат ҡуйып ололанылған, был, мәҫәлән, халыҡты көҙгө бысраҡ-һалҡындарҙа урам-майҙандарға мәжбүри сығарып та башҡарылған, берҙән-бер, ләкин ана ниндәй, сикһеҙ тиерлек, хакимлыҡҡа эйә сәйәси фирҡәне данлап һөрәнләүҙәргә эйәреп ҡысҡыртылған, шуның менән бергә, ғәҙ...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 16..18°C
төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.