Беҙҙең проекттар

Хәйҙәр Вәлиев
08.09.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Сираттағы һайлау кампанияһы тамамланыу алдында һәм төп эштең берҙәм тауыш биреү көнө тип билдәләнгән 10 сентябрҙә тормошҡа ашыры мәғлүм. Быйылғы кампания, мәҫәлән, былтыр, Дәүләт Думаһы депутаттары һайланған ошо осор менән сағыштырғанда, шымыраҡ үтә, ләкин мөһимлек яғынан ҡарағанда, ҙурҙан алғанда, һис кәм түгел, әлбиттә. "Ҙурҙан алғанда" тиелгәндә, әйткәндәй, әлеге бәләкәйлек күҙҙә тотола ла – сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләгән кеше быға иң кесе кимәлдән һәм күләмдән – ауыл Советынан уҡ тотонһон, әйҙә.      

      Алдағы йәкшәмбелә Башҡортостанда ҡала, район, ауыл Советтарына депутаттар һайлана, ә Рәсәйҙең 16 субъектында республикалар башлыҡтары, өлкәләр етәкселәре өсөн тауыш бирелере көтөлә.

      Ентеклерәк мәғлүмәтте студия ҡунағы – Башҡортостан Үҙә...

Азат Ярмуллин
07.09.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Тарих тураһында һөйләшәйек бөгөн.  Яңы тарих хаҡында, тип өҫтәп ҡуяйыҡ. Фән булараҡ та, дөйөм ғилемдең бер мөһим өлкәһе сифатында ла ҡарайыҡ уны. Диҡҡәт шулай ҙа икенсеһенә күберәк ҡылыныр, сөнки, тапшырыуҙың форматы ғилми конференция йөкмәткеһенән ныҡ ҡына айырыла. "Ни өсөн тарих?" тигән һорау тыуа ҡалһа, яуап былай: үҙен заманса тип баһалаған һәр кем был диңгеҙҙә иркен үк йөҙмәһә лә, бәғзе бер тәрәнлеккә сума алһынсы – исмаһам да мөһим даталарҙы, ваҡиғаларҙы белергә тейешлелер. Һәм бында тыуған ереңдең уҙғандарын да күләгәлә ҡалдырмау мең хаҡ – һин белмәгәс, кем һуң белергә бурыслы уларҙы?

       Көҙгә тартым көн торошо ла быға, киң, ҡабаланыуһыҙ фекер алышыуға, яйлы һәм уңайлы – ашығыс иғтибар талап итмәле көндәлек хәл-ваҡиғалар ҙа, ошо арала кәмей тө...

06.09.2017

Бизнес-лагерь ишектәрен аса. Йәки йәш эшҡыуарҙар форумы үҙ эшен башланы. Эшҡыуарлыҡ темаһы актуаллеген арттыра ғына бара. Студия эксперты:бизнес-форумды ойошторусыларҙың береһе-Ләйсән Николаева.

Инбер Япаров, Камил Юлаев
05.09.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Беренсе һорау: кисә Өфөлә нимә булды?

      Ҡойоп ямғыр яуҙы. Ләкин беҙҙе бының менән, айырыуса быйыл, һис  аптыратып булмай. Сентябрҙә йәшен дөбөрҙәүе, эйе, саф ҡына яңғыраны, яҡында ғына шарт та шорт атты – игенсене хәүефләндерҙе, шағирҙы илһамландырҙы, дыуамалдар гидроциклдарҙа уҙышырға тотондо, ҡапыл ҡараңғы төшөүе иртә ятыусандарҙы ҡыуандырғандыр, бәлки. Социаль селтәрҙәрҙә тура репортаждар китте. Ауылда салт аяҙ, тип фото һалдылар. Бында иҫ киткес шәп көн, тинеләр Мәскәүҙән. Артабан инде, ҡала йөҙә башлағас, хафа артты. Ике сәғәт ярым самаһы эсендә 115 миллиметр яуғаны, ә бының айлыҡ миҡдарҙан ике ярым тапҡырға күберәклеге хәбәр ҡылынды. Урамдар, тротуарҙар, тимер юлдар, сауҙаханалар, иҙәндәр, хатта түбәләр… Светофорҙар һүнде, Интернет туҡтаны. Ҡыҙған...

Азат Йыһаншин
30.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – 2-3 сентябрҙә Өфөлә ҙур сара – "Ҡанатлы ат" Бөтә Рәсәй ат фестивале үтә. Ошо турала, ошоға бәйләп йылҡысылыҡ тармағындағы бөгөнгө хәл тураһында һөйләшергә беҙ студияға Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншинды саҡырҙыҡ.

 

Илдар Шәйәхмәтов
28.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – 1812 йылғы Ватан һуғышына быйыл – 205 йыл. Бынан 5 йыл элек 200 йыллыҡ ҙур тантана итеп үткәрелгәйне инде, әлегеһе әллә ни түңәрәк түгел, шулай ҙа ошондай ҙур ваҡиғалар, етмәһә "Ватан" тигән һүҙе булғандар, йыл да өҫтә, гел дә иҫтә булырға тейештер.     

      12 июндә, иртәнге сәғәт 6-ла, Наполеон ғәскәрҙәренең Неман йылғаһын кисеүенән баш алып, 14 декабрҙә Рәсәйҙең, уның союздаштарының тулы, бер һүҙһеҙ еңеүе менән тамамланған был һуғыштың сәбәптәре күп, әлбиттә, ике яҡлап та бар. Бер нисә минуттан ошо студияла башланыр әңгәмәгә инеш булараҡ, ҡыҫҡаса уларын да атап үтәйек.

      Францияның ул ваҡыттағы төп дошманы Англия булғанын беләбеҙ һәм уға ҡарата блокада ойошторола, бында Рәсәй ҙә ҡатнаша, әммә 1810 йылда хөкүмәт Анг...

Айҙар Хәкимйәнов
24.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Ере барҙың йыры бар… һәм башҡалар, ошоға тартым ҡанатлы һүҙҙәр, теҙә китһәк, байтаҡ йыйылыр. Мәғәнәләре билдәле. Ә шул ер булып та, аҡҡа теркәлмәгән хәлдә нисек? Әллә ни түгелдер әлеге йыр. Эйәһе был осраҡта тауышын баҫа биреберәк, бәлки бөтөнләй эстән генә лә көйләйҙер, күкрәк киреүҙең эҙемтәһенән һағая ул – һалым түләгеһе килмәй.

      Һалым нигилизмы тип атала күренеш. Йыр тип, күңел мәсьәләһенән ҡапыл ошолай ысынбарлыҡҡа – тормошҡа, көнкүрешкә күстек, сөнки бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы – әлеге теркәү.

      Эш бына нимәлә. Республикала, рәсми телдә әйтһәк, ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентарләштереү башланды. Тәүге тапҡыр уҙғарылған  был ҙур сара 31 декабргәсә дауам итәсәк.

      Ни өсөн үткәрелә һуң? Һорау бер н...

Хөрмәтулла Үтәшев, Эльвира Исҡужина
22.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Һуңлап килгән йәй хөкөм һөрһә лә, август июль өсөн ғәфү үтенгәндәй, ҡыҙыу көндәр китһә лә, календарҙы онотмайбыҙ – көҙгө мәшәҡәттәргә тотонабыҙ. Хоккейҙа ла, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Шулай тигәндә мәҙәниәтте икенсе булып атауыбыҙ һис тә уны түбәнерәк баһалауҙан түгел, әлбиттә – хоккей иртәрәк башланды ғына. Ул ғынамы, әйтәйек, театр сәнғәтен, театрҙарҙа оҙаҡламай миҙгел асылырын ижтимағи кимәлгә лә күтәреп белдереү яғындабыҙ. Унан алда, сентябрҙең 7-һенән 14-енәсә, Өфөлә үтер "Туғанлыҡ" фестивален иҫәпкә алғанда, шикһеҙ шулай – халыҡ-ара сара бит, төрлө илдәр, халыҡтар вәкилдәре килә. 1991 йылдан уҙғарыла был республикала.

      Ҡыҫҡаһы, бөгөн студия театр донъяһына асыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ, улар - Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡа...

18.08.2017

  Бер нисә йыл элек ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр кооперативтарға берләшә башланы. Эксперттар был йүнәлештең иҡтисади яҡтан ғына түгел, ә социаль йәһәттән дә отошло булыуын билдәләй.

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәшит Хәйруллин һәм "Йәнле ауыл" үҫеш үҙәге етәксеһе Ренат Мамаев менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

 

17.08.2017

  Бөтә Рәсәй умартасылары үҙ оҫталығын Башҡортостанда һынаны. Баш ҡалабыҙҙа  ауыл хужалығындағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе – умартасылар конкурсы үтте.

   Республика, ил умартасыларының Өфөлә бер майҙанда йыйылыуы байрамға тиң. Аҡбуҙат ипподромы алдында ойошторолған бал йәрминкәһендә етештереүселәр ҙә, халыҡ та ихлас ҡатнашты.

  Ҡыйынлыҡтар булһа ла республика умартасылары быйыл да мул уңыш алырына өмөтләнә. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов йәрминкәлә бал ҡортолай тырышып эшләүселәр менән аралашты, тармаҡтағы проблемаларға туҡталды. Шулай уҡ "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә тәүге тапҡыр ойошторолған "Иң яҡшы умартасы" номинацияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, берләшергә саҡырҙы.

 

Мәрйәм Мәликова
16.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Йыл, айырыуса яҙы менән йәйе – ҡатмарлымы? Эйе. Ләкин ауыл хужалығы өсөн уның ябай килгәне лә хәтерҙә һис юҡ: быйылғы ише еүеш миҙгел дә яман, алда йышыраҡ булғанса, ҡоролоҡ та хөрт. Йәнә лә бит ҡайһылыр һауа шарттары ниндәйҙер үҫемлеккә ҡамасау, ниндәйенәлер – һатып та алып булғыһыҙ уңайлы: үҫ кенә, бураларға төш кенә. Башҡортостандың үҙенең, тимәк баҫыуҙарының да киңлеге лә бында арыу – бер урында уңмаһа, икенсеһендә күперә. Китап һүҙҙәре генә түгел был – статистика ла шуны күрһәтә. Ҡоролоҡтан ыҙа сигә килгән Урал аръяғы, ана, бесән буйынса сағыштырмаса ҙур һандарға өлгәшкән – бер нисә көн элек Хәйбулланың уны иң күп туплағаны хәбәр ителгәйне. Уңыш йыйғанда ямғырға ризаһыҙлыҡ белдерелһә лә дымдың ужым өсөн дан икәне асыҡ.

      Шуға күрә һорау: "ҡатмар...

15.08.2017

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Гөлназ Шафиҡова
14.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Мәғариф булыр бөгөн үҙәктә. Мәле шул бит: хатта көнкүреш кимәлендә генә алһаҡ та, август - кейем-һалым, әсбаптар, башҡаһын эҙләп сабауыллау осоро. Етмәһә яңы уҡыу йылының нисәнсе сентябрҙә башланыры мәсьәләһе лә, яңы тарихта булмағанса, быйыл сағыу ҡалҡты.

      Ләкин былар – барыбер ҙә вағыраҡ, сағыштырмаса еңел хәл ителерлек мәшәҡәттәр, әлбиттә, мөһимерәктәре – ғөмүмән стратегия, төп йүнәлештәр, маҡсаттар, һөҙөмтәләр. Тормош хәҙер етеҙ үҙгәрә – традицион дәрестәр ҡаласаҡмы, ҡалһынмы, мәктәп баланы әлеге тормошҡа ни дәрәжәлә сифатлы әҙерләй? Дәрес тигәндән, өҫтәмә белем биреү һаман үҙәккә сыға, 2016 йылда Башҡортостанда был 78 процентҡа яҡын һанды күрһәткән, быйыл тағы артыуы көтөлә. Ул ғынамы бик тиҙҙән, уҙа барһа 10-15 йылдан уҡытыуҙың яртыһынан күбе...

Сәлимә Таһирова, Азалия Хурамшина
11.08.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      – Ғилемлелек – нурмы? Эйе, әлбиттә. Ә бына наҙанлыҡ – хур. Шулай булғас, тел белеү ҙә, уны беләйем тип белеү – ҙур.

      Йәмғиәттә, беҙ – уның ағзалары, хатта үҙен төрлө яҡтан юғары баһалағандар тарафынан да милли телдәргә, йәшермәйек, өҫтәнерәк ҡарау күренеше һаман да барыбер ҙә булғанға ошолай башланыҡ бөгөнгө тапшырыуҙы. Быныһы – ғөмүмән алғанда, ә һөйләшеүгә тәғәйен нигеҙ ҙә бар - берҙән, яңы уҡыу йылы башланырға тора, иртәгә Өфөлә республика педсоветы уҙыры билдәле, икенсенән, дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенең һуңғы арала айырыуса ҡуйыра барып, үткән аҙна аҙағында юғары кимәлдә асыҡлыҡ алғаны мәғлүм – республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың белдереүендә Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау буйынса бөтәһе лә эшләнәсәге...

10.08.2017

   Башҡортостанда илдең иң яҡшы умартасыһы билдәләнәсәк. 16 августа Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында I Бөтә Рәсәй умартасылар конкурсы ойошторола. Бал байрамында илдең ҡайһы төбәктәренән ҡунаҡтар көтөлә? Фестивалдә ҡатнашыусыларға ниндәй һынауҙар әҙерләнгән? Бөгөн ошо турала. Әңгәмәсебеҙ республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.

 

Азат Йыһаншин
09.08.2017

    Рәсүл Сәғитов:

     – Баҫыу-ҡырҙарҙа бөгөн хәл ярайһы ҡатмарлы. Яҙын, ул һуңлауы сәбәпле, кәмендә өс эш – сәсеү, дым ҡаплау һәм өҫтәмә туҡландырыу бер юлы башҡарылғайны, әле крәҫтиән билен тағы өстән быуған – мал аҙығы әҙерләүҙе тамамла, иген ур, ужым сәс. Һәм бындайҙың республикала булғаны бармы икән әле… Бына шуның менән ҡатмарлы хәл дә, мәл дә. Ә беҙгә ябайлыҡ – һәр нәмәнең ваҡытында, урын-еренә еткерелеп, ҡабаланмай-сәбәләнмәй, ә тимәк сифатлы башҡарылыуы, кәрәк. Юғиһә былтыр ошо ваҡытҡа миллион тоннаға яҡын ашлыҡ урылғайны ла инде, быйыл – башланды ғына.

      Ә күпме йыя алырбыҙ? 2 ярымдан өс миллион тоннағаса, тип фаразлана. Өс үк булып китһә, ямғырлы йәйгә һуҡраныуҙы туҡтатырбыҙ ҙа, бәлки – һәйбәт һан булыр, ләкин эш бының менән генә лә бөтмәй, әлбиттә – игенде киптерергә...

08.08.2017

   Ғилми тикшеренеүҙәр республиканы үҫтерергә һәм төрлө йүнәлештәр буйынса алдынғы итергә тейеш. Тап ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн “Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫеше” дәүләт программаһы ҡабул ителде. Унда нимәләр ҡарала һуң? Был хаҡта беҙ Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов менән әңгәмә ҡорабыҙ. 

 

07.08.2017

   Дәүләт ойошмаларында байраҡтар төшөрөлгән. Бөгөн республикала матәм көнө. Бөрө районы Үгеҙ ауылында сыҡҡан ҡот осоҡос янғында 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың бишәүһе балалар.

Һәләк булыусыларҙың яҡындары өсөн республика Хөкүмәтендә “Ҡыҙыу линия” ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, Бөрө хакимиәте ерләүҙе үҙ өҫтөнә ала.

   Башҡортостандың бер нисә районында көслө дауыл үтте. Туймазы, Ауырғазы, Ғафури һәм Стәрлебаш райондарында ел ҡыйыҡтарҙы алып осорған, электр сымдарын өҙгән. Дауыл арҡаһында Дәүләкән ҡалаһында ағастар ауған, машиналар һәм йорттар зыян күргән.

Ә бына өйөрмәнең үҙәге Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылына тура килгән. 

   Көйәҙебаш ауылында 60-тан ашыу йорт зыян күргән, ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй йәшәүгә яраҡһыҙ. Иҫәпләүҙәр буйынса, тә...

10.07.2017

   Ил сиген үтеүҙе тыйған бурыстар өс тапҡыр артасаҡ. Ер һәм Урман кодекстарына үҙгәреш индерелде.  

Бөгөн ошо турала. Беҙҙә ҡунаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров.

 

 

29.06.2017

    Үҙ эшенең оҫталары – Рәсәй һәм Европа илдәре механизаторҙары Башҡортостанға йыйылды. Республикабыҙҙа  ауыл хужалығындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе - ер һөрөү буйынса асыҡ Рәсәй чемпионаты уҙа. Ойоштороусылары – Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте һәм “Росагролизинг”компанияһы.  Хәйерле көн, хөрмәтле тыңлаусылар. Һеҙҙе Өфө районының Нижегородка ауылынан сәләмләйбеҙ. Иң яҡшы ер һөрөүсе тап ошонда билдәләнәсәк.

     1952 йылда Бөтә донъя ер һөрөүселәр ойошмаһына нигеҙ һалына. Ер һөрөү буйынса тәүге чемпионат ошо уҡ йылда Канаданың Олдс ҡалаһында уҙа.

Ойошмала 32 дәүләт тора. Улар араһында – Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттары, Австралия, Канада, Көньяҡ Африка республикаһы, Яңы Зеландия, Бөйөк Британия, Франция бар.

Ер һөрөүселәр ойошмаһы ауыл хужалығы белгестәренең абруйын арттырыу, ер эшкәртеү...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 27..29°C
кис 25..27°C
төндә 18..20°C
иртән 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.