Беҙҙең проекттар

20.12.2017

  Лағырға килеп тә, мәктәбен күрмәү яҙыҡ булыр ине. Ундай матур, яҡты, иркен, зауыҡлы мәктәптәр баш ҡалала ла һирәктер. 2001 йылда һалынған белем усағын  Лағыр ауылының ҡото тип атай алырбыҙ. 

13.12.2017

  Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостандың да төбәктәре  тигеҙ үҫешмәй. Совет заманына хас  был күренеш, үкенесекә күрә, әлегәсә һаҡлана. Әлбиттә, уның  объектив һәм субъектив сәбәптәре күп төрлө: тарихи шарттар, географик урынлашыу, тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре; шулай уҡ сәйәсәт һәм конъюнктураға бәйле ҡараштың да  йоғонтоһон инҡар итеп булмаҫ. Социаль һәм иҡисади йәһәттән  шундай төбәктәрҙең ҡеүәтен арттырыу маҡсатында  республикала 2011 йылда ма...

06.12.2017

  Башҡортостан өсөн хеҙмәт миграцияһы ғәҙәтигә әйләнде. Беҙгә бүтән тарафтарҙан килеүселәрҙән бигерәк, үҙебеҙҙең халыҡ Себергә, Рәсәй өлкәләренә эш эҙләп юллана. Шул сәбәпле йәнтөйәктәрен ташлап китеүселәр  Үтәймуллалар араһында ла бар.

15.11.2017

  Сәнәғәте үҫешкән хәҙерге ҡалаға терәлеп ятҡан  ауылдар көнитмешен бөгөн нимә билдәләй? Был яҡынлыҡтың ауылдар үҫешенә йоғонтоһон нисек баһалап була? Ауылдар үҙ  традицияларын, рухи мөхитен һаҡлай аламы? Әңгәмәсебеҙ Фәнил Бүләков – Учалы районының ҡалаға ҡушылып тиерлек ятҡан Иманғол ауыл биләмәһе башлығы.

25.10.2017

   Һарайлы – Благовар районы  Болошло ауыл биләмәһенә ҡараған иң билдәле, ҙур тарихлы ауыл. Был яҡтарҙың ҡасан яу  менән шанлы, ҡасан  хеҙмәт, мәғрифәт менән данлы үткәндәрен яҡтыртыуға Һарайлы мәктәбе музейында иғтибар ҙур. Рәйес Ҡорбанғолов атлы зыялы зат тыуған яҡ тарихын төбөнә төшөп, ентекле өйрәнгән, әлә ни саҡлы “аҡ тапты” асыҡлаған, йәнтөйәгенең  сал тарихын  архив документтары нигеҙендә асып һалған.    Төптәнерәк  баҡһаҡ, төбәк – 16-с...

20.09.2017

Һәр төбәктә үҙ  уңғандары, йүнсел  кешеләре, эште ойоштороуға, халыҡты артынан эйәртеү  оҫталығына эйә булғандар бар. Дыуан районында  тарҡалыу сигенә еткән күмәк хужалыҡтарҙы  берләштереп,  яңы ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлөүе Таһир Зарипов  менән бәйле.  Ул етәкселек иткән “Уралтау” яуаплылылығы сикләнгән ойошма республикала ауыл хужалығы тармағында иң алдынғылар  иҫәбендә,  ер  эшкәртеүҙә  заманса технологиялар ҡулланыу менән дә бил...

13.09.2017

Мәсетле районында  элекке колхозды һаҡлап ҡалғандар, ул хәҙер “Йондоҙ” тип атала, эштәре  ырамлы  бара, тип ишетергә тура килгәйне.  Шул яҡтарға юл төшкәс, хужалыҡ менән  яҡындан таныша алдыҡ. 57 ағзаны берләштерә ул, ә яҙғы-көҙгө  эштәрҙә 70-кә яҡын  кеше эшләй. Төп шөғөл - малсылыҡ менән игенселек, 650 баш мал тотола, ике меңдән ашыу гектарҙа - сәсеүлек. 

14.06.2017

Ҙур ҡала- ҙур мөмкинлектәр. Ҙур ҡала янындағы ауылдарҙа ла бар мөмкинлектәр. Әбйәлил районы, Асҡар ауылы. Силәбе өлкәһе менән сиктәш ятыуы был төбәккә ныҡ ҡулай. Асҡар һәм ғөмүмән Әбйәлил халҡының күпмелер өлөшө Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Эскелек бында һирәк күренеш. Алама ғәҙәт менән мауыҡҡандар менән айырым эш алып барыла. Ауылда ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын- ҡыҙҙар советы эшләп килә. Асҡарға 1930 йылдың 20 авгусында нигеҙ һалына. Үҫешеү б...

14.06.2017

Республиканың йәнә бер гүзәл төбәгендә - Нуриман районы Яңы күл ауылында булып ҡайттыҡ. Тәү ҡарауҙан заманса, төҙөк йорт-ҡуралар, урамдарҙағы тәртип иғтибарҙы йәлеп итте. Ә инде ауыл халҡы менән аралашҡанда ауылдың ысын йөҙө тағы ла нығыраҡ асылды. Ауылдың киләсәге унда мәктәп булыу-булмауға туранан-тура бәйле. Был йәһәттән, Яңы күл халҡына борсолаһы түгел. Ауылда 2005 йылда ғына яңынан ике ҡатлы, ҙур мәктәп һалынған. Йыл да беренсе синыфка...

22.03.2017

   Ауыл ерендә колхоз-совхоздар күптән бөтөрөлдө. Шуға күрә ауыл яҙмышы, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү -  ауыл хакимиәте  иңенә төшә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәр тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә уларға йөкмәтелгән, ҡыҫҡаһы - халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар. Иҡтисади хәле ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, халыҡ ауыл киләсәген һаҡлау өсөн тырыша.  Беҙ иһ...

22.02.2017

    Республикабыҙҙа ағинәйҙәр -  иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһы. Улар башланғысы менән ауылдарҙа төрлө сара, осрашыуҙар үтә, халҡыбыҙҙың онотола барған йолалары тергеҙелә, халыҡ кәсебе менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.  Илдең ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәр ауылға бәрәкәт, ырыҫ өҫтәү ниәтендә янып йәшәй. “Атайсал” тапшырыуында Әлшәй районының ағинәйҙәр эшмәкәрлеге аша төбәктәге  ауылдар йәшәйеше менән танышырбыҙ. 

01.02.2017

      Үзбәкстанда беҙҙең көслө рухлы, “милләтем, телем”  тип янып йәшәгән милләтәштәребеҙ көн итә. Уларҙың йәшәйеше менән яҡындан таныша барған һайын һоҡланып ҡуяһың. “Юлдаш” радиоһы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән   күптән тығыҙ бәйләнеш булдырған.  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова урындағы йәшәйеш, уңыш-ҡаҙаныштар, яңылыҡтар менән даими таныштыра килә. Бына был юлы ла "Атайсал"  сығарылышында Рә...

17.01.2017

Фермер хужалыҡтары Бүздәк районы иҡдисадына тос өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта улар төбәктә мөһим социаль роль дә уйнай – халыҡты эш менән тәьмин итә, урындағы билмәләргә, мәктәптәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Фрунзе исемендәге колхоз 2005 йылда бөлгөнлөккә тарығас, ошо хужалыҡтың Яҡуп ауыл бригадиры Зөлфәт Камалов фермер хужалығын ойоштороп, хужалыҡ фермаһын үҙенә ала.

11.01.2017

    Донъя, илдәге хәлдәр, башҡа һыймаҫ ҡанундар, эскелек һәм эшһеҙлек арҡаһында элегерәк туйындырыусы һәм кейендереүсе һаналған ауыл бөлөп бара. Шулай ҙа тормош ауырлығы­на бирешмәй, тыуған ерендә атай-олатай нигеҙен ҡоротмай, һәүетемсә донъя көткәндәр ҙә юҡ түгел?! Саҡмағош районы Аблай ауыл халҡының көнитмеше менән  “Атайсал” сығарылышында танышырбыҙ. 

21.12.2016

    Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡын торған власть, ә биләмә башлығы – ауылдағы йәшәйеш, көндәлек тормоштағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, ярҙам күрһәтеү  өсөн яуап биргән вазифалы кеше.  Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәрҙе тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек мәсьәләләр ҙә ауыл биләмәһе рәйесенә йөкмәтелгән. Күптән түгел халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар -  Салауат районының Арҡауыл, Малая...

07.12.2016

Ике йыл элек Нуриман районының Красный Ключ ауылында бығаса төбәктә генә түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла һирәк осраған мағәриф комплексы сафҡа инде. 3 ҡатлы бина архитектураһы менән йыраҡтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. Был уҡыу йорто киң коридорҙары, бейек түшәмдәре менән генә түгел, ә ҙур тамаша, спорт залдары, бай китапханаһы һәм иркен ашханаһы менән айрылып тора. Уның төҙөлөшөнә 300 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Мәктәптә әле 321 ба...

20.11.2016

  Урал тауының көньяғында урынлашҡан Күмертау халҡы эшкә  бик уңған, тормошта әүҙем, донъя көтөргә ихлас.  Шуға ла  ҡаланың үҫеше,  уның киләсәге тураһында һөйләгәндә  мәҙәни сараларҙы ла ситкә ҡуйып булмай. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек Күмертауҙа ла ял итә беләләр,  мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн шарттар ҙә етерлек. 

    “Атайсал” сығаралышында күп милләтле ҡалала уңышлы эшләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор а...

02.11.2016

     Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән  ағинәйҙәрҙең  роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәй кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Әхлаҡ тәрбиәһен, милләтте үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған Хәйбулла ағинәйҙәр ойошмаһы  күптәргә өлгө булырлыҡ. Йолаларын онотмаған, уны ҡәҙерләп һаҡлаған рухлы халыҡ менән  “Атайсал” сығарылышында танышырһығыҙ. 

12.10.2016

   “Юлдаш” радиоһы коллективының сираттағы эш сәфәре Белорет районының  ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе  Сермәнгә илтте.  Ауыл мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе ихлас, дәртле йыр-моң менән “Хәтирә” ансамбле ҡаршы алды. Маҡсатыбыҙ Иҙел башы төбәгендәге тыңлаусыларыбыҙ менән осрашып, хәл-әхүәл белешеү һәм, әлбиттә, радио үткәргән бәйгелә еңеүсе ғаилә Солтан һәм Зифа Сиражетдиновтарҙы  тәбрикләү ине.  Ошо төбәктән әҙерләнгән тапшырыу менән "Атайсал...

05.10.2016

Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә.  “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырһығыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.