Беҙҙең проекттар

10.05.2016

Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә. “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырбыҙ. 

04.05.2016

Яҙ тәбиғәттең уянған, донъяның яңынан яңырған мәле - ағастар  шаулап япраҡ яра, ялан-ҡырҙарға  йәшел келәмдәр йәйелә. Шул иҫәптән, беҙ йәшәгән ауыл һәм ҡалаларыбыҙ  күҙ алдында йәшеллеккә күмелә. Әлбиттә, ошондай яңырыу мәлен һәр беребеҙ тәбиғәттәге кеүек үк таҙалыҡта, йәшел наҙлыҡта һәм гүзәлектә ҡаршылайһыбыҙ килә. Шуға ла апрель, май айҙарында экология өмәләре үткәреү, йәшәгән еребеҙҙе суп-сарҙан таҙартыу, уны йәшелләндереү беҙҙең күптәнге...

27.04.2016

       Ни өсөн ерле халыҡ  үҙ биләмәһендә, атай-олатайҙар нигеҙендә төпләнә алмай? Аҫабалағын юғалтып, эш эҙләп, сит тарафтарға юллана?  Башҡорт ауылдарының киләсәге бармы? Был һорауҙарға яуапты Бишбүләк ерлегендә эҙләргә тырышырбыҙ. 

23.04.2016

Яҙғы көн йылды туйҙыра. Тап ошо мәлгә аяҡ баҫты ла инде республика. Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы төбәгенә генә күҙ һалмайыҡ, ҡыр эштәре гөрләй. Был аҙнала беҙ Шишмә һәм Дәүләкән хужалыҡтары баҫыуҙарында булып, ундағы эштәр  барышы менән таныштыҡ.  

Әлшәй районы Сурай ауылы мәктәбе уҡытыусылары
13.04.2016

Ауылда белем биреү системаһына етди һынауға әйләнгән оптимизация һөҙөмтәһендә, бынан бер-нисә йыл элек Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәпте ябыу мәсьәләһе килеп тыуа. Уҡыусылар һаны тейешленән етәүгә кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар күршеләге бәләкәй ауылдарҙан интернатта ятып район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә уҡырға мәжбүр балаларҙы йыйырға ҡарар итә. Балаларҙы улар йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бушлай ҡарай. Мәктәп директоры Зәкиә...

02.04.2016

Берҙәмлектә көс, йәғни күмәкләгән генә яу ҡайтарыр, ти халҡыбыҙ. Был бурандар күптәр өсөн оло һынауға әйләнә. Берәүҙәр юлда ҡар ҡамауында ҡалғандарға ярҙамға ашыға, икенселәре ғәрәсәткә эләккәндәрҙе үҙ йорттарына индерә, төрлө учереждение һәм ойошмалар ҡабул итә. 

Хәйбулла халҡының ошондай берҙәм һәм ярҙамсыл булыуы һөҙөмтәһендә районда күп фажиғәләр иҫкәртелә.Бер яҡтан юлсылар төндө көнгә бәйләп эшләһә, икенсе яҡтан фермерҙар һәм предп...

30.03.2016

Ырымбур өлкәһенең Красная Гвардия районына ҡараған Үрге Ильяс ауылы арҙаҡлы милләттәшебеҙ Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтоң тыуған ауылы булараҡ билдәле. Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә, рухиәтебеҙҙе байытыуға ҙур өлөшө индергән  арҙаҡлы шәхес менән яҡташтары ифрат ғорурлана. Үрге Ильяс ауылы халыҡ телендә Тәңес тип йөрөтөлә. Тәңестә йәшәүселәрҙең көнитмеше, урындағы халыҡты борсоған һәм ҡыуандырған ваҡиғалар тураһында ауыл староста...

23.03.2016

Республиканың көньяғына быйылғы ҡыш ауыр килде. Ҡарҙың күплеге ауыл хужалыҡтарына ерҙең уңдырышлығы өсөн яҡшы булһа, ә бына ауыл халҡы өсөн бик тә көсөргәнешле.

17.03.2016

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә етем һәм ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 700 мең бала бар. Интернаттарҙа, приюттарҙа, балалар йорттарында даими 400 мең тирәһе сабый йәшәй. Уларҙы ғаиләгә урынлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Бынан бер – нисә йыл элек тәрбиәгә бала алыу илдә киң таралған күренеш һаналды. Сер түгел, йәмғиәттә, был йәһәттән, бәхәстәр, ҡараштар төрлө булды. Балаларҙы йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙ мәнфәғәттәрен...

Фирҙәүес Ялалов
16.03.2016

“Ялалов” крәҫтиән-фермер хужалығы орлоҡ үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре Фирҙәүес Ялалов етәкләгән был хужалыҡ төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле. Үҙ ерендә тырышып эшләгән уңғандарҙың береһе, Илеш районы фермеры Фирҙәүес Ялалов менән орлоҡсолоҡ, үҙенсәлекле һәм элиталы сорт орлоҡтар етештереү тураһында һөйләшәбеҙ.

Асия Ғәйнуллина
09.03.2016

Сибай ҡалаһында йәшәүсе үткер телле сәсәниә булараҡ танылған Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйып һаҡлау менән генә шөғөлләнмәй, башҡорт милли биҙәүестәрен дә эшләй. 

02.03.2016

Совет заманында Илеш районы республика агросәнәғәт комплексы лидерҙарының береһе ине. Район юғары уңдырышлылығы һәм хеҙмәт дисциплинаһы менән айырылып торҙо. Уның продукцияһы илдең башҡа төбәктәрендә лә яҡшы билдәле ине. Ләкин һуңғы йылдарҙа Илештең элекке даны юғалып ҡалғандай. Ул үҙенең позицияларын юғалтты төҫлө. Әммә төбәктә ауыл хужалығы өлкәһендә тырышып эшләүселәр байтаҡ. Йөннө ауылындағы “Ағиҙел” һөт-тауар фермаһы – шуларҙың береһе. Та...

17.02.2016

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә етем һәм ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 700 мең бала бар. Интернаттарҙа, приюттарҙа, балалар йорттарында даими 400 мең тирәһе сабый йәшәй. Уларҙы ғаиләгә урынлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Бынан бер – нисә йыл элек тәрбиәгә бала алыу илдә киң таралған күренеш һаналды. Сер түгел, йәмғиәттә, был йәһәттән, бәхәстәр, ҡараштар төрлө булды. Балаларҙы йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙ мәнфәғәттәрен...

10.02.2016

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында яңы эш урындары булдырылды - тегеү цехы асылды.

27.01.2016

Экология мәсьәләләре, ҡороп, юҡҡа сығып барған йылға-күлдәр өсөн борсолған бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Әхмәт Ғибәҙәт улы Сыбарғошов.

Ҡауарҙы уңғандары
20.01.2016

Ҡауарҙы Ғафури районында ғына түгел, республикала данлыҡлы ауылдарҙың береһе. Бында ғилемгә ынтылышлы, йыр-моңға маһир халыҡ йәшәй. Шуға ла етәксе урындарҙа, сәнғәт донъяһында улар бихисап. Ауыл таһыллы көрәшселәре менән дә дан тота. Бында шахмат уйынының да киң таралыуын билдәләргә кәрәк. Урындағы халыҡтың күпселеге мал-тыуар, ҡорт үрсетә, шәхси хужалыҡтан алған килем менән йәшәй. Ҡауарҙыла урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдш...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 16..18°C
төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.