Беҙҙең проекттар

07.10.2017

Силәбе өлкәһе электән данлыҡлы кешеләре менән билдәле булып, еребеҙгә күп кенә ҙур шәхестәр биргән. Был йәһәттән милли хәрәкәттә ҡатнашып, мөхтәриәт өсөн көрәшкән Нуриағзам Таһиров, Абдулҡадир Инан, әҙип һәм шағирҙарҙан Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғәлимов Сәләм исемдәре күпте һөйләй. Бөгөнгө силәбеләр ҙә улар рухын күтәреп, заман ағышында барып уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, ғилемле, үҙ халҡының рухи үҫеше өсөн янып йәшәй. Шул ниәтте алдын иткән ижади  ойошманың береһе- урындағы телевидениела эфирға сыҡҡан «Уралым» тапшырыуы һәм «Уралым» гәзите хеҙмәткәрҙәре. Тапшырыуҙа уларҙың эш барышы менән танышырһығыҙ.

16.09.2017

     Рәсәйҙең тарихи  ҡалаларының береһе- Каменск- Уральск. Белеүегеҙсә, боронғо башҡорт ерендә һалынған. Унда йәшәгән хәҙерге миләттәштәребеҙ тураһында һөйләшкәндә, һүҙ үҙенән-  тарихҡа борола. Тапшырыуҙа шул ҡаланың бер вәкиле Мөжәүир Буранбаев менән  әңгәмә тыңларһығыҙ.

08.05.2017

Табын ырыуы башҡорттары йыйыны.

08.05.2017

табын ырыуы башҡорттары

11.06.2016

Туҡ-Соран башҡорттарының тарихы бай. Тамырҙары Дим, Өршәк, Ҡыҙыл, Иҙел түбәне башҡорттарына барып тоташа. Ят- бауырҙарҙы күпләп ултыртып, ерҙәрҙе ҡыҫырыҡлай башлағастары күсенергә мәжбүр булалар. Күсенеү мәсьәләһен 5- 6 йыл буйы хәл иткәндәр. Рөхсәт булмаған. Йөҙәр- йөҙәр саҡрымға, ялан яғына күсенеп китергә мәжбүр булған башҡорттарҙың яҙмышын бер кем дә оноторға тейеш түгел. Сит ергә сығып китмәй улар. Ата- олатайҙарының көтөүлөк еренә барып ултыра. Йәйләү ерҙәре-үҙҙәренеке, аҫабаныҡыларҙыҡы. 

10.06.2016

Ҡорама- ҡолой башҡорттары- Ҡолой ҡантон вариҫтары. Уларҙың бер вәкиле Спартак Ильясов менән әңгәмә тыңлағыҙ.

06.05.2016

Тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө- радио. Бигерәк тә юлда, эштә, ялда тыңлауға уңайлы. Үҙ телеңдә яңғырап торған тапшырыуҙарҙы, йырҙарҙы тыңлау, яңылыҡтар, реклама ишетеү- рухи үҫеш. Шул үҫеште интернет селтәре аша киңәйтеп ебәреү мөмкинлеге бар. Шулай ҙа, олатайҙарыбыҙҙың үҙ заманында, өйҙәге стеналарға ҙур ҡара тәрилкәләр ҡуйыуҙарын, һуңынан шул ҡумтанан матур хәбәр ишетеп мөғжизәгә тиңләүҙәрен тарихтан белергә тейешбеҙ. Ләкин, күп тә үтмәй, шул уҡ ҡара ҡумтанан ҡара хәбәрҙәр килеп, бөтөн ил яҙмышына йоғонтоһон да, тыл фронты һалдаттарының сәғәт һайын өмөтлө яңылыҡ көтөүҙәре, ышаныстар, "Еңеү" тигән һүҙ ҙә радиоға бәйле. Ошоғаса рухи мираҫыбыҙҙы бер урынға туплауҙа, унда эшләүселәрҙең хеҙмәте ҙур. Мәҫәлән, күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ менән аралашыу элемтә һәм радио аша ла тығыҙ бара.Тапшырыу күрше өлк...

08.04.2016

Республикабыҙ БАССР-ҙың 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә.

25.03.2016

Силәбе өлкәһенә ҡараған ҡалаларҙың береһе Магнитогорск башҡорттары хаҡында һөйләргә йыйынабыҙ.Әтәс (рус. Атач, карталарҙа -гора Магнитная)тауына һалынған ҡала – Башҡортостанға иң яҡыны, ул да олатайҙарыбыҙҙың боронғо ерендә. Хәҙер был ҡалала төрлө сәбәптәр арҡаһында тирә яҡтан йыйылған көллөһө лә көн итә. Милләттәштәребеҙ ҙә етәрлек. Һуңғы йылдарҙа шул ҡалаға яҡын тирәнән күсеп барыусылар иҫәбенә артҡан , күрше райондан йөрөп эшләүселәр ҙә етәрлек. Ошо ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙың йәшәйеше хаҡында һөйләшкәндә уларҙың уй- ниәттәре, күңел торошо нисек тигән һорауға ла бер аҙ асыҡлыҡ индерербеҙ.

11.03.2016

УРАЛ тауҙары, шул ТӨБӘКТЕҢ АҪАБАЛАРЫ тигәндә, әлбиттә, халҡыбыҙ тураһында һүҙ бара. Ул-боронғо еребеҙ. Ә яңырыу осоро тип ҡағыҙға тәү теркәлеүе- бынан өс быуат  элек кенә, олатайҙарыбыҙ еренә яттарҙың ҡаҙна заводттары һала башлаған мәле. Ауыр эшкә аҫабаларҙы ла, ҡол итеп ҡырҙан ят- бауырҙарҙы ҡыуып килтереүҙәр ҙә тарих ҡулсаһы өсөн бик әҙ генә арауыҡ. Кеше ғүмере менән иҫәпләгәндә лә, олатайҙарыбыҙҙың аталары заманы, йәғни 18 быуат башы ғына.

     Ул замандың хәл- ваҡиғаларын онотторорға тырышҡандар. Үҙең онотам тиһәң, кисәгене лә һанға һуҡмаҫҡа мөмкин. Быуындан- быуынға килгән хәтирәләр онотоламы һуң, яҙма рәүештә иҫбатланғандары ла етәрлек. Мәҫәлән, Рәсәйҙең тарихи ҡалаһы һаналған Каменск- Уральск, унда йәшәгән хәҙерге башҡорттары тураһында һөйләшкәндә, һүҙ үҙенән- үҙе шул мәлдәргә, тарихҡа бо...

29.02.2016

Алыҫ Кемерово тигәндә оло быуын кешеләренә ни тиклем ауыр булһа ла, күбеһе үтуән быуаттың ата- әсәһенең 30 –сы йылдарҙағы ауыр хәтирәләрен яңырта. һәр кемдең тейерлек ошо өлкәгә ҡағылышлы яҙмышлы туғаны, ауылдашы булып, республикабыҙҙың тиҫтә- тиҫтә мең кешеһенә бәйле. Өлкәнең ҡайҙалығын яҡынса күҙ алдына килтереү өсөн Мәскәүҙән автомобиль юлы буйлап 3 601 саҡрымда ятҡанын да әйтәйек. Ваҡыт айырмаһы 2 сәғәт 20 ҡаланың береһе-Ле́нин-Кузне́цк — 1925 йылдан шулай атала,унан алда Ленин исеме бирелгән. Яңы исем бирелгәнгә ҡәҙәр Кольчу́гино тигән ҡасабаһы булараҡ белгәндәр. Ҡала өлкәнең көнбайыш яғында, Кузнецк ҡаҙанлығы, Алтай, Красноярский крайҙары, Новосибирский өлкәһе араһындағы ете юл сатында ята. Обь йылғаһына ҡойған Инә буйында урынлашҡан. 2015 йылғы иҫәпте ҡарағанда, ҡалала 98 мең 667 кеше теркәлгән....

12.02.2016

Германия тигәндә өлкәндәр әле лә Ярман йәки Алман иле, тип һөйләй. Нисәмә быуын ата- олатайҙарыбыҙҙың яҙмышына яҙылған ошо ил. Тарих битенә күҙ һалғанда дуҫлыҡ- туғанлыҡты үҫтергән йылдар ҙа теркәлгән, төрлө килешеүҙәр төҙөлгән, йәғни яҡшы яғы ла бар, онотомаҫлыҡ яра һалған мәлдәр ҙә етәрлек. Заманында олатайҙарабыҙ уларҙы үҙ иленең дошмандарынан азат иткән, әрсәләгән, ҡоллоҡтан да ҡотҡарған. Күпмелер арауыҡта үҙҙәре лә уларҙа ҡол булған. Емергес замандар үтеп, ике ил араһындағы Килешеүҙәрҙе атҡарып, фәнни-ғилми яҡтан күтәрмәләп, йәшәйеште бәрәкәтләүселәр үә өйрәнеүселәр һәр быуында ла булған. Һүҙебеҙ алман иле менән Башҡортостан араһындағы эшлекле бәйләнештәр хаҡында ҡыҫҡаса, шулай уҡ улар ерендә төпләнеп, башҡортса йәшәгән ғәйнә уҙаманы тураһында.

Әлибай Мәнишев
30.01.2016

Халҡыбыҙҙың боронғолоғон, ҙур тарихлы, тәрән мәҙәниәтле милләт икәнлеген иҫбатлар шәхестәребеҙ, азатлығын һаҡлаған ғәййәр ирҙәребеҙ һәр заманда ла булған. Мәҫәлән, әлеге Хәйбулла районы Әлибай ауылы халҡының да тарихы күрше өлкәләргә, сит тарафтарға барып тоташа.Түңгәүер затынан булған уҙаман Әлибай Мәнишев 19 быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ул да үҙ заманының ғәҙелһеҙлек ҡорбаны.

27.01.2016

Йыл тамамланыуға барып, һәр кемдең эш- йомоштарын барлар мәл етте. Ил, төбәк, ойошма, ғаилә кимәлендә барһа ла, эш барышын йомғаҡлау- ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки, ҙур өйөңдә ни кәрәк, бәләкәйендә шул булыр тигәндәй, ойоштороу барышы ла шул уҡ. Тик бәләкәй сарала эш барышы әҙерәк, оло байрамдарҙа- күберәк, ә донъя кимәлендә барғаны- күмәртәле. Халҡыбыҙ өсөн быйылғыларының йыл аҙағында ойошторолған сараларҙың иң мәртәбәлеһе- Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙыуы. Тирә яҡтан ҡәрҙәштәребеҙ йыйылды, һөйләште, эшләне, таралашты. Һүҙебеҙ шул хаҡта.

27.01.2016

Борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ- ара осрашыу сәбәптәре бихисап булып ҡорға йыйылғандар, йыйын ойошторолған. Йорт- ил яҙымышын хәл итерҙәй ваҡиғалар теркәлгән, уй- ниәттәр барланған, маҡсаттар ҡуйылған. Шул йолалар хәҙер замансалаштырып байрам төҫөн дә ала. Был йәһәттән, күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән- Ырымбурҙар сираттағы ҡорға йыйылып өлкә башҡорттарының мәҙәниәт көндәрендә күреште. Беҙ ҙә ҙур сараға шаһит булып, элекке таныштарыбыҙҙы осраттыҡ, туғандарҙай күреп таныштыҡ, күргән-ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә еткереү ниәтендәбеҙ.

26.01.2016

Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы һәм Ҡурған – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәр. Бөгөн республикабыҙҙа һәм унан ситтә, алыҫ ҡитғаларҙағы бауырҙаштарыбыҙҙы Ҡурған тарафындағы төп халыҡтың көнитмеше, һөйләше, ер- һыу атамалары менән таныштырырбыҙ. Сығыштар кемгәлер яœылыҡ та булмаҫ, бәғзе берәүҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уяныр, үҙе шул яҡта тыуып үҫкән тыңлаусыбыҙҙың күңелен күтәрер.

26.01.2016

Күрше тарафтағы, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә йәшәйеше, тормошо хаҡында киң мәғлүмәт сараларында бермә- бер яҡтыртыла, тапшырыуҙарҙа бәйән ителә килә. Үҙ халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе бермә-бер артҡандай ҙа була, уйланырлыҡ саралары, хәл итер эштәр етәрлек икәнлеге лә күренә. Боронғо башҡорт ерендә ғүмер итеп, ауылдарҙы бөтөрмәй, унда йәшәп, тырышып донъя көткән рухлы, берҙәм һәм сәмлеләр йәшәй ул яҡта. Тапшырыуҙа Ырымбурҙағы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ тормошо хаҡында ҡыҫҡаса бәйән итергә йыйынабыҙ.

26.01.2016

Башҡортостандың төньяғындағы, әлеге Асҡын, Тәтешле тарафтарына сиктәш булып йәйелгән Пермь крайы тураһында һүҙ сыҡҡанда, башҡорт ҡәбиләләре араһында иң боронғоларҙан һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнгән ғәйнә башҡорттары күҙ алдына баҫа. Кемдәр ул ғәйнәләр тигән һорауға илһөйәрҙәр үҙе үк яуап таба. Ә бөгөн көнитмештәре нисек тип ҡыҙыҡһынғанда башҡалабыҙға килгән милләттәштәребеҙ аша ла белергә мөмкин. Башҡорттар күпләп төйәкләнгән Барҙа районынан бер төркөм сәфәрсенең юлы төшкәйне. Һүҙ- уларға.

26.01.2016

Силәбе өлкәһенең Арғаяш яҡтары электән данлыҡлы кешеләре менән билдәле. Тапшырыу заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, ғилемле, үҙ халҡының рухи лидерҙарынан кантон начальнигы Ҡорама батыр, Наполеон яуындағы башҡорт түрәһе Ҡолой кантонды биргән төбәк хаҡында.

ҺҮРӘТТӘ: Ҡолой ауылы мсете.

26.01.2016

Ырымбур тигәндә, һәр кемдең икһеҙ-сикһеҙ киң яланлы, күҙ күреме етмәҫ далалы төбәк күҙ алдына баҫа! Офоҡҡа, ер менән зәңгәр күк ҡушылған кеүек булып торған яҡҡа, бараһың да бараһың, сикһеҙлеккә етергә йыйынғандай, йәнә дала буйлап юлыңды дауамлайһың. Шундай бер илаһи тарафта Үрге Ильяс, йәки Тәңес тигән ауыл бар. Ул - арҙаҡлы башҡорттар төйәге. Мөхәмәтша һәм Мәжит Буранғоловтарҙың һәм башҡаларҙың тыуған ауылы. Әлеге тапшырыу күренекле башҡорттар вариҫы-тәңестәрҙең бөгөнгә йәшәйеше, торған ер, тыуған тел мәсьәләләре нисек хәл итеүҙәре тураһында.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 7..9°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.